Эстәлеккә күсергә

Стәрлетамаҡ өлкәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Стәрлетамаҡ өлкәһе
Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Статус

Өлкә (административ берәмек)

Урынлашҡан урыны

Башҡорт АССР-ы

Административ үҙәк

Стәрлетамаҡ

ВКП(б)-ның һәм КПСС-тың Стәрлетамаҡ өлкә комитетының беренсе секретаре

Пётр Ильич Каменев

Стәрлетамаҡ өлкә Советы Башҡарма комитеты рәйесе

Ғатауллин Шәйех Мырҙа улы

Рәсми тел

башҡорт теле, урыҫ теле,

Стәрлетамаҡ өлкәһе —1952—1953 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы  составындағы РСФСР административ-территориаль берәмеге. 

Үҙәге —Стәрлетамаҡ ҡалаһы. ВКП(б) Стәрлетамаҡ өлкә комитетының беренсе секретаре П. И. Каменев булған. Беренсе өлкә конференцияһы 1952 йылдың 6 сентябрендә уҙғарылған. КПСС өлкә комитеты бюроһы постановлениеһы менән Стәрлетамаҡ өлкә комитеты 1953 йылдың 28 апрелендә Башҡорт АССР-ы составындағы өлкәләрҙе юҡҡа сығарыу менән бәйле бөтөрөлгән.

Стәрлетамаҡ өлкәһе (Өфө өлкәһе менән бер рәттән) СССР Юғары Советы Президиумы бойороғо менән 1952 йылдың 29 майында эре АССР-ҙар араһында өлкәләргә бүлеү эксперименты барышында барлыҡҡа килгән.

Административ бүленеш 

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Башҡорт һәм Татар АССР-ҙары өлкәләре 1953 йылда

Башҡортостандың көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан булған.

Өлкә составына индерелгән булған:

Бер йыл да үтмәгән, эксперимент уңышһыҙ тип табылған һәм СССР Юғары Советы бойороғо менән 1953 йылдың 30 апрелендә Стәрлетамаҡ өлкәһе бөтөрөлгән.

  • Каменев Пётр Ильич — ВКП(б)-ның һәм КПСС-тың Стәрлетамаҡ өлкә комитетының беренсе секретаре
  • Ғатауллин Шәйех Мырҙа улы — Стәрлетамаҡ өлкә Советы Башҡарма комитеты рәйесе
  • Бәҙертдинов Йәғәфәр Зәйнәғетдин улы — Стәрлетамаҡ өлкә Советы Башҡарма комитеты секретаре