Ишембай ҡурсаулығы
Ишембай ҡурсаулығы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|
«Ишембай» — республика әһәмиәтендәге дәүләт тәбиғәт зоология ҡурсаулығы[1][2]. Ҡурсаулыҡтың майҙаны 44555 гектар тәшкил итә.
Ҡурсаулыҡтың төп профиле — зоология йүнәлеше (хайуандар донъяһын һаҡлау). Мышы, ҡабан, ҡоралай, айыу, төлкө, һеләүһен, бурһыҡ, һыуһар, америка шәшкеһе, дала көҙәне, һары шәшке, йәтсә, йылға ҡондоҙо, ҡуяндар, һуйыр, ҡор, сел, ҡурпысыҡ, ҡырағай һыу ҡоштары һаҡланырға тейеш.
Ҡурсаулыҡ биләмәләрендә һөтимәрҙәрҙең 60-ҡа яҡын төрө йәшәй, шуларҙың 55 төрө — һунар итә торған хайуандар, шулай уҡ ҡоштарҙың 190-дан ашыу төрө — һар, төйлөгән, торомтай, ҡыйғыр, ялан көйгәнәге, ҡорға һунар итеүсе ҡарсыға ҡурсыулыҡты төйәк иткән. Ихтиофауна тау йылғаларындағы балыҡтарҙан ғибәрәт: ҡыҙыл балыҡ, бәрҙе, шишмә бағыры, таш аҫты балығы, шамбы һәм башҡалар.
Ҡурсаулыҡ Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының 1971 йылдың 19 мартындағы 119-сы һанлы Ҡарары нигеҙендә ойошторола. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2005 йылдың 25 авгусындағы 189-сы һанлы Ҡарары менән ҡурсыулыҡ Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәтте, урман ресурстарын файҙаланыу һәм тирә-йүндәге мөхитте һаҡлау Министрлығының Башҡортостан Республикаһының айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре Дирекцияһы дәүләт учреждениеһына беркетелә, һәм ул ҡурсыулыҡтың эшмәкәрлегенә етәкселек итергә һәм уны контролдә тоторға бурыслы.
Ҡурсаулыҡ хужалыҡ итеү, фәнни һәм мәҙәни йәһәттән ҡырағай хайуандар төрҙәрен һәм улар йәшәгән мөхитте, сиктәш биләмәләрҙә таралыуын, шулай уҡ тәбиғи төркөмдәрҙең бөтөнлөгөн һаҡлау, тергеҙеү һәм уларҙың һанын арттырыу маҡсатында ойошторола.
Ҡурсаулыҡ Ишембай районының урман фонды участкаларында һәм ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрендә урынлашҡан.
- төньяҡ сиге:
Утташ уяһынан көнсығышҡа табан Мәйгәшле-Баш ауылы һыҙаты аша ҡәҙимге урман юлы буйлап Ташбүкән ауылына тиклем, артабан Оло Әрмет йылғаһының ағымы буйынса үргә Оло-Йылға тамағына тиклем, шунан һуҡмаҡ менән Бейәләй Күл ауылы аша төньяҡ-көнсығышҡа һәм артабан көньяҡ-көнсығышҡа табан Сатра уяһына тиклем;
- көнсығыш сиге:
Сатра уяһынан Рәүҙәк йылғаһының уң ярынан ағым буйлап үргә табан, артабан Оло Йылғаның уң ярынан ағым буйлап үргә табан Маҡар урманлығының 25-се кварталының төньяҡ-көнсығыш мөйөшөнә тиклем, артабан шул ул урманлыҡтың 25, 33, 39, 44, 53, 61, 68-се кварталдарының көнсығыш сиге буйлап 68-се кварталдың көньяҡ-көнсығыш мөйөшөнә тиклем;
- көньяҡ сиге:
Маҡар урманлығының 68-се кварталының көньяҡ-көнсығыш мөйөшөнән был кварталдың көньяҡ сиге буйлап, артабан юл буйлап төньяҡҡа табан Кесе Егән йылғаһын кисеп сыҡҡанға тиклем, шунан ошо йылғаны ағымы ыңғайына һул яҡ ярҙан барырға, артабан Егән йылғаһы буйлап Ғүмәр ауылына тиклем, шунан юл буйлап Васильевка ауылына тиклем;
- көнбайыш сиге:
Васильевканан юл буйлап төньяҡ-көнбайышҡа, артабан юл буйлап төньяҡ-көнсығыштан Түбәнге Әрмет ауылына тиклем, артабан Кесе Әрмет йылғаһының уң яҡ ярынан ағымы буйлап өҫкә табан Утташ уяһына тиклем.
Биләмә ҡурсаулыҡ тип иғлан ителгәндән һуң ер, урман һәм һыу объекттарын файҙаланыусыларҙан улар биләгән ер, урман участкалары, һыу объекттары тартып алынмай. Ер, урман, һыуҙы файҙаланыусылар ҡурсаулыҡта урынлаштырылған режимды күҙәтергә, уға йөкмәтелгән бурыстарҙы үтәүҙә һәр төрлө ярҙам күрһәтергә бурыслы. Дәүләт ҡурсаулығы эсендә урынлашҡан ер, урман һәм һыу объекттары хужалары һәм уларҙы файҙаланыусылар, шулай уҡ башҡа физик һәм юридик шәхестәр ҡурсаулыҡта урынлаштырылған айырыуса һаҡ режимын күҙәтергә бурыслы, һәм улар бындағы һаҡлау режимын боҙған осраҡта ҡануниәт алдында яуаплы.
Ҡурсаулыҡ биләмәһендә түбәндәге төрҙәге хужалыҡ эшмәкәрлеге тыйыла:
- төп ҡулланылыштағы урманды тотошлайы менән ҡырҡыу;
- ҡондоҙҙар көн иткән йылға һәм һыу ятҡылыҡтары буйында 100 метр киңлектә үҫеп ултырған төп ҡулланылыштағы урман һыҙаттарын тотошлай ҡырҡыу;
- ауыл биләмәләре ҡарамағына бирелгән ер участкаларынан башҡа урында мал көтөү;
- ҡондоҙҙар йәшәгән райондарҙа балыҡ тотоу;
- йылғалар, шишмәләр һәм һыу ятҡылыҡтарының һыу ситенән 50 метр арауыҡта ер һөрөү;
- 15 июлдән алда бесән сабыу;
- тупраҡҡа минераль ашламалар индереү, ҡоротҡостар, үҫемлек сирҙәре һәм ҡый үләндәренә ҡаршы ағыулы химикаттар ҡулланыу;
- дөйөм ҡулланылыштағы юлдарҙан ситтә теләһә ниндәй төрҙәге механик транспорт, ат егелгән арба хәрәкәте, шулай уҡ граждандарҙың хайуандарҙы тотоу ҡорамалы, ҡорал тотоп эт менән йөрөүе;
- йәнлектәрҙең һәм ҡоштарҙың һанын көйләү һәм фәнни маҡсаттарҙа билдәләнелгән тәртиптә бирелгән махсус рөхсәттәр нигеҙендә генә атыу йәки тотоуҙан тыш йәнлектәргә һәм ҡоштарға бөтә төр һунар. Һунарҙың алымдары һәм ысулдары ҡурсаулыҡ режимына тап килергә тейеш;
- гидромелиоратив һәм ирригацион эштәр, геология-эҙләү тикшеренеүҙәре, файҙалы ҡаҙылмаларҙы эшкәртеү, шул иҫәптән, ҡыҙыҡһынған ойошмалар менән килешмәй тороп, карьерҙарҙан ҡом-ҡырсын ҡатнашмаһын алыу;
- төҙөлөш, шулай уҡ коллектив баҡсасылыҡ өсөн ер участкалары биреү;
- ҡыҙыҡһынған ойошмалар менән килешмәйенсә биналар һәм ҡоролмалар, юлдар һәм торба үткәргестәр, элемтә, электр тапшырыуы һәм башҡа коммуникация линияларын үткәреү;
- шартлатыу эштәре;
- ял итеү урындары, турист туҡталыштары, лагерҙар һәм халыҡтың башҡа төрлө ял итеү формалары;
- ҡурсаулыҡ етәкселеге менән килешмәйенсә тәбиғәт комплекстарын һәм компоненттарын һаҡлауға, тергеҙеүгә ҡамасаулаусы теләһә ниндәй хужалыҡ эшмәкәрлеге алып барыу.