Эстәлеккә күсергә

Ишәй (Ишембай районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Ишеево
башҡ. Ишәй
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡкортостан Республикаһы

Муниципаль район

Ишембай

Ауыл биләмәһе

Ишәй ауыл советы (Ишембай районы)

Координаталар

53°37′05″ с. ш. 56°08′23″ в. д.HGЯO

Элекке исеме

Ишпәй

Халҡы

1333 кеше (2016)

Милли состав

башҡорттар — 86 %

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453236

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

80 231 835 001

Код ОКТМО

80 631 435 101

Номер в ГКГН

0667594

Ишеево (Рәсәй)
Ишеево
Ишеево
Ишәй (Ишембай районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Ишеево

Ишәй (рус. Ишеево) — Башҡортостандың Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 1000 кеше[1]. Ишәй ауыл Советының административ үҙәге. Почта индексы — 453236, ОКАТО коды — 80231835001.

Исеменең килеп сығыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт антропонимы Ишәйҙән килеп сыҡҡан[2]. Был исемде беренсе күскенсе йөрөткән, уның улы Йоманай Ишәйев билдәле[3].

Шулай уҡ Ишпәй исеме аҫтында билдәле була[3].

Нуғай юлының Тәлтим-Юрматы улусы башҡорттары тарафынан үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалынған[3]. Ишәй ауылы Аҡсулпан түбәһенә ҡараған. Ишәй ауылынан тәүге төпләнеүсе Йомаҡай Ишәевтең улы 1780 йылда отставкалағы секунд-майор С. Я. Левашовҡа Ағиҙел һәм Ҡуғанаҡ йылғалары буйындағы ерҙе һатыуҙа ҡатнаша.

XVIII быуат аҙағында ауылда 94 кеше һәм 18 йорт хужалығы иҫәпләнә. 1850 йылдағы X ревизия мәғлүмәттәре буйынса 17 ихатала 182 кеше йәшәгән. 1920 йылда Ишәй ауылы 207 ихатаһы һәм 1059 кеше йәшәгән ҙур ауыл була, шуның менән бергә халыҡ ҡатнаш булып китә: башҡорттар һәм татарҙар. Әммә бындай үҙгәрештәр ниндәй ваҡыттан — XIX быуаттың икенсе яртыһынанмы, йәки XX быуат башынанмы — булды тип әйтеүе ҡыйын. Нисек кенә булмаһын, XIX быуат уртаһына тиклем бында тик башҡорттар ғына йәшәгән.

Был ауылда 1770 йылда академик И. И. Лепехин була. Аҡтау тауындағы (Йөрәк-Тау) шишмәнең иҫ киткес таҙалығы юғалғанына үкенес белдерә, унда йәшәүселәр мал көткәндәр. Ишәйҙәр башлыса малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр, йәй йәйләүгә сыҡҡандар. 1839 йылда 119 кеше йәшәгән 20 йорт хужалығында 249 ат, 180 һыйыр, 20 һарыҡ, 75 кәзә булған. Умартасылыҡ булмай тиерлек, әммә солоҡсолоҡ башҡорттар өсөн һиҙелерлек килем сығанағы булып тора. Ишәйҙәрҙә 295 солоҡ була. 1842 йылда уларҙың барыһына ла 120 бот ужым һәм 432 бот яҙғы иген сәселә. 1920 йылда Денисов менән Зайцевтың ауылда тирмәндәре була[4].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 1095
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 1426
1959 йыл 15 ғинуар 1243
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 864
2002 йыл 9 октябрь 986
2010 йыл 14 октябрь 1000 477 523 47,7 52,3

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Милли состав

башҡорттар, урыҫтар. Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса күпселекте башҡорттар тәшкил итә (86 %)[5].

Ҡасияҙ йылғаһы Һәләүек йылғаһына ҡойған ерҙә урынлашҡан. Ауыл Р-316 трассаһы буйында урынлашҡан.

Алыҫлығы:[6]

Ишәйҙәр борондан эре мөгөҙлө мал үрсетеү, умартасылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгән. Һыу тирмәне булған. 1906 йылда бакалея кибете, мөгәзәй теркәлә[3].

Хәҙер — «Ишембай гипс комбинаты» ЯСЙ-һы, «Интернационал» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Махсуслашыу: һөт малсылығы, сөгөлдөрсөлөк[7]. Совет осоронда Һәләүектә ике быуа быуылған, береһе «III Интернационал» колхозында (Ишәй ауылы) (күләме 196 мең м³, һыу өҫтө көҙгөһө майҙаны 0,10 м²). «Ишәй төҙөлөш материалдары» компанияһы эшләй.

Ишәй табип амбулаторияһы бар.

1906 йылда мәсет, уның янында мәҙрәсә эшләгән.

Совет власы урынлаштырылғанға тиклем мәҙрәсә булған. Хәҙер — Ишәй урта мәктәбе, «Йәйғор» балалар баҡсаһы. Китапхана бар[8].

Ишәй мәҙәниәт йорто. Уның ҡарамағында «Хазина» башҡорт халыҡ ансамбле эшләй.

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (3-сө һәм 4-се саҡырыштарында), Башҡорт дәүләт медицина институты ректоры (1994—2011).[11]

  • Заһиҙуллин Ришат Иншар улы (1951), ауыл хужалығы һәм муниципаль хеҙмәт ветераны. 1995—2005 йылдарҙа Ишембай район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары — ауыл хужалығы идаралығы начальнигы; 2005 йылдан — хакимиәт башлығының кадрҙар һәм территориялар менән эшләү буйынса урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондың Ишәй ауылынан.
  • Ғәлләмов Рәмил Ғаяз улы (5.1.1957 — 11.9.1984) — Афған һуғышында һәләк булған башҡорт. 1983 йылдың февраленән Афғанстанда. Өлкән лейтенант, рота командиры. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнгән. Омск юғары дөйөм ғәскәри команда училищеһын тамамлаған. Башҡорт АССР-ы, Ишембай районы, Ишәй ауылынан. Тыуған ауылында ерләнгән.

Урам исеме[12]:

  • Мәктәп урамы (рус. улица Школьная)
  • Ғәлләмов урамы (рус. улица Галлямова)
  • Дуҫлыҡ урамы (рус. улица Дружбы)
  • Тыныслыҡ урамы (рус. улица Мира)
  • Йәштәр урамы (рус. улица Молодежная)
  • Ялан урамы (рус. улица Полевая)
  • Революция урамы (рус. улица Революционная)
  • Баҡса урамы (рус. улица Садовая)
  • Салауат Юлаев урамы (рус. улица Салавата Юлаева)
  • Туғай урамы (рус. улица Тугай)
  • Үҙәнбаевтар урамы (рус. улица Узянбаевых)
  • Урал урамы (рус. улица Уральская)
  • Юрматы урамы (рус. улица Юрматинская)
  • Көньяҡ тыҡрығы (рус. переулок Южный)
  • Икенсе урам (рус. улица Вторая)
  • Беренсе урам (рус. улица Первая)
  • Бишенсе урам (рус. улица Пятая)
  • Етенсе урам (рус. улица Седьмая)
  • Өсөнсө урам (рус. улица Третья)
  • Дүртенсе урам (рус. улица Четвертая)
  • Алтынсы урам (рус. улица Шестая)

Иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ишәй мәмерйәһе — Башҡортостандың гипстан торған, оҙонлоғо буйынса икесе урынды биләгән мәмерйәләр системаһы. Системаның дөйөм оҙонлоғо — 1002 м, иҙән майҙаны — 4,6 тыс. м², күләме — 9,6 тыс. м³, тәрәнлеге һәм амплитудаһы — 26-шар м (1993 йыл). Ишембай районы, Ишәй ауыл Советы, Һәләүек йылғаһы үҙәненән уң яҡта ятҡан сағылдың (карталарҙа Арянла[13]) уң яҡ итәгендә, Ишәй ауылы ҡаршыһында урынлашҡан.
  • Элегерәк Ишәй ауылы эргәһендә Шахтау шиханы урынлашҡайны.
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Словарь топонимов Башкирской АССР. Уфа: Башк. кн. изд-во, 1980. С. 66
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Ишимбайская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — С. 237. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 125. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  5. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  6. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  7. [1](недоступная ссылка)
  8. Ишәй (Ишембай районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  9. Указ Президента Российской Федерации № 723 от 25 июня 2005 года Москва, Кремль
  10. Указ Президента РФ от 31.05.1998 N 632 «О награждении государственными наградами Российской Федерации» 2013 йыл 29 октябрь архивланған.
  11. Профиль депутата Курултая Виля Тимербулатова 2020 йыл 25 ноябрь архивланған.
  12. «Налог Белешмәһе» системаһында Ишәй (Ишембай районы) ауылы
  13. Топографическая карта России, Украины, Беларуси (53.622,56.172)