Бурһыҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Бурһыҡ
Бурһыҡ
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Һөтимәрҙәр
Отряд: Йыртҡыстар
Ғаилә: Һуҫарҙар (һыуһарҙар) (һыуһарҙа]]
Суб-ғаилә: Бурһыҡтар
Ырыу: Бурһыҡтар
Төр: Бурһыҡ
Латинса исеме
Meles meles
Linnaeus, 1758
Ареал
рәсем
ITIS 621922
NCBI 9662
Халыҡ - ара Ҡыҙыл китап
Status iucn3.1 LC ru.svg en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : / 29673

Бурһыҡ (урыҫ.  Барсу́к ) — һыуһарҙар ғаиләһенә ҡараған оҙонса башлы, осло томшоҡло, йыуан кәүҙәле, ҡыҫҡа ҡойроҡло, шырт йөнлө йыртҡыс йәнлек[1]; Европала, Төньяҡ Африкала һәм Америкала йәшәй торған йыртҡыс кейек.

Тәбиғәттә бөтә ерҙә лә осратырға була. Ултыраҡ тормошло йәнлек, ҡатмарлы һәм тәрән ояла йәшәй. Был йенлек төнгө тормош алып бара, бөтә аҙык менән туҡлана. Көҙгә тиклем ныҡ һимерә, ауырлығы 20 кг етә. Һыуыҡтар башларғас йоҡоға тала, апрель айына тиклем йоҡлайю Урманла зонала йәшәй. Өңдәрен ағас ҡыуыштарында эшләй. Бик күп инеү-сығыу урындары, ер аҫты галереялары, йәшәй торған камералары булған өңдәр ҡаҙа. Булһыҡ бөтә нәмәне лә ашай. Ул ваҡ кимереүселәр, тәлмәрйендәр, ҡоштар, еләктәр, сәтләүектәр менән туҡлана. Ҡасырыу ваҡыты апрель-июль. 2-6 балаһы була.

Тышҡы күренеше[үҙгәртергә]

Оҙонса башлы, осло томшоҡло, йыуан кәүҙәле, ҡыҫҡа ҡойроҡло, шырт йөнлө йыртҡыс йәнлек. Оҙонлоғо 60-90 см, ҡойроғо 20-24 см, ауырлығы 24 кг, йоҡлар алдынан 34 кг-ға етергә мөмкин.

Һылтанмалар[үҙгәртергә]

Ҡалып:Викисловарь

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З.Г.Ураксина, 2005)