Иманғолов Динислам Ислам улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Иманғолов Динислам Ислам улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 10 сентябрь 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Стәрлетамаҡ кантоны, Урман-Бишҡаҙаҡ
Вафат булыу көнө 22 сентябрь 2014({{padleft:2014|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (90 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Башҡортостан Республикаhы, Стәрлетамаҡ
Һөнәр төрө сварщик
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Октябрь революцияһы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы

Динислам Исламетдин улы (Ислам улы) Иманғолов (10 сентябрь 1924 йыл, Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы, БАССР, РСФСР, СССР — 22 сентябрь 2014 йыл) — Стәрлетамаҡ сода-цемент комбинаты электригы, Социалистик Хеҙмәт Геройы. Стәрлетамаҡ ҡалаһының почетлы гражданины. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Башҡорт АССР-ы Юғары Советының туғыҙынсы саҡырылышы депутаты (1975—1980). 1994 йылда пенсияға сыҡҡанға тиклем Стәрлетамаҡ «Сода» производство берекмәһендә эшләй. Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

БАССР-ҙың Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында тыуа. Белеме — тулы булмаған урта.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1939 йылда Ишембай районының «Торатау» колхозында тимерсе булып башлай. 1942—1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, 1947 йылда Совет Армияһы сафтарынан демобилизациялана[1].

1947—1951 йылдарҙа «Торатау» колхозында һөтсөлөк фермаһы мөдире һәм хисапсы булып эшләй. 1951 йылдан Стәрлетамаҡ сода-цемент комбинатының контроль-үлсәү приборҙары һәм автоматика цехында электрослесарь булып эшләй. 1952 йылда икенсе һөнәргә — газоэлектросварщиклыҡҡа эйә була.

Д. И. Иманғоловтың контроль-үлсәү приборҙары һәм автоматиканы монтажлауҙа һәм хеҙмәтләндереүҙә оҫта эш итеүе комбинаттың производство күрһәткестәрен күтәреүгә булышлыҡ итә. Д. И. Иманғолов эшләгән бригада ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә иҫкергән ҡорамалды замансаһына һәм камилырағына алмаштырып ҡуя, һөҙөмтәлә 1973 йылда кальцийлы сода етештереү 1970 йыл менән сағыштырғанда 277 мең тоннаға арта. Ҡорамалды алмаштырыуҙан алынған иҡтисади эффект 150 мең һум тәшкил итә. Туғыҙынсы биш йылллыҡтың (1971—1975) тәүге өс йылында 533 тонна аммияк, 4 500 000 киловатт-сәғәт электр энергияһы, 55 000 гектокалорий пар экономиялана. Технологик процестарҙы контролләү һәм көйләү өлкәһендәге технологик камиллаштырыуҙар йылына 786 мең һумлыҡ иҡтисади эффект бирә.

Д. И. Иманғолов 16 рационализаторлыҡ тәҡдимен производствоға индерә. Үҙенең бай эш тәжрибәһен йәштәргә тапшыра. Туғыҙынсы биш йыллыҡтың өс йылында йына 12 йәш эшсегә һөнәр үҙләштерергә ярҙам итә.

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1974)
  • Ленин (1974), Октябрь Революцияһы (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966), II дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1946) ордендары, миҙалдар менән бүләкләнгән.

1973 йылдың пландарын һәм ҡабул ителгән социалистик йөкләмәләрҙе үтәүҙә һәм арттырып үтәүҙә күрһәткән уңыштары өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1974 йылдың 15 ғинуарындағы Указы менән Д. И. Иманғоловҡа Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

Стәрлетамаҡ ҡалаһының почётлы гражданины (1969 йыл):

Стәрлетамаҡ ҡалаһында Геройға бюст ҡуйылған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

http://www.proshkolu.ru/user/Iluza23/file/1456616/