Эстәлеккә күсергә

Урман-Бишҡаҙаҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Урман-Бишкадак
башҡ. Урман-Бишҡаҙаҡ
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ишембай районы

Координаталар

53°31′36″ с. ш. 56°04′38″ в. д.HGЯO

Элекке исеме

ҠУҢҠАҘАЙ

Халҡы

613[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453239

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 231 875 001

ОКТМО коды

80 631 475 101

ГКГН номеры

0666743

Урман-Бишкадак (Рәсәй)
Урман-Бишкадак
Урман-Бишкадак
Урман-Бишҡаҙаҡ (Башҡортостан Республикаһы)
Урман-Бишкадак
Урман-Бишҡаҙаҡ (Ишембай районы)
Урман-Бишкадак

Урман-Бишҡаҙаҡ, Урман-Бишҡаҙыҡ, Бишҡаҙаҡ (рус. Урман-Бишкадак) — Башҡортостан Республикаһының Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 613 кеше[2]. Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл Советының административ үҙәге. Почта индексы — 453239, ОКАТО коды — 80231875001.

Ураман-Бишҡаҙаҡ ауылы. Торатау
Ике телдә юл тамғаһы: урыҫ һәм башҡорт телендә

Бөгөнгө Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы XVIII—XIX быуаттарҙа Ҡуңҡаҙай тип атала. Ҡуңҡаҙайҙың беренсе күскенсеһе хөрмәтенә аталған. Беренсе күскенсенең улы Байғужа Ҡуңҡаҙаев 1758—1822 йылдарҙа йәшәй, улы — Муллағол, ейәндәре: Мурзабай, Иҙрис. 1795 йылда 92 кеше йәшәгән 16 ихатанан тора. 1834 йылда 26 ихатала 206 кеше йәшәгән. X ревизия 283 кеше йәшәгән 48 ихата күрһәтә. 1920 йылда 446 кеше һәм 94 йорт булған.

Моғайын, Ҡуңҡаҙай Бишҡаҙаҡ ауылында (хәҙер Яр-Бишҡаҙаҡ) тыуғандыр, быны күрше ауылдарҙың дөйөм исеме һәм 1795 йылға Бишҡаҙаҡтың һан яғынан ҙурыраҡ булыуы дәлилләй (92 кешегә ҡаршы 196).

Ауыл башҡорт-мишәр ғәскәренең 7-се башҡорт кантоны 15-се тирмәһе составына инә, бер үк ваҡытта этник бүленеш буйынса — Тәлтем‑Юрматы улусының Илсектимер түбәһендә. Һуңыраҡ Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенең Аҙнай улусы, 1922 йылдан Стәрлетамаҡ кантонында.

Ҡуңҡаҙайҙа малсылыҡ менән шөғөлләнәләр. 1839 йылда 206 кеше йәшәгән 28 йорт хужалығында 413 ат, 377 һыйыр, 94 һарыҡ, 50 кәзә була. Ни бары 38 умарта була. Ауылда барыһына 204 бот ужым һәм 832 бот яҙғы иген сәселгән[3].

1912 йылда Ғәниятулла Ниғәмәтуллин Ҡуңҡаҙай ауылы муллаһы була[4]. Мәсет 1909 йылда төҙөлә. XX быуаттың 20-се йылдарынан (Яр-Бишҡаҙаҡ кеүек) хәҙерге исемен йөрөтә[5]..

Нефть 1864—1867 йылдарҙа һәм тау инженеры Васильев тарафынан табыла[6]


1924 йылда 70 уҡыусыға интернат һәм хужалыҡ ҡаралтылары менән ике ҡатлы Урман-Бишҡаҙаҡ крәҫтиән йәштәр мәктәбе асыла, һуғыш йылдарында балалар йорто асыла.

1985 йылда «Ишимбайжилстрой» тресы «Башгражданстрой» институты проекты буйынса ауылда эксперименталь торлаҡ йорттар төҙөй.

Ауыл иҫән ҡалған өс шихандың (4 инеләр) береһе, Торатау тауы итәгендә урынлашҡан.

Ауылда урта мәктәп, етем балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль реабилитация үҙәге «Өмөт», балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[7].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 446
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 501
1959 йыл 15 ғинуар 747
1970 йыл 15 ғинуар 858
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 600
2002 йыл 9 октябрь 715
2010 йыл 14 октябрь 613 298 315 48,6 51,4

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса ауылда башҡорттар йәшәй[8].

1812 йылдағы Ватан һуғышында ҡатнашыусылар
  • Ялсынбаев Абыҙгилде;
  • Илбул Байышев;
  • Бикбай Байназаров;
  • Бикбулат Байназаров;
  • Амангилде Ҡотоев.

Алыҫлығы:[9]

Урам исеме[10]:

  • Мәктәп урамы (рус. улица Школьная)
  • Юл урамы (рус. улица Дорожная)
  • Урман урамы (рус. улица Лесная)
  • Чапаев урамы (рус. улица Чапаева)
  • Йәшел урамы (рус. улица Зеленая)
  • Үҙәк урамы (рус. улица Центральная)
  • Йәштәр урамы (рус. улица Молодежная)
  • Йәйғор урамы (рус. улица Радужная)
  • Ҡояшлы урамы (рус. улица Солнечная)
  • Бәхет урамы (рус. улица Счастья)
  • Уңыш урамы (рус. улица Уныш)

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Торатау» ауыл хужалығы кооперативы эре мөгөҙлө мал үрсетә, һөт, ит, сусҡа ите етештерә. Шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш үҫтерә.

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 129. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  4. Шамиль Исянгулов Изучение истории башкирской диалектологии (1950–1980 гг.) // Вопросы диалектологии. — 2018-12-22. — Т. 140. — С. 55–64. — ISSN 2658-6207. — DOI:10.31833/vopr-dial.2018.1-2.0001
  5. Юрматы ырыуы тарихы. Урман-Бишкадак (Кунказаево)
  6. Ишембайҙа нефть эҙләү тарихы
  7. Урман-Бишҡаҙаҡ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  8. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  9. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  10. «Налог Белешмәһе» системаһында Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы