Хәйруллина Минзәлә Ғәйнетдин ҡыҙы
Перейти к навигации
Перейти к поиску
{{фамилиялаш|Хәйруллина
Хәйруллина Минзәлә Ғәйнетдин ҡыҙы | |
Тыуған ваҡыты: |
13.10.1961 |
---|---|
Тыуған урыны: |
Башҡорт АССР-ы, Әлшәй районы, Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылы |
Һөнәре: |
артист |
Гражданлығы: | |
Әүҙем йылдары: | |
Театр: | |
Наградалары: |
Хәйруллина Минзәлә Ғәйнетдин ҡыҙы (1961 йылда тыуған) — театр артисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2004)[1].
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Хәйруллина Минзәлә Ғәйнетдин ҡыҙы 1983 йылда Заһир Исмәғилов исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының театр сәнғәте факультетын (педагогтары Исрафилов, Рифҡәт Вәкил улы һәм Мөбәрәкова Гөлли Арыҫлан ҡыҙы) тамамлай. 1983 йылдан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында эшләй башлай[2].
Театрҙа башҡарған ролдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «Тутыйғош Жако» Славкин Виктор Иосифович — «Катя»
- «Ҡоштар ояларына ҡайталар» Ш. Рәхмәтуллина — «Мадам»
- «Миләүшә», Нәжиб Асанбаев — «Миләүшә»
- «Йәш йөрәктәр», Ф. Бурнаш — «Мәфтуха»
- «Өлкән ул» Вампилов Александр Валентинович — «Нина»
- «Аманатҡа хыянат», Ф. Богданов — «Римма»
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2004)
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1992)
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Маҡтаулы исем 2004 йылдың 16 декабрындағы Башҡорстостан Президенты ҡарары № ПҠ-639 менән бирелә
- ↑ Хәйруллина Минзәлә Ғәйнетдин ҡыҙы Мәжит Ғафури исемендәге театр сайтында