Тимонин Анатолий Николаевич
Уҡыу көйләүҙәре
Анатолий Николаевич Тимонин | |
Тыуған көнө |
14.0.1955 |
---|---|
Тыуған урыны |
БАССР, Маҡар районы (хәҙерге Ишембай районы), Петровский ауылы |
Ил | |
Ғилми даирәһе |
хоҡуҡ тарихы |
Эшләгән урыны | |
Альма-матер |
БашДУ, УрДЮА |
Ғилми дәрәжәһе |
юридик фәндәр докторы |
Тимонин Анатолий Николаевич (14 февраль 1955, Петровский а., Маҡар районы, хәҙер — Ишембай районы) — СССР һәм Рәсәй ғалимы (юрист һәм тарихсы). Юридик фәндәр докторы, профессор (Башҡорт дәүләт университеты Хоҡуҡ институтының дәүләт һәм хоҡуҡ теорияһы һәм тарихы кафедраһы).
Белеме һәм ғилми дәрәжәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлай (1981).
- 1983—1986 йылдарҙа Ленинград дәүләт университетының юридик факультетында көндөҙгө аспирантурала уҡый (ғилми етәксеһе профессор А. И. Королев). Кандидатлыҡ диссертацияһы: «Боронғо рус дәүләтенең барлыҡҡа килеүе: теория мәсьәләләре» (1987).
- 1997 йылда «Боронғо рус дәүләтенең тарихи генезисы: теория-методология аспекты» тигән тема буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.
Төп хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]30-ҙан ашыу ғилми баҫма авторы, улар араһында 1 монография, 3 уҡыу әсбабы һәм 1 брошюра бар.
- Монографияһы: «Проблемы генезиса Древнерусского государства и права» (Уфа, 1997).