Һәләүек
Һәләүек | |
Ҡайҙа ҡоя | Ағиҙел |
---|---|
Ҡушылдыҡ | Арянла[d], Баҙйылға, Бишағас, Ҡасияҙ[d], Кәшәләк, Тоҙло (Һәләүек ҡушылдығы), Соңғорйылға, Хажиновская Шида[d], Шиҙе (Һәләүек ҡушылдығы) һәм Бирҙешле (Һеләүек ҡушылдығы) |
Һыу йыйыу бассейны | Волга бассейны[d] |
Бассейн майҙаны | 730 км² |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Оҙонлоҡ | 93 km |
Бассейн категорияһы | Категория:Бассейн Селеука[d] |
Һәләүек Викимилектә |
Һәләүек рус. Селеу́к[2] — Башҡортостандағы йылға, Ағиҙел йылғаһының уң ҡушылдығы[2].
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йылғаның башы Ишембай районының Этҡол ауыл советы биләмәһендә урынлашҡан. Райондың Әсеялан ауылынан төньяҡ‑көнсығышҡа табан 5 км алыҫлыҡта баш ала. Шул уҡ район буйлап көнсығыштан көнбайышҡа ҡарай аға, Ураҙбай ауылы эргәһендә төньяҡ‑көнбайышҡа борола. Стәрлетамаҡ ҡалаһының Шәкетау микрорайоны аша үтеп, тамағынан 732 км алыҫлыҡта Ағиҙел йылғаһына ҡоя. Йылғаның оҙонлоғо 90 км. Йылға үрендә ауышлыҡ 5 м/км, түбән яғында — 2 м/км тәшкил итә. Һыуйыйғыс майҙаны 730 км². Туйыныуы ҡатнаш.
Тәбиғәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ландшафы үрге ағымында убалы‑арҡалы армыттарҙан тора, һоро урман тупрағында киң япраҡлы урмандар үҫә, түбәнге ағымында көлһыуланған ҡара тупраҡ. Был өлөшө ҡоро болондарҙан һәм төрлө үләнле‑ҡылғанлы далаларҙан ғибәрәт. Бассейнының 50 %‑ын урман ҡаплаған.
Иң ҙур ҡушылдыҡтары: Хажы Шиҙеһе, Шиҙе, Бишағас, Бәрҙешле, бөтәһе лә уң ярҙан ҡоя.
Быуалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Совет осоронда Һәләүектә ике быуа быуылған: «III Интернационал» колхозында (Ишәй ауылы) (күләме 196 мең м³, һыу өҫтө көҙгөһө майҙаны 0,10 м²) һәм Салауат Юлаев колхозында (Әптек ауылы) (күләме 175 мең м³, һыу өҫтө көҙгөһө майҙаны 0,09 м²).
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Телсе-ғалим Жәлил Кейекбаев Һәләүек йылғаһының атамаһының тамыры фарсы теленә барып тоташыуын белдерә һәм былай тип аңлата: «сейл» — ағым, үк- аффикс; Һәләүек — Егәнгә тау яғынан ҡушылыусы йылға (ағым), тау йылғаһы[3]. Риүәйәттәрҙең береһе буйынса Һәләүек һал + ауыҡ тигән ике һүҙ ҡушымтаһынан килеп сыҡҡан. Бүгәсәү яуы осоронда Ураҙбай ауылы яғынан Һәләүек йылғаһына кәмә төшөрөп, бер кәмә алтын тейәп ағып барған саҡта, Ҡарлар (Ҡаралар) ауылына етәрәк батып юҡҡа сыҡҡан. Алтын тейәлгән кәмә һаман табылмаған әле[4]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ 2,0 2,1 Һәләүек // Словарь названий гидрографических объектов России и других стран — членов СНГ / под ред. Г. И. Донидзе. — М. : Картгеоцентр — Геодезиздат, 1999. — С. 331. — ISBN 5-86066-017-0.
- ↑ Топонимы индо-иранского происхождения, характеризующие водные объекты и горный ландшафт Башкортостана
- ↑ Хайдар Зиннатуллин. Һәләүек