Петровский (Ишембай районы)
Село | |
Петровское башҡ. Петровский | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район |
[[Ишембай районы|Ишембай районы]] |
Ауыл биләмәһе |
[[Петровск ауыл советы (Ишембай районы)|Петровск ауыл Советы]] |
Координаталар | |
Элекке исеме |
Екатериновка, Киндяково, |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453230 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Петровский (рус. Петровское) — Башҡортостан Республикаһының Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 2580 кеше булған[2]. Петровск ауыл Советының административ үҙәге. ОКАТО коды — 80231855001.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Петровский ҙур булмаған башҡорт ауылы урынында барлыҡҡа килгән. 1786 йылда Мурзин Пармен Васильевич ерҙе буласаҡ ауылға Кошелев Иван Афанасьевичҡа һата. 1791 йылда ул уны бында үҙенең крәҫтиәндәрен алып килгән алпауыт Киндяков Василий Афанасьевичҡа һата. Башҡорт халҡына был урындарҙы ҡалдырып китергә тура килә һәм улар яҡындағы Маҡар һәм Ҡолғона ауылдарына юллана. Шулай итеп, Белорет трактында бай усадьбаһы булған «Киндяково» ауылы (Почта урамы) барлыҡҡа килгән. Элек ауыл 'Екатериновка' исемле булған. 1811 йылда Киндяково ауылы уның улы Петер Киндяковтың милкендә иҫәпләнә. 1826 йылда Изге Петр һәм Павел хөрмәтенә сиркәү төҙөлә, Киндяково «Петровский» ауылы тип атала башлай.
1834 йылда, халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре, «һигеҙенсе ревизия» буйынса, ауылдың алпауыты Пашкова (Киндякова) Елизавета Петровна (1805—1854), Петр Киндяковтың ҡыҙы тип күрһәтелгән[3].
Революцияға тиклем Стәрлетамаҡ өйәҙенең Петровский улусы үҙәге.
Ауыл Автономиялы Башҡорт Совет Республикаһы Юрматы кантонының үҙәге була.
[1935] йылда тауышлы киноһы менән киноклуб асыла.
1936 йылда ауылда беренсе трактор барлыҡҡа килә. Ошондай трактор ауылдан Маҡар яғына сыҡҡан урында постаментта ҡуйылған. 1865 йылда (икенсе сығанаҡтар буйынса — 1862 йылда) өс класлы сиркәү-мәхәллә мәктәбе, 1908 йылда башланғыс мәктәп асыла.
1912 йылда Почта һәм дауахана эшләй башлай. 1931 йылдың көҙөндә мәктәп ете йыллыҡ белем биреү мәктәбе итеп үҙгәртелә. 1973 йылда ҡаҙ һәм өйрәктәр үрсетеү өсөн быуа булдырыла. 1975 йылда яңы ауыл Советы бинаһы төҙөлә, уның икенсе ҡатында ауыл китапханаһы урынлаша. 1981 йылда яңы интернат, «Теремок» балалар баҡсаһы, амбулатория биналары сафҡа инә. 1984 йылда яңы Мәҙәниәт Йорто төҙөлә. 2007 йылдың декабрендә Ленин урамында төҙөлгән яңы мәсетте асыу тантанаһы үтә. 2010 йылда Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булыусыларға яңы монумент асыла[4]..
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 2580 | 1239 | 1341 | 48,0 | 52,0 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ишембай, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Маҡар, Көҙән ауылдары менән автомобиль юлы бәйләй.
Алыҫлығы:[5]
- Район үҙәгенә тиклем (Ишембай): 35 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Стәрлетамаҡ): 33 км
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урам исеме[6]:
- Яр буйы урамы (рус. улица Береговая)
- Ветерандар урамы (рус. улица Ветеранов)
- Гагарин урамы (рус. улица Гагарина)
- Кооператив урамы (рус. улица Кооперативная)
- Ленин урамы (рус. улица Ленина)
- Урман урамы (рус. улица Лесная)
- Мәжит Ғафури урамы (рус. улица Мажита Гафури)
- Механизаторҙар урамы (рус. улица Механизаторов)
- Йәштәр урамы (рус. улица Молодёжная)
- Монтажниктар урамы (рус. улица Монтажников)
- Күпер урамы (рус. улица Мостовая)
- Беренсе Май урамы (рус. улица Первомайская)
- Баҫыу урамы (рус. улица Полевая)
- Почта урамы (рус. улица Почтовая)
- Пушкин урамы (рус. улица Пушкина)
- Йылға урамы (рус. улица Речная)
- Баҡса урамы (рус. улица Садовая)
- Төньяҡ урамы (рус. улица Северная)
- Хеҙмәт урамы (рус. улица Трудовая)
- Мәктәп урамы (рус. улица Школьная)
- Блюхер урамы (рус. улица Блюхера)
- Дуҫлыҡ урамы (рус. улица Дружбы)
- Йәшел урамы (рус. улица Зеленая)
- Киндяков урамы (рус. улица Киндякова)
- Туғай урамы (рус. улица Луговая)
- Муса Гәрәев урамы (рус. улица Мусы Гареева)
- Тау буйы урамы (рус. улица Нагорная)
- Урал урамы (рус. улица Уральская)
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мурсаиков Леонид Васильевич (21.03.1926—5.08.2013), партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1957 йылдан партия район комитеттарында яуаплы вазифаларҙа, шул иҫәптән 1964—1970 йылдарҙа КПСС-тың Стәрлетамаҡ район комитетының пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире, райком секретары; 1970—1987 йылдарҙа Стәрлетамаҡ район Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары. Икенсе дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры. Стәрлетамаҡ районының почётлы гражданы (2005)[7].
- Работяев Александр Васильевич (3.06.1955), хәрби хеҙмәткәр, дәүләт эшмәкәре. Запастағы полковник. Башҡортостан Республикаһының III—V саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2019)[8].
- Бабуркина Анна Прокопьевна (1930), мәғариф ветераны. 1951—1987 йылдарҙа Краснокама районы Николо-Берёзовка урта мәктәбенең география уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1978), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1967). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Петровский ауылынан.
- Тимонин Анатолий Николаевич (14 февраль 1955, Петровский а., Маҡар районы, хәҙер — Ишембай районы) — совет һәм Рәсәй ғалимы (юрист һәм тарихсы). Юридик фәндәр докторы, профессор (Башҡорт дәүләт университеты Хоҡуҡ институтының дәүләт һәм хоҡуҡ теорияһы һәм тарихы кафедраһы).
- Живов Павел Евгеньевич (15 март 1918 йыл — 9 октябрь 2001 йыл) — малсылыҡ алдынғыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы[9]. Башҡорт АССР-ының 7-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Павел Евгеньевич Живов Ишембай районы Петровский ауылында йәшәй. Көтөүсе булып эшләп, юғары наградаға лайыҡ була.
- Мөхәмәтов Исфар Фәтҡелислам улы (рус. Мухаметов Исфар Фаткулисламович; 19 апрель 1940 йыл) — партия эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының йәштәр эштәре, физик культура һәм туризм буйынса комиссия рәйесе.
1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Мөхәмәтов Исфар Фәтҡелислам улы 1940 йылдың 19 апрель Башҡорт АССР-ының Ишембай районы Петровский ауылында тыуған.
- Тимерғәлин Илдар Сәғит улы (1960—8.02.2022), дәүләт, ауыл хужалығы һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2001—2014 йылдарҙа «Башсельхозтехника» предприятиеһының генераль директоры, 2014—2016 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының өсөнсө һәм дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Петровский ауылынан.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Хронология событий села — Благая земля (рус.). Дата обращения: 5 декабрь 2020.
- ↑ Хронология событий села — Благая земля (рус.). Дата обращения: 5 декабрь 2020.
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ «Налог Белешмәһе» системаһында Петровский (Ишембай районы) ауылы
- ↑ Муниципальный район Стерлитамакский район Республики Башкортостан. Официальный сайт. Почётные граждане. Мурсаиков Леонид Васильевич(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 март 2021)
- ↑ Депутаты: Работяев Александр Васильевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 август 2019)
- ↑ Подвиг народа
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. (Тикшерелеү көнө: 19 март 2021)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Петровский (Ишембай районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 19 март 2021)
- Село Петровское Ишимбайского района Республики Башкортостан. Сайт «Командировка.ру» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 август 2019)
- Село Петровское /хронология-событий/ (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 март 2021)
- вконтакте сайтында Петровск
- «Налог Белешмәһе» системаһында Петровский (Ишембай районы) ауылы
- Фотогалерея с. Петровское
- «Налог Белешмәһе» системаһында Петровский (Ишембай районы) ауылы