Бейектүбә (Ишембай районы)
Бииктюбе | |
---|---|
башҡ. Бейек түбә | |
Характеристикалары | |
Абсолют бейеклеге | 336,8[1] м |
Урынлашыуы | |
53°41′51″ с. ш. 56°31′25″ в. д.HGЯO | |
Страна | |
РФ субъекты | Башкортостан |
Тау системаһы | Южный Урал |
![]() |
Портал «Ишимбай» |
---|
Бейектүбә (башҡ. Бейек түбә —бейек тау) — Башҡортостандың Ишембай районы Үрге Әрмет ауылы янындағы тау.
Бейеклеге 336 м. Тау Ишембай һәм Ғафури районыдары сигендә, Ишембай районының төньяҡ-көнсығышында Үрге Әрмет (көнбайыш), Түбәнге Әрмет (көньяҡ), Иҫәкәй (көньяҡ-көнсығыш) һәм Түбәнге Ташбүкән (төньяҡ-көнсығыш) ауылдары араһында урынлашҡан. Тау һырты буйлап Ғафури районы Түбәнге Ташбүкән ауылына табан ат юлы үтә. Бейектүбәнең көнсығыш итәге буйлап Оло Әрмет (Рәүҙәк ҡушылдығы) йылғаһы ағып ята. Тауҙың икенсе, көнбайыш яғында Кесе Әрмет (Рәүҙәк ҡушылдығы) йылғаһы (Ағиҙел йылға бассейнына ҡарай) аға. Бейектүбә башында геодезик билдә тора.

Ауылдар араһындағы юл[2].
Элек Бейектүбәнең көнсығыш һәм көнбайыш битәүҙәре араһында Бәгрәш (хәҙер юҡҡа сыҡҡан) ауылы һәм Мста-С үҙйөрөшлө гаубицаларын тикшереп ҡарау өсөн хәрби полигон булған.
