Сәйетов Илдар Ширҡәт улы
Сәйетов Илдар Ширҡәт улы | |
Тыуған ваҡыты: | |
---|---|
Тыуған урыны: | |
Вафат ваҡыты: |
14 октябрь 2020 (63 йәш) |
Вафат урыны: |
Башҡортостан, Өфө ҡалаһы |
Һөнәре: |
актёр |
Гражданлығы: | |
Театр: |
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры |
Наградалары: | |
Сайт: |
Сәйетов Илдар Ширҡәт улы (25 ғинуар 1957 йыл — 14 октябрь 2020 йыл) — театр һәм кино актёры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2002) артисы.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Илдар Ширҡәт улы Сәйетов 1957 йылдың 25 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Баҡалы районы Баҡалы ауылында тыуған.
Баҡалыла 2-се урта мәктәпте тамамлағас, урындағы кирбес заводында эшләй, хәрби хеҙмәтен үтәй.
1983 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтынының (хәҙер Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты) театр сәнғәте факультетын (педагогтары — Рифҡәт Исрафилов, Павел Мельниченко) тамамлай һәм шунан бирле Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләй.
Бер үк ваҡытта Башҡортостан телевидениеһында эшләп, «Китап тартмаһында», «Сатира һәм юмор» тапшырыуҙарын алып бара. «Беҙ өсәү инек», «Кинйә» телефильмдарында төшә.
Актёр 2020 йылдың 14 октябрендә Өфө ҡалаһында вафат булды[1].
Спектаклдәрҙәге ролдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Адвокат Нагело («Илай белмәй торған ҡатын» — Филиппо Э. де); Андрей («Апалы-һеңлеле өсәү» — Чехов А. П.); Буштец («Рядовойҙар» — Дударев А.); Великатов («Таланттар һәм баш эйеүселәр» — Островский А. Н.); Вилдан («Бибинур, ах, Бибинур!» — Флорид Бүләков); граф Федерико («Бесән өҫтөндәге эт» — Лопе де Вега ); капитан Казарян («Ярлыҡау» — Мостай Кәрим); Ҡудашев («Һуңғы уҙаман» — Азат Абдуллин); Кудашев («Ун өсөнсө председатель» — Азат Абдуллин); Кудимов («Өлкән улым» — Вампилов А. В.); Тимербай («Эх, дуҫҡайым Байтимер» — Рәлиф Кинйәбаев); Толпар («Ос, Толпарым!» — Флорид Бүләков; Ялсығол («Ай тотолған төндә» — Мостай Кәрим).
Кинолағы ролдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Омар — «Айыу» (Медведь) фильмында (2005)
- Полковник Безухов — «Ирлән көнө, йәки рус бәхете» (День хомячка) фильмында (2003).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2008)
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2002)
- Башҡортостандың атҡаҙанған артисы
- «Туғанлыҡ» төрки телле театрҙарҙарының халыҡ-ара фестивалендә «Кәкүк ояһы» спектакле ҡуйылышы өсөн гран-при
- А. Мөбәрәков исемендәге премия(1995)
- «Туғанлыҡ» премияһы (Өфө) (1996)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- http://www.voteactors.ru/?page=actor&id=3154
- http://www.voteactors.ru/?page=actor&id=3154
- http://ufa.regionz.ru/index.php?ds=42409
- ↑ Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы, Башҡорт драма театры актеры Илдар Сәйетов донъя ҡуйған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 14 октябрь 2020 йыл (Тикшерелеү көнө: 14 октябрь 2020)
- 25 ғинуарҙа тыуғандар
- 1957 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Баҡалы районында тыуғандар
- 14 октябрҙә вафат булғандар
- 2020 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Алфавит буйынса актёрҙар
- СССР актёрҙары
- Рәсәй актёрҙары
- XX быуат актёрҙары
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артистары
- Башҡортостандың халыҡ артистары
- Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаусылар
- Башҡортостандың атҡаҙанған артистары
- Шәхестәр:Башҡорт дәүләт академия драма театры