Ереклекүл (Ишембай районы)
Уҡыу көйләүҙәре
Ереклекүл | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|
Ереклекүл — Ағиҙел йылғаһы үҙәнендәге йылға. Башҡортостан Республикаһы Ишембай районы Алаҡай ауылынан 1 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Атамаһы «ерек» (ағас, ольха) һәм «күл» һүҙҙәренән алынған.
Ереклекүл Ишембай районы Алаҡай ауылынаннан бер километр алыҫлыҡта көньяҡ-көнбайыштараҡ Ағиҙел йылғаһы үҙәнендә урынлашҡан. Оҙонлоғо 500 м, киңлеге 50 метр самаһы. Күлдең соҡоро дуғаға оҡшап тора. Ямғыр һыуы иҫәбенә ҡоромай, яҙғы ташҡын ваҡытында Ағиҙел йылғаһы менән тоташа. Ярҙарында күл ҡамышы, күрән һәм башҡа үҫемлектәр үҫә[1]. Күлде күсмә ҡоштар яҙын- көҙөн төйәкләй. 1970-се йылдарҙағы мелиорация эштәре үткәрелгәнсе тирә-яғында емеш-еләк, төрлө ҡыуаҡтар — муйыл, гөлйемеш, балан үҫкән.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ишимбайская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.