Әминев Ғәликарам Хәмит улы
| Әминев Ғәликарам Хәмит улы | |
| Зат | ир-ат |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған көнө | 1922 |
| Тыуған урыны | Әхмөр, Стәрлетамаҡ кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР |
| Вафат булған көнө | 16 февраль 1945 |
| Һөнәр төрө | яугир |
| Хәрби звание | ефрейтор |
| Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
| Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
| Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яуҙа һәләк була[d] |
| Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Әминев Ғәликарам Хәмит улы (рус. Аминев Галикарам Хамитович; 1922 — 16 февраль 1945) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 148-се артиллерия-миномёт полкында өлкән разведчик[1]. Гвардия ефрейторы[2].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәликарам Хәмит (Хисмәт) улы Әминев (Әхмәтов) 1922 йылда БАССР-ҙың Стәрлетамаҡ кантонында (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Ишембай районы) Әхмәр ауылында тыуған[3].
1942 йылда Маҡар районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла.
Гвардия ефрейторы Әминев Ғәликарам Хәмит улы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 148-се артиллерия-миномёт полкында өлкән разведчик булып хеҙмәт итә.
1944 йылдың 12 ғинуарындағы һуғышта шәхси ҡоралы менән 2 дошман һалдатын атып үлтерә. Был ҡаһарманлығы өсөн 1944 йылдың 1 майында «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы тапшырыла.
1945 йылдың 16 февралендә һәләк була. Германияла Браллентин ҡалаһында ерләнгән[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (1943)
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (1944)
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1945)[1].
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әминев Ғәликарам Хәмит улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[4] һәм БР-ның Ишембай районы Әхмәр ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ЦАМО. Фонд 33. Опись 690155. Единица хранения 5136
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шаймуратовцы. Аминев Галикарам Хамитович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 июль 2021)
- Память народа. Аминев Галикарам Хамитович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 июль 2021)
- Дорога памяти. Аминев Галикарам Хамитович 2021 йыл 29 июнь архивланған.
- РГБ: Память : Республика Башкортостан : Списки погибших в Велик. Отеч. войне 1941—1945 гг. / Редкол.: Аюпов М. А. (гл. ред.) и др. — Уфа : Китап, 1994 ISBN 5-295-00958-0
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 2 Шаймуратовцы. Аминев Галикарам Хамитович
- ↑ Дорога памяти. Аминев Галикарам Хамитович 2021 йыл 29 июнь архивланған.
- 1 2 Память народа. Аминев Галикарам Хамитович
- ↑ РГБ: Память : Республика Башкортостан : Списки погибших в Велик. Отеч. войне 1941—1945 гг. / Редкол.: Аюпов М. А. (гл. ред.) и др. — Уфа : Китап, 1994 ISBN 5-295-00958-0