Абҙан районы
Ил | |
---|---|
Статус | |
Урынлашҡан урыны | |
Берләштерә | |
Административ үҙәк |
село Абҙан |
Барлыҡҡа килеүе | |
Майҙаны |
2 234 км² |
Ваҡыт бүлкәте | |
Абҙан районы — БАССР‑ҙың көньяғында урынлашҡан элекке район (хәҙерге ваҡытта Ейәнсура районы биләмәһенә керә).
Төньяҡта — Ейәнсура, төньяҡ-көнсығышта — Йылайыр, көнсығышта Хәйбулла райондары, көньяҡта һәм көньяҡ-көнбайышта Ырымбур өлкәһе менән сиктәш булған. 1946 йылдың 20 мартында ойошторолған. 1956 йылдың 4 июлендә бөтөрөлгән, биләмәһе Ейәнсура районы составына индерелгән. Майҙаны 2234 км². Район үҙәге — Абҙан ауылы.
Районда 8 ауыл советы, 58 ауыл торама пункты булған. Халҡы — 2376 кеше (1950), күпселек башҡорттар йәшәгән. Иҡтисади нигеҙен һарыҡсылыҡҡа, һөт‑ит йүнәлешле һыйыр малы үрсетеүгә, иген культуралары һәм мал аҙығы культуралары, көнбағыш үҫтереүгә махсуслашҡан ауыл хужалығы тәшкил иткән. 14 колхоз, 2 совхоз, МТС, 48 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 3 урта мәктәп, үҙәк район дауаханаһы, мәҙәниәт йорто, 12 клуб учреждениеһы, район һәм 12 ауыл китапханаһы булған. «Сталинсе» гәзите сыҡҡан.