Ҡарайған
Ауыл | |
Карайганово башҡ. Ҡарайған | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
Халҡы | |
Милли состав | |
Конфессиональ составы | |
Этнохороним |
ҡарайғандар |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453239 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Рәсми сайт | |
Ҡарайған (рус. Карайганово) — Башҡортостан Республикаһының Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 277 кеше була[2]. Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл Советы составына инә.. Почта индексы — 453239, ОКАТО коды — 80231875002.
Атамаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡарайған ауылы Тәлтем-Юрматы улусы аҫаба башҡорттарының ышаныслы вәкиле йөҙ башы Ҡарайған Яугилдин исеме менән аталған. Мордваларға һәм поручик Шевкуновҡа (уның олатаһы — Пермь губернаһы Уҫы өйәҙе Тайнин улусының суҡындырылған башҡорто булған) ер һатыуҙа ҡатнашҡан (1777—1787 йылдар).
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорт Аҡсулпановтың [XVIII быуат] аҙағында һатып алынған ерҙәрендә яңы барлыҡҡа килгән Аҡсулпан түбәһе тораҡ пункты. Тарихи яҡтан Ҡарайған халҡы малсылыҡ, умартасылыҡ, игенселек, сана, арба яһау менән шөғөлләнгән. 1795 йылда ауылда 81 кеше йәшәй (27 йорт хужалығы). XIX быуат уртаһында 279 кеше һәм 43 йорт иҫәпләнә, шул иҫәптән 40 керҙәш башҡорт кешеһе. 1920 йылда халыҡ иҫәбен алыуҙа 333 кеше һәм 63 йорт хужалығы күрһәтелгән. 1839 йылда 264 кеше йәшәгән 46 йортта 551 ат, 239 һыйыр, 47 һарыҡ, 20 кәзә була. Ауылда 249 умарта була. Өс йылдан һуң 176 бот көҙгө һәм 440 бот яҙғы иген сәселгән була[3]. Мәсет, училище булған. 1906 йылда мәсет, мөгәзәй теркәлгән[4].
Хәҙерге осор
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл Советына ҡарай. Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса башҡорттар (100 %) йәшәй[5].. Башланғыс мәктәп (Урман-Бишҡаҙаҡ урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, социаль-мәҙәни үҙәк, «Шатлыҡ» балалар баҡсаһы бар.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 333 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 384 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 419 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 250 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 284 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 277 | 142 | 135 | 51,3 | 48,7 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Ишембай — Стәрлетамаҡ юлы буйында, Ағиҙел йылғаһы ярында урынлашҡан.
Алыҫлығы:[6]
- Район үҙәгенә тиклем (Ишембай): 17 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Урман-Бишҡаҙаҡ): 8 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһына тиклем (Стәрлетамаҡ): 15 км
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урам исеме[7]:
- Ағиҙел урамы рус. улица Агидель)
- Ҡотошев урамы рус. улица Кутушева)
- Йәштәр урамы рус. улица Молодёжная)
- Ялан урамы {{lang-ru|улица} Полевая})
- Еңеү урамы рус. улица Победы)
- Күл урамы рус. улица Озерная)
- Дала урамы рус. улица Степная)
- Уңыш урамы рус. улица Урожайная)
- Юрматы урамы рус. улица Юрматинская)
- Йәшлек урамы рус. улица Яшлек)
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡотошов Рамаҙан Нурғәли улы (22.04.1924), партия һәм совет органдары хеҙмәткәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы, журналист. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан отставкалағы полковник. СССР Журналистар союзы ағзаһы. Философия фәндәре кандидаты, доцент.
- Ҡотошов Әхмәт Шаһиәхмәт улы (2.10.1900—26.06.1973), журналист, тәржемәсе, лексикограф, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1958 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡорт алфавитын латин графикаһынан кириллицаға күсереү буйынса терминология комиссияһы ағзаһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1949).
- Байымов Хажиәхмәт Хаживәли улы (рус. Баемов Хажиахмет Хаживалиевич; 10 ғинуар 1950 йыл) — муниципаль хеҙмәткәр, хужалыҡ эшмәкәре, инженер-механик, энергетик. Башҡортостан Республикаһының беренсе саҡырылыш (1995—1999) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Милләте — башҡорт.
Иҫтәлекле урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡарайған ауылы эргәһендә, Ағиҙел йылғаһынан алыҫ түгел, Ишембай районы символы Торатау — тәбиғәт ҡомартҡыһы урынлашҡан.
2007 йылда бында Башҡортостандың Рәсәйгә үҙ ирке менән инеүенә 450 йыл тулыуға арналған Castle Rock рок-музыкаһының республика фестивале үтә[8].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Карайганово | Генеалогия и архивы (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 сентябрь 2019)
- ↑ Ҡарайған // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ «Налог Белешмәһе» системаһында Ҡарайған ауылы
- ↑ Республика Башкортостан: Деревню Карайганово потряс рок 2013 йыл 28 сентябрь архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡарайған // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 19 сентябрь 2019)
- Карайганово | Генеалогия и архивы (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 сентябрь 2019)
- Ҡарайған // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Республика Башкортостан: Деревню Карайганово потряс рок 2013 йыл 28 сентябрь архивланған.
- «Налог Белешмәһе» системаһында Ҡарайған ауылы