Эстәлеккә күсергә

Ҡурпысыҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡурпысыҡ
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Scolopax rusticola Linnaeus, 1758

Бүлендек таксондар
  • S. r. rusticola
  • S. r. ultimus
Һаҡлау статусы
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : 106002978

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  176578
NCBI  100826
EOL  79046
Scolopax rusticola rusticola

Ҡурпысыҡ, урман өйрәге (рус. Вальдшнеп, лат. Scolopax rusticola) — Европаның һәм Азияның еүеш урмандарында йәшәй, бөжәктәр менән аҙыҡлана торған, һунар өсөн мөһим булған күсмә ҡош.

Ҙурлығы күгәрсендәй. Күберәк ерҙән йөрөүсе оҙон суҡышлы бик һаҡ ҡош. Аҙыҡ эҙләргә башлыса эңерҙә генә сыға. Көтмәгәндә, аяҡ аҫтынан осоп китә һәм тура өҫкә күтәрелеп, шунан ғына алға оса, был ваҡытта тамаҡ ҡырғандағы һымаҡ тауыш сығара. Бик сыбар ҡош. Дөйөм төҫө һарғылт ерән. Башына, һыртына һәм ҡанаттарына ҡара таптар һибелгән, кәүҙәһенең аҫ яғы нәҙек ҡара-көрән һыҙатлы. Ҙур ҡара күҙе елкәһенә яҡын урынлашҡан, һаралйын һәм зырҡыуыттан ҙурыраҡ булыуы менән айырыла.

Төп ризыҡтары — селәүсендәр

Төрлө киҫкен генә тауыштар сығара: «ҡатх», «турх», «тахҡ» йәки «сип».

Еүеш һәм йомшаҡ тупраҡлы урмандарҙа йәшәй. Башлыса ямғыр селәүсене, ҡайһы ваҡыт төрлө бөжәктәр, еләк менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Түңгәктәрҙә, үлән төптәрендә, тамыр араларында оялай. Ваҡ ҡына ҡыҙыл төртөклө 4 бөртөк һарғылт көрән йомортҡаһы була. Ите өсөн аулайҙар.

  • Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. — Өфө, 1986 йыл. — ИБ № 3478 28.693.35 И 90
  • Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т. Г. Баишев, 1952)

Ҡурпысыҡ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.