Ишембайҙа нефть эҙләү тарихы
Ишембайҙа нефть эҙләү тарихы |
Ишембайҙа нефть эҙләү тарихы — Икенсе Баҡы булараҡ дан ҡаҙанасаҡ төбәктә нефть эҙләү хронологияһының шартлы атамаһы.
Тарихтың башы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорт ерендә нефть барлығы тураһындағы тәүге фәнни хәбәр 1770 йылда баҫылып сыға һәм халыҡ араһында тарала. Петербург Тәбиғи фәндәр буйынса Фәндәр Академияһы академигы (1771) Иван Иванович Лепёхин «Фәндәр академияһы докторы адъюнкты Иван Лепёхиндың 1768 һәм 1769 йылдарҙа Рәсәй дәүләтенең төрлө төбәктәре буйлап сәйәхәте ваҡытында ҡағыҙға төшөрөлгән көндәлек яҙмалары», т.5. Көҫәпҡол
кискә табан Көҫәтҡол (Лепехин көндәлектәрендә ауыл шулай атала) тип аталған башҡорт ауылына килеп еттек, ул Ағиҙел йылғаһына ҡойған Тәйрүк йылғаһы эргәһендә ята, шунда йоҡларға ҡалдыҡ. <…> Көҫәтҡолда руда эҙләп йөрөүсе икәү, алтын тауҙы күрһәтергә вәғәҙә итеп, беҙгә тағылып алды. Башҡорттар менән алтын тауына юлландыҡ. Алтын тау тип аталған ер Көҫәтҡол ауылынан биш саҡрым алыҫлыҡта ята һәм Кызлы Яр (Ҡыҙыл Яр) тип аталған яр икән. <…> Был урында беҙ ҡаҙа башланыҡ һәм йылғаға ҙур булмаған тау нефте шишмәһенә юлыҡтыҡ. Ҡыҙыҡһыныуыбыҙ арта төштө. Бер аршын тәрәнлегендә шишмә сығанағына барып еттек. Был нефть таш күмер юлағынан һарҡылып сыға ине. Артабан ҡаҙыу башҡа юлаҡтарға беҙҙе сығарҙы. Был ауылда оҙаҡҡа ҡалыу мөмкинлеге булмағанға күрә, нефть эҙләүҙе артабан дауам иттек.<…> Атап үтелгән урындан биш саҡрым тирәһе алыҫлыҡта, Биш Казак (Бишҡаҙаҡ) тип аталған башҡорт ауылы янында, йылға ярында Ағиҙелгә ағып ятҡан ҡуйы асфальтҡа юлыҡтыҡ. Шуға күрә был ерҙәрҙе яҡшылап тикшергән осраҡта, аҙаҡ бөтә сығымдар ҙа ҡаплатыласаҡ, тип раҫларға була.
Бер быуатҡа яҡын ваҡыт үткәс кенә башҡорт ерендә нефть барлығы тураһындағы хәбәр тағы ла тарала.
1800-сө йыл
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1864—1867 йылдар. Тау инженеры Васильев ҡаҙна аҡсаһына Яр-Бишҡаҙаҡ һәм Урман-Бишҡаҙаҡ ауылдары тирәһен тикшереп сыға. 106 метр оҙонлоғонда штольнялар төҙөлә, 10-45 метр тәрәнлегендә өс шахта ҡаҙыла, 32 метр тәрәнлегендә скважина быраулана. Әммә асфальт юлаҡтары ғына табыла. Скважиналарҙы Александр Карпинский[1] (киләсәктә СССР Фәндәр академияһының беренсе президенты) тикшерә.
1880—1881 йылдар. Тау ведомствоһы геологы В. И. Меллер беренсе тапҡыр Ишембай районының киләсәгенә геологик тикшереү үткәрә. Был ерҙәрҙә нефттең булыу мөмкинлеген ул кире ҡаға.
1890—1897 йылдар. Стәрлетамаҡ ҡалаһы башлығы А. Ф. Дубинин Түбәнге Бурансы, Көҫәпҡол ауылдары районында тәрәнлектәре 21-91 метрға еткән разведка скважиналарын быраулауҙы ойоштора. Нефть табылмай, ләкин нефть биреүсе ҡатламдың булыуы тураһында ыңғай баһа алына һәм Геология комитетына ҡаҙна иҫәбенә тәрәнгә быраулау үткәреү тураһында прошение яҙыла.
1900-се йылдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1902 йыл. Геология комитетының өлкән геологы А. А. Краснопольский тикшеренеү үткәрелгән урынға килә, нефть юлаҡтарын ҡарай һәм Дубининдың үтенесен кире ҡаға.
1904—1905 йыл. Геологтар А. П. Иванов һәм Ф. И. Кандыкин Ишембай, Көҫәпҡол, Түбәнге Бурансы ауылдары тирәһенә килә һәм А. А. Краснопольскийҙың кире яуабынан айырмалы булған һығымта яһай. Улар Ишембай ауылы янындағы ерҙәрҙә нефть булыуын таный һәм нефттең тәрәнерәк горизонттарҙа урынлашыуы ихтимал, тип билдәләй.
1907 йыл. Китап сыға: Кандыкин Ф. И. Нижне-Буранчинское месторождение в Стерлитамакском уезде, Уфимской губернии (русский) // Записки Уральского общества любителей естествознания. — 1907. — Т. № 16.
1910-сы йыл
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1911—1914 йыл. Шәхси йүнсел А. И. Срослов тәрәнлеге 20 метрҙан 90 метрға тиклем еткән скважина быраулай, тәрәнлеге 20 метрлыҡ шахта ҡаҙа, асфальт һәм ҡуйы нефть табыла.
1913 йыл. Геолог Ф. И. Кандыкин Урал тау идаралығына ҡаҙна иҫәбенә тәрәнгә быраулау эштәрен башҡарыу кәрәклеге тураһында прошение бирә. Үтенес ҡәнәғәтләндерелмәй.
Шунан һуң Өфө губернаторы Геология комитетына Түбәнге Бурансы, Ишембай, Көҫәпҡол ауылдары районына ҡаҙна иҫәбенә геологик экспедиция ойоштороу тураһында үтенес бирә. Кире яуап алына.
1914 йыл. Өфө тау округының округ инженеры Н. С. Ставровский Геология комитетына Түбәнге Бурансы, Ишембай, Көҫәпҡол ауылдары районында тәрән разведка быраулауын үткәреү кәрәклеге тураһында ғариза яҙа. Тағы ла кире яуап бирелә.
1916 йыл. Геология комитеты заданиеһы буйынса геолог А. Н. Замятин атап үтелгән башҡорт ауылдары урынлашҡан районға уны тикшереү өсөн килә. Ул нефть эҙләүҙең перспективалы булмауы тураһында һығымта яһай.
1918—1921 йылдар. Башҡорт Халыҡ Комиссарҙары Советы инициативаһы буйынса Ишембай ауылы янында тәрәнлектәре 57 метрға тиклем еткән булған 25 скважина быраулана, алынған тау тоҡомдарында нефть эҙе табыла.
1919 йыл, сентябрь аҙағы. Совет хөкүмәте нефть сығасаҡ районға геология партияһын ебәрә, уның базаһында Урал хәрби округы эргәһендә Ишембай эҙләнеү контораһы булдырыла.1919 йыл, 16 сентябрь. И. М. Губкин инициативаһы буйынса ВСНХ Урал — Волга буйы төбәгендә нефть эҙләүҙе киң масштабта ойоштора.
1920-се йылдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1929 йыл, май айы. Тау бүлеге начальнигы Ф. Н. Курбатов инициативаһы буйынса Башсовнархоз Дәүләт нефть тикшеренеү институтына һәм Геология комитетына Башҡортостанда нефть эҙләүҙе ойоштороу тураһындағы үтенес менән мөрөжөғөт итә.
1929 йыл, йәй. Дәүләт нефть тикшеренеү институты БАССР-ға өс геология партияһын ебәрә, геолог А. А. Блохин етәкселегендәге партия киләсәктә Ишембай районы тип аталасаҡ төбәктә эшләй.
1930-сы йылдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1930 йыл, июнь. БАССР хөкүмәте Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты Президиумына һәм СССР Совнаркомына киләсәктә Ишембай районы тип аталасаҡ төбәктә тәрәнгә быраулау эштәрен башлауҙы тиҙләтеү тураһындағы мәсьәлә менән мөрәжәғәт итә.
1930 йыл, 28 октябрь. СССР Хөкүмәте СССР ВСНХ-һына «1931 йылда Союзнефть пландарына БАССР-ҙағы нефть ятҡылыҡтарында тәрәнгә быраулауҙы тәьмин итеүҙе» йөкмәткән Ҡарар ҡабул итә. Нефть эҙләүселәрҙең матди-техник базаһын нығытыу буйынса саралар күрелә.
1930 йыл, көҙ. А. А. Блохин геологик тикшереүҙәрҙе йомғаҡлау буйынса тәрәнгә быраулау скважиналарын (701-704-се) урынлаштырыу өсөн дүрт урын билдәләй.
1930 йылдың көҙө — 1931 йылдың яҙы. Әзербайжандан ҡорамалдар һәм инструменттар, быраулау станоктары, электр энергияһын биреүсе станция тейәлгән 104 вагон оҙатыла, шул уҡ поезда «Азнефть» һәм «Грознефть» трестарының белгестәре һәм квалификациялы эшләре лә килә. 1930—1931 йылдар араһындағы ҡыш көнө 120 километрҙа ятҡан Раевка станцияһынан ауыр быраулау ҡорамалдары ат егелгән саналарҙа ташыла.
1931 йыл, 17 апрель. Ишембай ауылы янында тәүге скважина быраулана. Быраулау мастеры Коровниковтың бригадаһы ҡаты ҡатламды (ҡатҡан эзбиз ташын) быраулау өсөн яраҡлы булмаған «балыҡ ҡойроғо» (РХ) тип аталған ҡасауҙар ҡуллана, шуға ла проходка бик түбән (40 — 50 м/ст.-мес. Р) була.
1931 йыл, 3 июнь. 702-се скважина быраулана.
1931 йыл, 3 август. «Востокнефть» тресы, перспективаһы булмағанға күрә, 568 метр тәрәнлеккә еткән 703-сө скважинала быраулау эштәрен туҡтатыу тураһында күрһәтмә бирә. Ләкин быраулау бригадаларының ярҙамына таянып һәм уларҙың хатта бушлай эшләргә ризалашыуы менән ризалашып, А. А. Блохин 703-сө скважинаны быраулауҙы дауам итә.
1932 йыл, 16 май,11 сәғәт 30 минут. 680,15 метр тәрәнлектән 702-се скважина тәүге 36 метрлы сәнәғәт нефте фонтанын һауаға ата, 4 сәғәт буйы 20 тоннаға яҡын нефть ер өҫтөнә бәреп сыға.
1932 йыл, 3 июнь. 703-се скважинанан тәүлегенә 320 тонна нефть биргән нефть фонтаны урғыла (быраулау мастеры Д. Лебедев).
1932 йыл, 25 июль. Хеҙмәт һәм оборона Советы «Башҡорт нефте тураһында» Ҡарар ҡабул итә. Унда нефть сыҡҡан майҙанды матди-техник рксурстар менән тәьмин итеү күҙаллана. Ишембай ерендә нефть ятҡылығы асылыу менән республиканың нефть сәнәғәтенә капитал һалыуҙар, быраулау ҡорамалдарын поставкалау бер-бер арта, инженер-техник кадрҙар менән тәьмин итеү ҙә яҡшыра.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ишимбаевский нефтепромысел им. Кирова. Конференция буровиков (1936). Материалы Промысловой конференции буровиков Ишимбаевского имени Кирова нефтепромысла [Текст] : 26-28 мая 1936 г. / Под ред. гл. инж. по бурению т. А. Ф. Борзенко и старш. инж-ра Б. С. Авдеева; Трест Башнефть. — Отдел кадров. — Уфа : Башгосиздат. Сектор техн. лит-ры, 1937 [на обл.: 1936] (типо-лит. «Октябр. натиск»). — Обл., 103 с., 1 вкл. л. черт. : черт.; 22х14 см.
Ишимбаевский нефтепромысел им. Кирова. Режим бурения скважин в условиях Ишимбаевского промысла имени С. М. Кирова треста «Башнефть» [Текст]. — Уфа : [б. и.], 1939. — 80 с., 5 вкл. л. граф. : граф.; 22 см.
Куликов, П. П. По-стахановски строить вышки [Текст] / П. П. Куликов, плотник-стахановец Ишимбаевск. нефтепромысла. — Уфа : Башгосиздат. Сектор техн. лит-ры, 1937 (типо-лит. «Октябр. натиск»). — Обл., 15 с.; 22х14 см.
В конце текста: «Записал Х. Кадырматов»
Первенец переработки нефти в Башкортостане : [Ишимбайс. нефтеперераб. з-д] / Э. М. Мовсумзаде, Е. М. Савин, К. Р. Телицкая. Уфа : Реактив, 1996
Повышение эффективности разработки нефтяных месторождений Республики Башкортостан : (Сб. тез. докл. науч.-практ. конф., посвящ. 70-летию башк. нефти, г. Ишимбай, 15-16 мая 2002 г.). Уфа : Башнипинефть, 2002
Телицкая, Карина Руфетдиновна. Становление и развитие промышленной переработки башкирской нефти : На примере Ишимбайского НПЗ : диссертация … кандидата технических наук : 07.00.10. Уфа,1997