Эстәлеккә күсергә

Алаҡай

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Алаҡай
Алаҡай
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ишембай районы

Координаталар

53°18′38″ с. ш. 56°00′13″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 231 870 002

ОКТМО коды

80 631 470 111

Алаҡай (Рәсәй)
Алаҡай
Алаҡай
Алаҡай (Башҡортостан Республикаһы)
Алаҡай
Алаҡай (Ишембай районы)
Алаҡай


Алаҡай (рус. Алакаево) — Башҡортостандың Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 119 кеше[1]. Скворчиха ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 453227, ОКАТО коды — 80 231 870 002.


Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 119 49 70 41,2 58,8

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Алаҡай — Юрматы ырыуының Аҙнай түбәһенә ҡараған ауыл.

1770—1822 йылдарҙа ауылға нигеҙ һалған Алаҡай улы Юлдашбай йәшәгән. Уның балалары: Рамаҙан (уның балалары: Ишемғол, Лоҡман, Алсынбай) һәм Ишембай Юлдашбаевтар[2]

1830 йылдарҙа ауылда 25 йортта 193 кеше йәшәгән. Ауыл халҡы 220 ат, 172 һыйыр, 56 һарыҡ, 117 кәзә; 92 умарта һәм 9 солоҡ тотҡан. Кеше башына бишәр бот иген сәскәндәр.

XIX быуат аҙағы XX быуат башында ауылда мәсет булған. 1930 йылдарҙа башланғыс мәктәп асыла. Мәҡтәптең тәүге уҡытыусыһы- Хәмит Юлдашбаев (күренекле ғалим-тарихсы Билал Юлдашбаевтың атаһы). Мәктәп мөдирҙәре: 1945—1947 йылдарҙа- М.Юлдашбаева, 1949—1967 йй- Арыҫланбәк Искәндәр улы Ғүмәров, 1968—1969 йй- Рая Я.Ҡадирова,1981-1983 йй- Рабиға Я.Йәһүҙина,1883-1993 йй- эшләмәгән,1993- 2015?йй- Ғәйнуллина Зәлиә Г. Уҡытыусылар- Тимерова Нәзирә Мансур ҡыҙы (Белорет районынан, 1950—1981 йылдарға тиклем), Тимерова Мәғүзә Аүхәҙи ҡыҙы һ.б.

1937—1941 йылдарҙа балалар Кинйәкәй ете йыллыҡ мәктәбенә уҡырға йөрөй. Билал Юлдашбаев 1941 йылда ошо мәктәпте тамамлай. Уҡытыусы ир-егеттәр һуғышҡа китеп бөткәс, мәктәп башланғыс мәктәп булып ҡала. Алаҡай ауылы балалары әлеге Мәләүез районына ҡараған Юлдаш ауылына (Ағиҙелдең һул яҡ ярында), Ишембай ҡалаһына 3-се һәм 17-се мәктәпкә (Халыҡ Сейәлек тип йөрөткән нефтселәр ҡасабаһына, һуңыраҡ, «Нефтяник» совхозына йөрөп уҡый).

1959 йылдың 21 декабрендә элекке мәсет бинаһында урынлашҡан мәктәп янып бөтә. 1960—1961 йылдарҙа ауылда яңы кирбес мәктәп төҙәлә (мөдире Ғүмәров А. И.).

1930 йылдар башында ауылда «Алға» колхозы төҙөлә, һуңыраҡ уға «Ағиҙел» исемен бирәләр (Юлдаш, Кинйәкәй ауылы менән бергә). Уның идараһы әле рәсми документтарҙа Күл урамы тип аталған Алғы урамдың тау яҡ осонда урынлаша. Ул бина- Скворчиха (Ҡолан) ауылындағы бер бай кешененең өйөнәң бер өлөшө булған. Тәҙрә ҡапҡастары, кәрниз аҫтындағы ағастан селтәрләп эшләнгән биҙәктәре башҡа өйҙәрҙә булмағанса матур итеп эшләнгән өйҙө халыҡ «кәнсәләр» тип йөрөтә. 1960-сы йылдар уртаһында ауылға электр үткәргәс, колхоз тәүге телевизор ала («Енисей» маркалы).

1970 йылдарҙан башлап, йылдам үҫкән Салауат ҡалаһы етәкселәре Алаҡай ауылы ерҙәрен ҡала биләмәһе итеп теркәргә ынтыла. Тик тирә-яҡтағы башҡа ауылдарҙан айырмалы, Алаҡай халҡы быға бик ныҡ ҡаршы тора һәм үҙ ерҙәрен һаҡлап ҡала[3]

1990-сы йылдар башында илдә колхоздар таратыла башлай. Алаҡай ауылы халҡы «Маяҡ» кохозына берләшә (рәйеме Рәсүл Йәһүҙин), ләкин ул да бик оҙаҡ эшләмәй. Ауыл йәштәре электән Салауат ҡалаһында эшләй, ололар хаҡлы ялға сыға бара.

2000 йылдарҙан башлап, ауыл яңырыу кисерә. Ҡалала эшләп йөрөгән йәштәр, ситтә эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан, ләкин әле үҙ көсөндәге ауыл кешеләре, ата-баба нигеҙенә яңы йорттар ҡора башлай. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында һәләк булып ҡалған ауылдаштарҙың исемдәрен мәңгеләштереү өсөн ауыл халҡы аҡса йыйып, мәктәп алдында һәйкәл ҡуя (2010).

2015 йылдың 3 мартында ауыл халҡы йыйылышы ауыл билмәһендә ТОС(территориально-общественное самоуправление) булдырырға ҡарар итә. Уның Уставы шул уҡ йылдың 9 апрелендә ҡабул ителә.[4] Территориаль йәмғиәт үҙидараһының тәүге рәйесе- Герасименко (Ҡасҡынова) Сәлимә Алтынтимер ҡыҙы була (2015—2018), 2015 йылдан — ауыл фельдшеры Сөйәрғолова Ләйсән Шамил ҡыҙы. ТОС ауыл биләмәһендә халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыу, мәҙәни тормошон йәнләндереү һәм власть органдары менән бәйләнештә урындағы мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн булдырылған. Ауыл депутаттары, активистары тырышлығы менән ауылға асфальт юл һалынған, газ үткәрелгән, тирә-яҡтағы күл- йылғалар тәртиптә тотола, тәбиғәт байлыҡтарына яҡында ғына ятҡан ҡала кешеләре тарафынан ҡул һуҙыу осраҡтары булғанда тейешле сара күрелә. Урындағы башланғысты хуплау программаһына ярашлы клубҡа ремонт үткәрелгән. Клубта (мөдире Ғәйнуллина З. Г.) үткәрелгән сараларҙы әҙерләүҙә, үткәреүҙә әүҙем ҡатнаша.

Алаҡай ауылы менән Салауат ҡалаһын Ағиҙел аша тоташтырған күпер

Ауыл Ағиҙел йылғаһының урта ағымында, Ағиҙел йылғаһының боронғо юлында, Салауат ҡалаһы янында урынлашҡан. Салауат ҡалаһы — Ағиҙел йылғаһының һул яҡ ярында, Алаҡай ауылы- уң яҡ ярында. XX быуат башына тиклем Алаҡай ауылы Ағиҙелдең яры буйында, әлеге ваҡытта «Күмәк тирәк» тип йөрөтөлгән урында булған. Йыш ҡына ташҡындар ваҡытында ауылды һыу баҫҡанға күрә, ауыл кешеләренең бер өлөшө Ағиҙелдең һул яҡ ярына күсеп сыға (хәҙерге Салауат ҡалаһы биләмәһендә), икенселәре- ташҡын ваҡытында малды ҡыуырға уңайлы булыр тип, тауға табан күсенә.

Алыҫлығы:[5]

  • Район үҙәгенә тиклем (Ишембай): 12 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Скворчиха): 20 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сапават): 6 км (Ишембай аша-27 км)

Урам исеме[6]:

  • Йәштәр урамы (рус. улица Молодежная), ауыл халҡы ҡушҡан исеме Тайбан (Тайвань утрауы Ҡытайҙан айырылған саҡта бында Сушилка күле артында йорттар һалып, ауылдан айырылыуға бәйле ҡушылған атама)
  • Күл урамы (рус. улица Озерная), халыҡ биргән исеме- Алғы урам (ике ос атамаһы: Ҡортло төбәк (күл, тау яғы), Кәптәй (Салауат ҡалаһы, Ағиҙел яғы)
  • Мәктәп урамы (рус. улица Школьная) (халыҡ уны Артҡы урам тип йөрөтә). Урам Сушилка күленән башланып, Дубыр (конный двор, ат һарайы) осона тиклем һуҙылған. урам уртаһында мәсет (һуңыраҡ уның урынында кирбес мәктәп төҙөлә, әлеге ваҡытта ул клуб булып хеҙмәт итә). Мәктәп урамында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ауылдаштарға ауыл халҡы үҙ иҫәбенә һәйкәл ҡуйған.

Ауыл исеме бында беренсе булып XVIII быуатта килеп төпләнгән Алаҡай исемле Юрматы ырыуы кешеһе исеменә бәйле.

Халыҡ телендәге урам исемдәре: Алғы урам (рәсми исеме- Күл урамы), Артҡы урам ((Мәктәп урамы), Тайван (Сушилка күленең көнсығыш ярында). Тайван урамы 1947 йылда Ҡытайҙа граждандар һуғышы тамамланып, Тайвань Ҡытайҙан айырылған осорҙа барлыҡҡа килә. Халыҡ мәрәкәләп, ауылдан ситтәрәк ятҡан урамды Тайвань тип йөрөтә башлай.

Алаҡай ауылы янынан ағып ятҡан йылға ауылдан 2 км тирәһе көньяҡтараҡ, тау аҫтында башлана. Юлдаш ауылына табан барған юлдағы тау һырты- Ҡыятау (йырын буйы). Йылға тауҙан (дөрөҫөрәге боронғо диңгеҙ ярынан) ағып төшкән ҡар- ямғыр һыуҙары, бер нисә ваҡ шишмә иҫәбенә тулылана. Уның көньяҡ осо тотош ереклек менән ҡапланған. Ауылға етәрәк, еректәр көньяҡ яр буйлатып үҫә, йылға тотош тиерлек ҡамыш менән ҡапланған, асыҡ урындары һирәк. Ул 1960 йылдарға тиклем ауыл янында ике тармаҡҡа бүленеп ағып ятҡан.Һуңыраҡ уны балсыҡ, тупраҡ ташып, быуып, күпер төҙөгәндәр. Шуға күрә, бер тармағы күл хасил иткән, унда йәйен балыҡ тоталар, ҡышын шыуғалаҡ яһап, конькиҙа, өйөрлтмәктә шыуалар.

«Көлкә» — Ишкинин Ғайса бабай өйө турыһындағы кисеү урыны."Тимерлек күле" ауылдың көнбайыш осонда, Салауат юлында. «Гөрләүек»- Салауатҡа барған юлда, ауылдан 500 м тирәһе ситтәрәк, ауыл балалырының йөҙөргә өйрәнә торған урыны. Уны ауыл кешеләре үҙ көсө менән таҙартып, пляж эшләгән. «Туплау»- ауыл көтөүен тауҙан алып төшөп, һыу эсерә торған урын. «Ташйөҙөк»- йылғаның ауылдан төньяҡ-көнбайыштараҡ ятҡан һай өлөшө.Унда иң бәләкәй бала-саға йөҙөргә өйрәнә, селбәрә һөҙә.

Тайвань менән Мәктәп күле араһындағы йәйен кибә торған күл-«Сушилка күле». Уның ярында колхоз осоронда ашлыҡ киптергәндәр. Ямғырлы йылдарҙа Зыярат тауынан ағып төшкән шишмә һыуы иҫәбенә тулылана.

Ҡолҡай- Мәктәп урамы артындағы, бер аҙ мәктәптән көнбайышыраҡ ятҡан, йәйен ҡорой торған күл.

Һалабаш күле-Мәктәп урамы артында, ауылдан ситтәрәк.

Дөйәсумған күле- Ишембай ҡалаһына һыу ҡыуҙырыусы ҡоролмалар (водокачка) яғындағы күл.

Ҡыҙыл морон- ауылды уратып торған тауҙарҙың бер өлөшө (тауҙың Ишембай яғына боролоп киткән урыны, морон-мыс)

Этъятыу-ауылдан 5 км көнсығыштараҡ ятҡан һырттың бер өлөшө.Олотау- Тирмән-Йылға ауылына етәрәк бейек тау (300 м самаһы).

  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Алаҡай
  3. Решение Салаватского городского Совета РБ от 20 февраля 2001 года «О передаче г. Салавату населённых пунктов д. Алакаево, д. Кинзякаево, д. Юлдашево, д. Михайловку Скворчихинского сельсовета Ишимбайского района Республики Башкортостан с принадлежащими им территориями и земель СПК „Маяк“». Региональное законодательство. Башкортостан. Дата обращения: 10 ноябрь 2011. Архивировано из оригинала 26 февраль 2014 года. 2014 йыл 26 февраль архивланған.
  4. ТОС «Алакай»
  5. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  6. «Налог Белешмәһе» системаһында Алаҡай ауылы