Кинйәкәй (Ишембай районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Кинйәкәй
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Скворчиха ауыл советы (Ишембай районы)
Почта индексы 453227

Кинйәкәй (рус. Кинзекеево) — Башҡортостандың Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 261 кеше[1]. Почта индексы — 453227, ОКАТО коды — 80 231 870 003.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауыл Нуғай даруғаһының Юрматы олоҫо башҡорттары тарафынан үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалынған. Кинйәкәй ауылы 1761 йылдан билдәле. Ауылға нигеҙ һалған Кинйәкәй Һөйөндөков исемен йөрөтә[2].

1761 йылда завод хужаларына юрматы башҡорттары ерҙәрен һатыу тураһында документта ауылдар һәм аҫаба башҡорттар исемләп атала, улар араһында Кинйәкәй ауылы һәм уға нигеҙ һалған Кинйәкәй Һөйөндөков та иҫкә алына. 1742—1823 йылдарҙа бында уның улы Туйыш йәшәгән.

XVIII быуатта Кинйәкәү тигән башҡорт ауылы яндырыла һәм уның урынында казактар Петровский ауылына нигеҙ һала. Тик был Кинйәкәй түгел, ә Кинйәкәү тигән ауыл булған, урыҫтар ул атамалар араһындағы айырманы белмәй. Шуға ҡайһы ваҡыт тыуған яҡты өйәрәнеүселәр хата һығымталар яһай. Петровскийҙы башҡорттар ҡайһы ваҡыт әүәлгесә «Кинйәкәү» тип атай (мәҫәлән, Н.Мусин «Мәңгелек урман» романында).[3]

XVIII быуатта кинйәкәйҙәр Ербашты (Юргашка) йылғаһы буйындағы ерҙәрен алпауыт ҡатыны А. О. Скворцоваға һатҡан, был урынға ул крепостной крәҫтиәндәр күсереп килтергән. Шулай итеп, Скворчиха (Ҡолан) ауылы барлыҡҡа килгән.

Кинйәкәйҙәр малсылыҡ, умартасылыҡ (163 умарта һәм 14 солоҡ) менән шөғөлләнгән, бер аҙ ер эшкәрткән, ылауға йөрөгән, сана һәм арба яһаған. 1839 йылда бында 45 йортта 325 кеше йәшәгән, ауылда 560 ат, 400 һыйыр, 145 һарыҡ, 66 кәзә аҫыралған. 3 йылдан һуң бында 344 бот ужым һәм 1390 бот ярауай иген сәелгәне билдәле. Кинйәкәйҙә ике һыу тирмәне, мәсет, мәктәп булған. 1906 йылда мәсет, 8 һыу тирмәне, мануфактура кибете, икмәк һаҡлай торған мәгәзей була.

Кинйәкәйҙәр Көҫәпҡол Әзәтов командаһында Польша конфедераттарына ҡаршы һуғышта (1771-1773) ҡатнаша. [4]

1795 йылда 22 йортта 222 кеше, 1865 йылда 85 йортта — 457 кеше, 1850 йылда — 428, 1920 йылда — 672 кеше йәшәгән, йорттар һаны — 22, 42, 130[5].

1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан Кинйәғол Алдаҡаев «1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» көмөш миҙалы менән бүләкләнгән.

1930 йылда иҫке мәсет бинаһында клуб асыла. 2002 йылда ауыл мәҙәниәт йорто итеп үҙгәртелә, әлеге ваҡытта реконструкцияланған бинала эшләй. 2002 йылдан мәҙәниәт йорто мөдире булып В.И.Йомағолова эшләй.

Ауылда фельдшер-акушерлыҡ пункты, китапхана бар.

Кинйәкәй мәктәбе тарихынан[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1933 йылда Кинйәкәйҙә башланғыс мәктәп асыла, 1940 йылда ул ете йыллыҡ мәктәп, 1965 йылда һигеҙ йыллыҡ мәктәп итеп үҙгәртелә. 2012 йылдан Кинйәбулат урта мәктәбе филиалы, 2013 йылдан — башланғыс мәктәп. 2004—2013 йылдарҙа Алаҡай башланғыс мәктәбе уның филалы булараҡ эшләй.

Мәктәп директорҙары: Ю. Г. Дауытов (1933—1941), Х. М. Таһиров, З. З. Исмәғилев, С. Х. Макарский (1965), Ғ.М.Моғаттаров (1969—1971), В. А. Хисаметдинова, А. С. Зулькарнаев, С. А. Камалова (1988 йылдан), З. Г. Кинйәбаева (1997), С. Ф. Ишкинина (2011—2013).

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 672
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 515
1959 йыл 15 ғинуар 429
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 315
2002 йыл 9 октябрь 307
2010 йыл 14 октябрь 261 130 131 49,8 50,2

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле кешеләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

-Шәрипова Гөлсәсәк Тәбрис ҡыҙы (28.04.1958)- актриса, Салауат дәүләт драма театры актрисаһы, йырсы.Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2008).

-Һөйәрғолова Әнисә Сынбулат ҡыҙы- башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, БР-ҙың мәғариф отличнигы, « Башҡорт теле һәм әҙәиәте йыл уҡытыусыһы — 2006» республика конкурсы еңеүсеһе.

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]