Ҡотошов Рамаҙан Нурғәли улы
Ҡотошов Рамаҙан Нурғәли улы | |
Тыуған көнө: | |
---|---|
Тыуған урыны: | |
Вафат булған көнө: | |
Вафат булған урыны: |
Өфө ҡалаһы |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
юғары мәктәп уҡытыусыһы, журналист |
Наградалары: |
Ҡыҙыл Йондоҙ, Ватан һуғышы ордендары |
Ҡотошов Рамаҙан Нурғәли улы (22 апрель 1924 йыл — 9 ғинуар 2020 йыл) — партия һәм совет органдары ветераны, юғары мәктәп уҡытыусыһы, яҙыусы. Философия фәндәре кандидаты, доцент. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан отставкалағы подполковник. СССР-ҙың Журналистар союзы ағзаһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рамаҙан Нурғәли улы Ҡотошов 1924 йылдың 22 апрелендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ишембай районының Ҡарайған ауылында тыуған.
Өфөгә эвакуацияланған Севастополь зенит артиллерияһы училищеһын тамамлай һәм 19 йәшендә офицер дәрәжәһендә фронтҡа ебәрелә, Орел-Курск дуғаһында һуғыша. Артабан Брянск һәм 1-се Белоруссия фронттары ғәскәрҙәре сооставында Берлинға тиклем хәрби юл үтә. Ике тапҡыр яралана, контузия ала. Хәрби наградаларға лайыҡ була.
Һуғыштан һуң ике йыл Берлинда хеҙмәт итә. 1947 йылда подполковник дәрәжәһендә демобилизациялана, шул уҡ йылда тыуған яғына ҡайта.
Өфөлә Юғары Советы Президиумына эшкә урынлаша. Һуңынан совет, партия органдарында, республика гәзиттәре редакцияларында, Башҡортостан китап нәшриәтендә эшләй.
1964 йылдан Өфө авиация институтының философия кафедраһында уҡыта. Ассистенттан һәм уҡытыусынан башлап философия кафедраһы доцентына тиклем баҫҡыстарҙы үтә. СССР Фәндәр академияһының Философия институтында кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. Өфө дәүләт авиация-техник университетында Ҡотошов утыҙ йыл самаһы эшләп хаҡлы ялға китә.
Оҙаҡ йылдар Рамаҙан Нурғәли улы Ҡотошов[1] радио һәм телевидениенан сығыш яһай, «Белем» йәмғиәтенең лектор составында республика буйынса йөрөй. Етмеш биш йыл самаһы республика гәзиттәре һәм журналдары биттәрендә Рамаҙан Ҡотошов ҡултамғаһы менән мәҡәләлр яҙа. Уның һуңғы «Яугир хәтирәләре» повесы 2015 йылда «Ватандаш» журналында баҫыла.
Хәҙерге ваҡытта ла ул әҙәби эшмәкәрлек менән шөғөлләнеүен дауам итә. Ете әҙәби китап, шул иҫәптән "Зенитчик"тар романы авторы.
Башҡорт энциклопедияһында ла уның күп мәҡәләләре урын алған.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
- Ватан һуғышы ордены
- «1941 — 1945 йылдарҙағы һуғышта Германияны еңгән өсөн» миҙалы
- «Белоруссияны азат иткән өсөн» миҙалы
- «Варшаваны азат иткән өсөн» миҙалы
- «Берлинды алған өсөн» миҙалы.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- http://www.istoki-rb.ru/archive.php?article=793 2015 йыл 2 апрель архивланған.
- http://ufacity.info/press/news/164239.html
- http://voshod-news.ru/numbnews/396-boevymi-i-literaturnymi-tropami.html 2016 йыл 4 март архивланған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- 22 апрелдә тыуғандар
- 1924 йылда тыуғандар
- Ишембай районында тыуғандар
- 9 ғинуарҙа вафат булғандар
- 2020 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Бөйөк Ватан һуғышы артиллеристары
- Башҡорт яҙыусылары
- Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусылары
- Философия фәндәре кандидаттары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- «Варшаваны азат иткән өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «Берлинды алған өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр