Ишәй мәмерйәһе
| Ишәй мәмерйәһе | |
| Дәүләт |
|
|---|---|
| Административ-территориаль берәмек | Ишембай районы |
| Ишеевская пещерная система | |
| Характеристики | |
| Глубина | 26 м |
| Длина | 1002 м |
| Вмещающие породы | гипс |
| Посещение | |
| Категория сложности | 2А |
| Расположение | |
maplink: JSON хатаһы: Синтаксис хатаһы | |
| Страна | |
Ишәй мәмерйә системаһы, Ишәй мәмерйәһе — Башҡортостандың гипстан торған, оҙонлоғо буйынса икесе урынды биләгән мәмерйәләр системаһы. Системаның дөйөм оҙонлоғо — 1002 м, иҙән майҙаны — 4,6 тыс. м², күләме — 9,6 тыс. м³, тәрәнлеге һәм амплитудаһы — 26-шар м (1993 йыл).
Ишембай районы, Ишәй ауыл Советы, Һәләүек йылғаһы үҙәненән уң яҡта ятҡан сағылдың (карталарҙа Арянла[1]) уң яҡ итәгендә, Ишәй ауылы ҡаршыһында урынлашҡан.
Эзбиз менән ҡоршалған түбәнге Пермь кунгур ярусы ирен горизонтының һоро гипстары буйлап үтә. Гипс ҡатламында ярыҡтар барлыҡҡа килеүҙән пәйҙә булған. Бер һыу ағышы юлы буйлап көньяҡ-көнсығышҡа һәм төньяҡ-төньяҡ-көнбайышҡа табан һуҙылған алты горизонталь мәмерйәнән тора.
Көмбәҙ емерелеүҙән сталактит һәм сталагмиттар, аллахонт берләшмәләре барлыҡҡа килгән.
Системаның йәше 400 мең йылдан ашып китә.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ишимбайская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — С. 238. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.
