Эстәлеккә күсергә

Иҙрисов Миңдулла Сәлимйән улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҙрисов Миңдулла Сәлимйән улы
Тыуған ваҡыты:

17 ғинуар 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (76 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Ғафури районы Йөҙимән ауылы

Һөнәре:

актёр

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Әүҙем йылдары:

19732012

Театр:

Салауат башҡорт дәүләт драма театры

Наградалары:
Башҡортостандың халыҡ артисы
Башҡортостандың халыҡ артисы
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2010)

Иҙрисов Миңдулла Сәлимйән улы (17 ғинуар 1948 йыл) — театр актёры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған (1979) һәм халыҡ (2003), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2010). Салауат башҡорт дәүләт драма театрының «икенсе быуын» артистарының иң сағыу вәкилдәренең береһе.

Миңдулла Сәлимйән улы Иҙрисов 1948 йылдың 17 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Ғафури районы Йөҙимән ауылында тыуған. 1972 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетын тамамлай. Институтты тамамлағандан алып Салауат башҡорт дәүләт драма театрында эшләй. Артистың бөтә ижади тормошо ошо Салауат театры менән бәйле. Ул — төрлө планлы ролдәрҙе (характерлы, комик, драматик) башҡарырға һәләтле талантлы артист.

Спектаклдәрҙәге ролдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Мирхәйҙәр — «Бәхтигәрәй» (А. Мирзаһитов, 1977й.)
  • Заһит — «Онота алмаһаң, ни эшләрһең?…» (Х. Вәхит, 1978й.)
  • Заһир — «Ҡара йөҙҙәр» (М. Ғәфури, 1978й.)
  • Кәрим — «Сабыр-Сабир мажаралары» (Г.Башкуев,1996й.)
  • Ғәфүр — «Юғалма, өмөтөм» (Х. Ирғәлин, 1999й.)
  • Ғәйфулла — «Алма беш, ауыҙға төш» (С. Латыпов,1999й.)
  • Юлай Аҙналин — «Салауат» (М. Кәрим, 1999й.)
  • Изгелек — «Йылан ҡабығы» (А.Дилмөхәмәтова, 1999й.)
  • Мулла — «Гөлшаян» (М.Әмир, 2000й.)
  • Сынтимер — «Нәркәс» (И. Йомағолов, 2001й.)
  • Шәрифйән — «Аҡҡошом минең» (Ә.Яхина, 2001й.)
  • Демош — «Аҡ йәйҙәрем үтте инде» (Л.Станкова, 2001й.)
  • Камил — «Үҙ бисәмә өйләнәм» (Н.Ғәйетбаев, 2002й.)
  • Ибраһим — « Йәшенле ямғыр» (З. Атнабаева, 2002й.)
  • Башмаҡсы — «Ах, Сапатера!» (Ф. Гарсиа Лорка, 2003й.)
  • Зәки Вәлиди — «Көҙән башҡорто» (Н. Асанбаев, 2004й.)
  • Тимофей — «Кавардак Forever!!!» (С. Лобозеров, 2004й.)
  • Альберт — «Кешеләр һәм бал ҡорттары» (А. Хөсәйенов, 2005й.)
  • Ғәйфулла — «Зәйтүнгөл» (Н. Асанбаев, 2005й.)
  • Дәрүиш — «Ай тотолған төндә» (М. Кәрим, 2006й.)
  • Нурғәле — «Шулай булды шул» (Т. Миңнуллин, 2006й.)
  • Шәйхи — «Һөйәркәм килгән… Ни эшләргә?» (З. Хәким, 2007й.)
  • Уразев — «Ете ҡыҙ» (Н.Асанбаев, 2008й.)
  • Атай — «Минең ҡәйнәм — әүлиә» (С.Белов,2009й.)
  • Аҡһаҡал — «Риүәйәт» (Т.Миңнуллин,2010 г.)
  • Ирғәли — «Бер рәхәттең бер михнәте» (А.Попов,2011й.)
  • Бәхтийәр — «Әҙип-хан» (А.Хөсәйенов, 2012й.)
  • Ғабдулла — «Мөхәббәт күле» (М.Бағаев, 2012й.)
  • Әлмәндәр — «Әлдермештән Әлмәндәр» (Т.Миңнуллин, 2014й.)
  • Арыҫлан — «Ҡыҙын алдым ҡосаҡҡа» (Б.Аппаев, 2014й.)
  • Кохан — «Эх, Өфө ҡыҙҙары» (И.Абдуллин, 2015й.)
  • Фирҙәт — «Гөлкәйҙең бәхете» (Ш.Шәкүрова, 2015 й.)
  • 3-сө ҡарт — «Ерҙәштәр» (М.Кәримдең «Ауыл адвокаттары» повесы буйынса А.Федоров инсц., 2016й.)

Миңдулла Сәлимйән улы үҙенең бөтә ижади тормошонда 60-тан артыҡ роль ижад итә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1979 йылда «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы», 2003 йылда «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була. «Йылдың иң яҡшы артисы — 2004 йыл, 2006 йыл». Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2010 йыл).

М. Иҙрисов тураһында фильм