Ҡәҙерәле (һырт)
Уҡыу көйләүҙәре
Ҡәҙерәле | |
---|---|
Характеристики | |
Оҙонлоғо | 23 км |
Киңлеге | 4 км |
Бейек нөктәләре | |
Иң бейек түбәһе | Ҡәҙерәле тауы |
Абсолют бейеклеге | 602 м |
Урынлашыуы | |
53°27′11″ с. ш. 56°36′18″ в. д.HGЯO | |
Ил | |
РФ субъекты | Башҡортостан |
Тау системаһы | Урал тауҙары |
Ҡәҙерәле — Көньяҡ Уралдағы тау һырты. Башҡортостандың Ишембай районы биләмәһендә урынлашҡан.
Ҡәҙерәле тау һырты Башҡорт Уралына (көньяҡ) ҡарай.
Һырт Ишембай районы Әселе йылғаһынан (Еҙем йылғаһы бассейны) Егәҙе йылғаһы тамағынаса (Өрөк йылғаһы бассейны) меридиан буйлап һуҙылған.
Һырттың оҙонлоғо 23 км, киңлеге 4-тән 8 км-ғаса, иң бейек түбәһе Ҡәҙерәле тауы - 602 метр.
Ҡатау свитаһының эзбизташ, бурташ тоҡомдарынан тора. Бериш (Егән йылғаһы бассейны), Ергәҙе һәм Ямаш (Өрөк йылғаһы бассейны) йылғалары баш ала.
Ландшафты һоро тау урман тупрағында һәм көлһыу тупраҡтарҙа киң япраҡлы урмандар менән ҡапланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ишимбайская энциклопедия. Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015, 279 б.