Исрафилов Рифҡәт Вәкил улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Рифҡәт Исрафилов битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Рифҡәт Исрафилов
Israfilov.jpg
Тыуған ваҡыты:

6 август 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (77 йәш)

Тыуған урыны:

Яңы Мөслим ауылы, Мәсетле районы, БАССР, СССР

Һөнәре:

Театр режиссёры

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Театр:

Башҡорт дәүләт академия драма театры;
М. Горький исемендәге Ырымбур өлкә дәүләт драма театры

Спектаклдәре:
IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
Почёт ордены — 2002 Халыҡтар Дуҫлығы ордены  — 1986
РСФСР-ҙың халыҡ артисы— 1989||

Хата: рәсем дөрөҫ түгел йәки юҡ

Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы — 1995
Салауат Юлаев исемендәге премияһы

Исрафилов Рифҡәт Вәкил улы (6 август 1941 йыл) — режиссёр, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1974 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Профессор (1993). РСФСР‑ҙың халыҡ артисы (1989), РСФСР‑ҙың (1982), Башҡорт АССР-ының (1977), Татарстан Республикаһының (1993), Төньяҡ Осетия‑Алания Республикаһының (2002) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы (1996), БАССР‑ҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1976) лауреаты. Халыҡтар дуҫлығы (1986), Почёт (2002) һәм IV дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2012) ордендары кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рифҡәт Вәкил улы Исрафилов 1941 йылдың 6 авгусында Башҡорт АССР-ының Мәсетле районы Яңы Мөслим ауылында тыуған. 1981—1996 йылдарҙа Башҡорт дәүләт академия драма театрының баш режиссёры. 1997 йылдан — М. Горький исемендәге Ырымбур өлкә драма театрының художество етәксеһе.

1965 йылда — Өфө сәнғәт училищеһының режиссёрҙар бүлеген, ә 1973 йылда А. В. Луначарский исемендәге театр сәнғәте дәүләт институтын (ГИТИС) тамамлаған.

Педагогик эшмәкәрлеген 1997 йылда Өфө сәнғәт институтында башлай. Бер нисә быуын артистарҙы уҡыта. Хәҙер уның уҡыусылары башҡорт театр сәнғәтенең төп ижади көсө булып тора. Күптәре Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ һәм атҡаҙанған артистары. 1987 йылдан — доцент, 1993 йылдан — профессор. 1995 йылдан Санкт-Петербургтағы Петров Фән һәм сәнғәт академияһы ағзаһы, «Академик» тигән маҡтаулы исеме бар.

Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләгән ваҡытта Рәсәйҙәге иң күренекле ҡуйыусы-режиссер булып таныла. Иң билдәле спектаклдәре: «Эй, яҙмыш, яҙмыш» (М. Кәрим, Өфө), «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» (М. Кәрим, Өфө), «Тапшырылмаған хаттар» (Ғ. Ҡотой, Өфө), «Ғәлиәбаныу» (М. Фәйзи, Өфө).

Флорид Бүләков пьесаһы буйынса ҡуйылған «Бибинур, ах, Бибинур» спектакле театр тормошонда ҙур ваҡиғаға әүерелде. Халыҡ-ара «Туғанлыҡ» театр фестивалендә (Өфө, 1996) «Гран-при» призын алды һәм Мәскәү Милләттәр Театрында иң яҡшы спектаклдәр фестивалендә күрһәтелде. 1996 йылда был спектакль Рәсәй дәүләт премияһына лайыҡ була.

2008 йылда Рифҡәт Исрафилов етәкләгән М. Горький исемендәге Ырымбур драма театрына «Театр сәнғәтен үҫтереүҙәге уңыштары өсөн» Фёдор Волков исемендәге Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы бирелә.

Маҡтаулы исемдәре һәм һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Уның тураһында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]