Тимербулатов Вил Мамил улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Тимербулатов Вил Мамил улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 1 июнь 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (66 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Ишембай районы, Ишәй
Һөнәр төрө ректор, хирург
Эш биреүсе Башҡорт дәүләт медицина университеты
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
Салауат Юлаев ордены Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған врачы Дуҫлыҡ ордены Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт медицина университеты
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]

Вил Мамил улы Тимербулатов (1 июнь 1952, Ишәй, Стәрлетамаҡ районы, хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ишембай районы) — хирург, профессор, медицина фәндәре докторы (1989), Рәсәй Медицина фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы, Башҡортостан Фәндәр академияһы  академигы, Петр Фәндәр академияһы академигы (1995),  Башҡортостан Республикаһы Хирургтар ассоциацияһы президенты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы (2005)[1], Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1990), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998)[2].

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы депутаты (3-сө һәм 4-се саҡырыштарында),  Башҡорт  дәүләт  медицина институты ректоры  (1994—2011).[3]

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тимербулатов В. М.[4]1952 йылдың 1 июнендә БАССР-ҙың Стәрлетамаҡ районы, хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Ишәй  ауылында тыуа. Маҡар урта мәктәбендә уҡый.  1975 йылда Башҡортостан медицина институтын тамамлай.[5]

Табип-хирург.  1983 йылдан — медицина фәндәре кандидаты, 1989 йылдан — медицина фәндәре докторы, профессор (1991), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы (2005), Рәсәй Федерацияһы һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2004), Рәсәй Федерацияһы Медицина фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы (2005), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2009).

БАССР-ҙың Благовещен үҙәк район дауаханаһы хирургы  (1976—1979), Өфө ҡалаһының 8-се ҡала клиник дауаханаһының клиника ординаторы, хирургы  (1979—1982), 1982 йылдан Башҡортостан дәүләт медицина институтында  (хәҙерге Башҡорт дәүләт медицина университеты): 1988 йылдан  кафедра мөдире, бер үк ваҡытта 1994 йылдан ректор; 1990—1994 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш хирургы.[6]

Фәнни эшмәкәрлегенең йүнәлештәре: колопроктология, абдоминаль, миниинвазив, эренле хирургия.

Киҫкен парапроктитлы ауырыуҙарға диагноз ҡуйыу, уларҙы комплекслы дауалау һәм  реабилитациялауҙың яңы ысулдарын; киҫкен эсәк үткәрмәүсәнлеген диагнозлау һәм дауалау тактикаһы программаларын эшләй; туҡ эсәк дивертикулезы патогенезының концепцияһын формалаштыра.

Абдоминаль хирургия проблемаларын сисеүгә, радиойышлыҡлы  хирургияны үҫтереүгә өлөш индерә. Уның етәкселеге аҫтында Башҡортостан Республикаһында  эндоскопик хирургияны үҫтереү программаһы эшләнә. Колопроктология өлкәһендә ғилми мәктәп булдыра.

Уҡыусылары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Уҡыусылары араһында 16 фән докторы һәм 44 фән кандидаты бар.

Публикациялары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тимербулатов —  811 ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 40 монография, 65 уйлап табыу, хирургтар өсөн 2 белешмәлек авторы.

  • Регионарная анестезия и новокаиновые блокады в хирургии. Уфа, 1993 (соавтор).
  • Дивертикулярная болезнь толстой кишки. М., 2000 (соавтор).
  • Желчнокаменная болезнь и холецистит. М., 2001 (соавтор).
  • Профилактика гнойно-септических осложнений в хирургии. М.: Триада, 2003 (соавтор).
  • Хирургия абдоминальных повреждений. М.: МЕДпрессинформ, 2005 (соавтор).
  • Лучевая диагностика тромботических осложнений в хирургической клинике. Уфа: «Здравоохранение Башкортостана», 2009.(соавтор)

Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1990)
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998)
  • Рәсәй Медицина фәндәре академияһының А. Н. Бакулев исемендәге премияһы (2004) 
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы (2005)
  • Салауат Юлаев ордены (2007) 
  • Дуҫлыҡ ордены  (2013) 
  • А. М. Вишневский академияһының алтын миҙалы.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]