Байымов Хажиәхмәт Хаживәли улы
Байымов Хажиәхмәт Хаживәли улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 10 ғинуар 1950 (74 йәш) |
Тыуған урыны |
Ишембай районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР Ҡарайған ауылы, Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл Советы (Ишембай районы), Ишембай районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | энергетик, сәйәсмән |
Уҡыу йорто | Томск политехник университеты |
Байымов Хажиәхмәт Хаживәли улы (рус. Баемов Хажиахмет Хаживалиевич; 10 ғинуар 1950 йыл) — муниципаль хеҙмәткәр, хужалыҡ эшмәкәре, инженер-механик, энергетик. Башҡортостан Республикаһының беренсе саҡырылыш (1995—1999) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты[1]. Милләте — башҡорт.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хажиәхмәт Хаживәли улы Байымов 1950 йылдың 10 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Ишембай районындағы Ҡарайған ауылында тыуған.
Юғары белемле — 1971 йылда Томск политехник институтын тамамлай.
Хеҙмәт юлын юғары уҡыу йортон тамамлаған 1971 йылда Иркутскиҙағы «Востокэнергоремонт» етештереү предприятиеһында мастер вазифаһында башлай, унда 1973 йылға тиклем эшләй.
1973—1975 йылдарҙа — Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.
1975—1984 йылдарҙа — Башҡортостан энергетика системаһында эшләй: Яңы Стәрлетамаҡ йылылыҡ-электр үҙәгендә (ТЭЦ) ҡаҙанлыҡ машинисы, өлкән машинист, смена начальнигы, начальник урынбаҫары була, йылылыҡ электр станцияһының ҡаҙанлыҡ-турбина цехы начальнигы итеп тәғәйенләнә. Яңы Стәрлетамаҡ йылылыҡ-электр үҙәге йылылыҡ менән тәьмин итеү ҡоролмаларын сафҡа индереүҙә, проект ҡеүәтенә тиклем еткереүҙә һәм уны үҙләштереүҙә ҡатнаша.
1985—1988 йылдарҙа Күмертау йылылыҡ-электр үҙәгендә баш инженер вазифаһында эшләй, артабан предприятиеның директоры итеп тәғәйенләнә. Күмертау йылылыҡ-электр үҙәгенең техник яҡтан ҡайтанан йыһазландырылыуын, ҡорамалын реконструкциялауҙы һәм модернизациялауҙы тормошҡа ашыра, шул арҡала уны файҙаланыуҙың ышаныслылығы һәм хәүефһеҙлеге арта, шартлы яғыулыҡтың сағыштырма ауырлығы 12 процентҡа кәмеүенә өлгәшелә.
1994—1997 йылдарҙа — Күмертау халыҡ депутаттарының ҡала советы рәйесе — ҡала хакимиәте башлығы[2].
1997 йылдан — Башҡортостан Республикаһы буйынса «Башкиргосэнергонадзор» дәүләт энергетика күҙәтеүе территориаль идаралығы начальнигы[3].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1995 йылда Байымов Хажиәхмәт Хаживәли улы Күмертау ҡалаһы буйынса 17-се Күмертау һайлау округынан Башҡортостан Республикаһының беренсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайланған, Дәүләт Йыйылышы Вәкилдәр Палатаһының Сәнәғәт, төҙөлөш, транспорт, элемтә, энергетика һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комиссияһы рәйесе урынбаҫары булған. Был саҡырылыш 1999 йылға тиклем эшләгән[4].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Баемов Хажиахмет Хаживалиевич 2020 йыл 20 сентябрь архивланған.
- ↑ Из календаря — 2015: День рождения депутатского корпуса города Кумертау
- ↑ Баемов Хажиахмет Хаживалиевич 2020 йыл 20 сентябрь архивланған.
- ↑ Постановление Палаты Представителей Государственного Собрания РБ от 26.04.1995 N ПП-16 «Об утверждении состава Комитета Палаты Представителей Государственного Собрания Республики Башкортостан по промышленности, строительству, транспорту, связи, энергетике и предпринимательству» 2021 йыл 9 апрель архивланған.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. Документы и материалы / Сост. В. Г. Азнагулов, З. Г. Хамитова. — Уфа: Башкортостан, 2005. — Т. 2. — ISBN 5-8258-0204-5.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Постановление Палаты Представителей Государственного Собрания РБ от 26.04.1995 N ПП-16 «Об утверждении состава Комитета Палаты Представителей Государственного Собрания Республики Башкортостан по промышленности, строительству, транспорту, связи, энергетике и предпринимательству» 2021 йыл 9 апрель архивланған.
- Баемов Хажиахмет Хаживалиевич 2020 йыл 20 сентябрь архивланған.