Ҡыйғыр
Ҡыйғыр | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Falco subbuteo Linnaeus, 1758 |
||||||||||||||
Синонимдары, диалекттарҙа | ||||||||||||||
Ҡырғый, ыласын
| ||||||||||||||
|
Ҡыйғыр − ыласын һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған, ҡыҫҡа ҡанатлы, оҙон ҡойроҡло йыртҡыс урман ҡошо.Ҙурлығы күгәрсендәй. Ыласындар класында иң шәп осҡан ҡош.
Аңлатмаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Биологик яҙма[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һырт яғы күкһел һоро. Яурындары, тамағы һарғылт аҡ, түше ҡара таплы аҡһыл һары. Ҡорһағы, ҡойроҡ төбө ерән-ҡыҙыл. Ике яҡ сикәһендә мыйыҡҡа оҡшаған һыҙаттар бар.Күҙ ҡабаҡтары, суҡышының төбө, аяҡтары һары. Башҡа ыласындарҙан сикәләрендәге һыҙыҡтар менән айырыла, ә сапсандан байтаҡ бәләкәй. Тауышы яңғырауыҡлы:"ҡыйй-ҡыйй-ҡыйй" йәки "кик-кик-кик". Ҡош- ҡорт аулай. Күсмә ҡош. Киң таралған. Ағас баштарында, ҡая таштарҙа оялай.Көрән таптар менән сыбарланған 3-4 бөртөк һарғылт аҡ йомортҡаһы була.Элек ауға йөрөү өсөн ҡулға эйәләштергәндәр.
