Эстәлеккә күсергә

Үрге Әрмет

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Үрге Әрмет
Үрге Әрмет
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ишембай районы

Координаталар

53°41′ с. ш. 56°30′ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 231 805 002

ОКТМО коды

80 631 405 106

Үрге Әрмет (Рәсәй)
Үрге Әрмет
Үрге Әрмет
Үрге Әрмет (Башҡортостан Республикаһы)
Үрге Әрмет
Үрге Әрмет (Ишембай районы)
Үрге Әрмет


Үрге Әрмет (рус. Верхнеарметово) — Башҡортостандың Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 382 кеше[1]. Әрмет ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 453238, ОКАТО коды — 80 231 805 002.

Үрге Әрмет XVIII быуаттың 30-сы йылдарынан билдәле. V ревизияла 80 башҡорт һәм 6 ихатала 23 типтәр теркәлгән. Шул осорҙан алып бында яһаҡлы татарҙар ҙа йәшәгән. Шуларҙың 56-һы 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашҡан, әммә был ревизия, башҡа ауылдарға күсенеү арҡаһында, уларҙы күрһәтмәй. Типтәрҙәр бында 1747, 1754 йылдарҙа уҡ төпләнгәндәр. 1859 йылда 45 ихатала 160 аҫаба-башҡорт һәм 118 типтәр йәшәй. 1920 йылда бында башҡорттар өҫтөнлөк итә. 165 йортта 830 башҡорт һәм типтәр була. 1839 йылда 109 башҡорттоң (типтәрҙәр буйынса мәғлүмәт юҡ) 110 аты, 50 һыйыры, 70 һарығы, 80 кәзәһе, 150 умартаһы, 10 солоғо була.

Пугачев ихтилалында был ауылдың 56 кешеһе ҡатнаша.

Егән йылғаһы буйында XVIII быуаттың 80-се йылдарында старшина Әрметрәхим исеме менән аталған Әрмет ауылы урынлашҡан. V ревизияла ике ауыл — Түбәнге Әрмет һәм Әрметрәхим халҡы иҫәпкә алына. 1834 йылда — 230, 1859 йылда — 147 башҡорт була. 1920 йылда 237 ихатала 1265 кеше йәшәгән.

Ауыл халҡы малсылыҡ, ер эшкәртеү һәм һөнәрселек менән шөғөлләнгән. 230 башҡорт (35 ихата) 1839 йылда 150 ат, 35 һыйыр, 120 һарыҡ, 200 кәзә, 80 умарта һәм 15 солоҡҡа эйә була. Улар 280 бот көҙгө һәм 758 бот яҙғы иген сәскән. Уларҙа һыу тирмәне булған [2].

1839 йылда Үрге һәм Түбәнге Әрмет араһында Урта Әрмет ауылы барлыҡҡа килә, унда 81 башҡорт һәм 51 типтәр йәшәй. 1920 йылда ауылда 678 кеше йәшәй һәм 137 йорт хужалығы була, халҡы башлыса башҡорт. 1920 йылдан һуң Үрге Әрмет 1839 йылда барлыҡҡа килгән Урта Әрмет ауылы менән берләштерелә[3].

1877 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда 26 йорт хужалығы, 142 ир-ат һәм 147 ҡатын-ҡыҙ була. Мәсет булған.

Ауылда башланғыс мәктәп (Түбәнге Әрмет урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[4].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 830
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 1086
1959 йыл 15 ғинуар 853
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 568
2002 йыл 9 октябрь 534
2010 йыл 14 октябрь 382 188 194 49,2 50,8

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса ауылда башҡорттар йәшәй[5].

Ауыл Кесе Әрмет йылғаһы яры буйлап урынлашҡан.

Алыҫлығы:[6]

Урам исеме[7]:

  • 1-се Май урамы (рус. улица 1 Мая)
  • Совет урамы (рус. улица Советская)

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 123. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  3. Арметово | Генеалогия и архивы
  4. Үрге Әрмет // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  6. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  7. «Налог Белешмәһе» системаһында Үрге Әрмет ауылы