Рәүҙәк
Рәүҙәк | |
Ҡайҙа ҡоя | Егән |
---|---|
Ҡушылдыҡ | Оло Әрмет (Рәүҙәк ҡушылдығы), Кесе Әрмет һәм Кесе Рәүҙәк |
Һыу йыйыу бассейны | Волга бассейны[d] |
Бассейн майҙаны | 501 км² |
Дәүләт | Рәсәй[1][1] |
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Оҙонлоҡ | 33 km |
Рәүҙәк Викимилектә |
Рәүҙәк — Башҡортостан Республикаһының Ишембай районында аҡҡан йылға. Оло һәм Кесе Рәүҙәк ҡушылыуынан килеп сыға. Оҙонлоғо 51 километр. Рәүҙәк буйында Һарғай, Иҫәкәй, Ибрай ауылдары урынлашҡан.
Оҙонлоғо — 52 км, һыу йыйыу бассейны майҙаны — 501 км²[2]. Йылға (Оло Рәүҙәк) [[Биктәр] (629 м) тауы итәгене урмандар араһында баш ала[3].
Атаманың килеп сығышы тураһында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йылғаның атамаһы башҡ. Рәүҙәк башҡ. Урау үҙәк «бормаланып аҡҡан, йүнәлешен үҙгәретеүсән йылға» . Филология фәндәре докторы Г.Х Бухарова фекеренсә Рәүҙәк — башҡорт гидрономияһындағы иран компоненты[4]. Ул «Рә» менән үҙәк( «ложбина») географик терминдарҙан тора ти. Рэ = РƏ(РЯ) — Йёрмёкёй районындағы йылға, Ыҡ йылғаһының ҡушылдығы. РƏТҮШ (РЯТУШ) — Нуриман районындағы ауыл ( Рəтүш тауы исеменән (Рэ — гидроним, түш «тау битләүе»), Рəтүш йылғаһы -Нуриман районындағы йылға. Уларҙы санскрит телендәге ramh ‘течь’, raya ‘поток’, rasa ‘жидкость, влага’ һүҙҙәре менән дә бәйләргә тырышыусылар бар[5]. Волганың боронғо яҙмаларҙа тәүге осраған атамаһы— Ра. Ул Клавдий Птолемейҙың «География»һында (б.э.т.II) осрай[6]
Ҡушылдыҡтары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 0,1 км: Кесе Әрмет
- 2,4 км: Оло Әрмет (Саранцев шишмәһе)
- 33 км: Кесе Рәүҙәк
Йылғаға Утарйорт менән Өҫкөйорттан ағып сыҡҡан бихисап шишмәләр һәм йылғалар ҡоя.
Туризм
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йылға буйлап һалда ағып төшөргә була. Йылға буйындағы тауҙарҙа бер нисә урында мәмерйә бар. Ташөй мәмерйәһе ташҡын ваҡытында һыу менән тула, унда кәмә менән барып етеп була [7].
Тәбиғәтте ҡурсалау саралары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәүҙәк йылғаһы (шулай уҡ Кесе Рәүҙәк тә) буйҙары һәм яҡын тирәләге урмандар дәүләт тарафынан һаҡлана. Киң япраҡлы урмандарҙы һаҡлап ҡалыу өсөн был тирәләргә Тәбиғәт ҡомартҡыһы статусы бирелгән [8].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ «Ряузяк (Большой Ряузяк)» — информация об объекте в Государственном водном реестре
- ↑ Лист карты N-40-78 Ташла. Масштаб: 1 : 100 000. Издание 1979 г.
- ↑ Бухарова Г. Х. Индоиранский субстрат в башкирской гидронимии//Профессор Джалиль Гиниятович Киекбаев и его вклад в развитие урало-алтайской и тюркской филологии: материалы Международной научно-практической конференции. Уфа: ООО "Издательство «Диалог», 2011. — 524 с. Стр. 22-24
- ↑ Кочергина, 1987, 534, 539, 540
- ↑ Бухарова, стр. 24
- ↑ По тропам Южного Урала: Ряузяк, река . www.southural.ru. Дата обращения: 21 апрель 2019.
- ↑ Управление Росприроднадзора по Республике Башкортостан . www.rpnrb.ru. Дата обращения: 21 апрель 2019. Архивировано из оригинала 11 сентябрь 2012 года. 2007 йыл 27 декабрь архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Devonian phoebodont shark teeth (ингл.). www.app.pan.pl. Дата обращения: 21 апрель 2019.
- The Frasnian-Famennian boundary in the Southern Urals (ингл.). Дата обращения: 21 апрель 2019. Архивировано из оригинала 25 октябрь 2004 года. 2004 йыл 25 октябрь архивланған.