Береш (Егән ҡушылдығы)
Береш | |
---|---|
урыҫ Бриш | |
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 17 км |
Һыу ағымы | |
Инеше | |
· Урынлашыуы | Ҡәҙерәле (һырт) |
· Координаталар | 53°24′05″ с. ш. 56°34′56″ в. д.HGЯO |
Тамағы | Егән |
· Урынлашыуы | тамағынан 77 км өҫтәрәк һул ярына |
· Бейеклеге | 221,8[1] м |
· Координаталар | 53°32′25″ с. ш. 56°37′29″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | Егән → Ағиҙел → Түбәнге Кама һыуһаҡлағысы → Кама → Волга → Каспий диңгеҙе |
Ил | Рәсәй Федерацияһы |
Регион | Башкортостан |
Район | Ишимбайский район |
РДҺР | 10010200712111100018487 |
Береш — Рәсәйҙәге йылға. Башҡортостан Республикаһы[2] биләмәләрендә аға. Йылға Егән йылғаһының һул ярына тамағынан 77 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 17 км.
Ҡәҙерәле һыртының битләүендә баш ала. Ишембай районы биләмәләре буйлап көньяҡтан төньяҡҡа табан аға.
Йылғаның тирә-яғында һоро урман тупрағы һәм ташлы (грубоскелетный) тупраҡта киң япраҡлы урмандар үҫә (имән, йүкә, саған, йыла).
«Береш» атамаһын тикшеренеүселәр кеше исеменән алынған тип иҫәпләй.[3]
«Береш»- башҡортса балыҡ исеме (русса бёрш, волжский судак).Тик белгестәр уны Ағиҙелгә Каманан килеп инә, шуға Ағиҙелдең үрге ағымында осрай ти.
Һыу реестры мәғлүмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Кама һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Ағиҙел йылғаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Охлебино һыу үлсәү посына тиклем, Эҫем йылғаһын индермәйенсә. Бәләкәй йылға бассейны (йылға эске бассейны) — Ағиҙел, йылға бассейны — Кама[4].
Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре буйынса[4]:
- Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010200712111100018487
- Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111101848
- Бассейн коды — 10.01.02.007
- ГӨ буйынса томы — 11
- ГӨ буйынса сығарылыш — 1
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ишимбайская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — С. 119. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Карта Ишимбайского района
- Баштурист
- Рәсәй Федерацияһы тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы 2015 йыл 26 май архивланған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Лист карты N-40-90 Макарово. Масштаб: 1 : 100 000. Издание 1979 г.
- ↑ «Рәсәй гидротехник ҡоролмалар регистры һәм дәүләт һыу кадастры үҙәге».
- ↑ Словарь топонимов башкирского языка
- ↑ 4,0 4,1 РФ һыу реестры: Береш .
Был гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ