Кесе Әрмет
Кесе Әрмет | |
Ҡайҙа ҡоя | Рәүҙәк |
---|---|
Һыу йыйыу бассейны | Волга бассейны[d] |
Дәүләт | Рәсәй |
Оҙонлоҡ | 18 km |
Кесе Әрмет (рус. Малая Арметовка, Армет) — Көньяҡ Уралда Башҡортостандағы йылға, Егән йылғаһының уң ҡушылдығы[1].
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кесе Әрмет йылғаһының оҙонлоғо 18 км тәшкил итә[2]. Йыл башы урманда Ғафури районының Ҡурғашлы ауылынан көнбайыштан көньяҡҡа табан 6,5 км алыҫлыҡта (йылға башында бейеклеге — 297,2 м абс.)[3]. Үрендә йылға Әрмет исемен йөрөтә. Бейектау һыртының көнсығыш битләүе буйлап көньяҡҡа табан[4], Бейектүбә тауынан көнбайышҡа табан аға. Урта һәм түбәнге ағымы Ишембай районы буйлап үтә — бында йылғаның өстән бер өлөшө оҙонлоғо буйынса ярҙарҙа Үрге Әрмет һәм Түбәнге Әрмет ауылдары һуҙыла. Йылғаның уң яры буйлап тамағынан 53 км алыҫлыҡта Егәнгә ҡоя [5][6].
Йылға буйлап Ишембай ҡурсыулығының көнбайыш сиге үтә.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йылға исеме, моғайын, башҡорт гидрономияһында иран субстратына ҡарай, ә нәҡ иран алиһәһе Арматай, Армаити исемен йөрөтә[7]. Был һүҙҙең, бәлки, санскритта параллеле бар: amrta — «үлемһеҙ», «аллалар донъяһы», «үлемһеҙлек», «үлемһеҙлек эсемлеге», «тат», «шифалы эсемлек», «һыу», «һөт»[8].
Һыу реестры мәғлүмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре буйынса Кама һыу бассейны округына ҡарай, һыу хужалығы участкаһы — Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Эҫем йылғаһын индермәйенсә Охлебино ауылы янындағы һыу үлсәү посына тиклем — Ағиҙел йылғаһы, йылғаның бәләкәй бассейны — Ағиҙел. Йылға бассейны — Кама[2].
Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010200712111100018548.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Ҡалып:ГКГН
- ↑ 2,0 2,1 «Малая Арметка (Малая Арметовка, Армет)» — информация об объекте в Государственном водном реестре
- ↑ Лист карты N-40-78 Ташла. Масштаб: 1 : 100 000. Издание 1979 г.
- ↑ Лист карты N-40-77 Красноусольский. Масштаб: 1 : 100 000. Издание 1980 г.
- ↑ Яндекс.Карты (спутниковый снимок местности) .
- ↑ Ранее Малая Арметка являлась притоком Ряузяка, впадая в него вблизи его устья. Ныне бывшая устьевая часть Ряузяка является частью Зигана.
- ↑ (Бухарова Г. Х. Индоиранский субстрат в башкирской гидронимии//Профессор Джалиль Гиниятович Киекбаев и его вклад в развитие урало-алтайской и тюркской филологии: материалы Международной научно-практической конференции. Уфа: ООО "Издательство «Диалог», 2011. — 524 с. С.22-24)
- ↑ (Кочергина, 1996, с.68=Кочергина В. А. Санскритско-русский словарь. М.: Филология, 1996. — 944 с.)(Бухарова, С.23)