Исрафилов Рифҡәт Вәкил улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Рифҡәт Исрафилов
Исрафилов Рифҡәт Вәкил улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 6 август 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})[1] (80 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Мәсетле районы, Яңы Мөслим ауыл Советы, Яңы Мөслим ауылы[1]
Һөнәр төрө актёр, театр режиссёры, уҡытыусы
Эш биреүсе Башҡорт дәүләт академия драма театры[1]
М. Горький исемендәге Ырымбур өлкә драма театры[d][1]
Уҡыу йорто Рәсәй театр сәнғәте университеты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Исрафилов Рифҡәт Вәкил улы (6 август 1941 йыл) — режиссёр, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1997 йылдан М. Горький исемендәге Ырымбур өлкә драма театрының художество етәксеһе, бер үк ваҡытта 1998 йылдан Ырымбур сәнғәт институты уҡытыусыһы. 1974 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Профессор (1993). РСФСР‑ҙың халыҡ артисы (1989), РСФСР‑ҙың (1982), Башҡорт АССР-ының (1977), Татарстан Республикаһының (1993), Төньяҡ Осетия‑Алания Республикаһының (2002) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы (1996), БАССР‑ҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1976) лауреаты. Халыҡтар дуҫлығы (1986), Почёт (2002) һәм IV дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2012), Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы (2021) һәм Салауат Юлаев (2020)[2] ордендары кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рифҡәт Вәкил улы Исрафилов 1941 йылдың 6 авгусында Башҡорт АССР-ының Мәсетле районы Яңы Мөслим ауылында тыуған. 1981 йылдан Башҡорт дәүләт академия драма театрының баш режиссёры һәм художество етәксеһе. 1997 йылдан — М. Горький исемендәге Ырымбур өлкә драма театрының художество етәксеһе.

1965 йылда — Өфө сәнғәт училищеһының режиссёрҙар бүлеген, ә 1973 йылда А. В. Луначарский исемендәге театр сәнғәте дәүләт институтын (ГИТИС) тамамлаған.

Педагогик эшмәкәрлеген 1997 йылда Өфө сәнғәт институтында башлай. Бер нисә быуын артистарҙы уҡыта. Хәҙер уның уҡыусылары башҡорт театр сәнғәтенең төп ижади көсө булып тора. Күптәре Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ һәм атҡаҙанған артистары. 1987 йылдан — доцент, 1993 йылдан — профессор. 1995 йылдан Санкт-Петербургтағы Петров Фән һәм сәнғәт академияһы ағзаһы, «академик» ғилми дәрәжәһенә эйә.

Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләгән ваҡытта Рәсәйҙәге иң күренекле ҡуйыусы-режиссёр булып таныла. Иң билдәле спектаклдәре: «Эй, яҙмыш, яҙмыш» (М. Кәрим, Өфө), «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» (М. Кәрим, Өфө), «Тапшырылмаған хаттар» (Ғ. Ҡотой, Өфө), «Ғәлиәбаныу» (М. Фәйзи, Өфө).

Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Флорид Бүләков пьесаһы буйынса ҡуйылған «Бибинур, ах, Бибинур» спектакле театр тормошонда ҙур ваҡиғаға әүерелде. Халыҡ-ара «Туғанлыҡ» театр фестивалендә (Өфө, 1996) «Гран-при» призын алды һәм Мәскәү Милләттәр Театрында иң яҡшы спектаклдәр фестивалендә күрһәтелде. 1996 йылда был спектакль Рәсәй дәүләт премияһына лайыҡ була.

2008 йылда Рифҡәт Исрафилов етәкләгән М. Горький исемендәге Ырымбур драма театрына «Театр сәнғәтен үҫтереүҙәге уңыштары өсөн» Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Фёдор Волков исемендәге премияһы бирелде.

2020 йылда Рифҡәт Исрафилов Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде[3].

2019/2020 йылдар миҙгеле өсөн Рәсәйҙең «Алтын битлек» милли театр премияһы «Театр сәнғәтенә ҙур өлөш индергән өсөн» номинацияһында Рифҡәт Исрафиловҡа тапшырылды[4].

2021 йылдың 12 сентябрендә Ырымбур өлкә дәүләт драма театрының Өфөләге гастролдәрен ябыу тантанаһында РОифҡәт Исрафиловҡа Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы ордены тапшырылды[5].

Маҡтаулы исемдәре һәм һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1976 — Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы
  • 1977 — Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
  • 1982 — РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
  • 1986 — СССР-ҙың Халыҡтар Дуҫлығы ордены
  • 1989 — РСФСР-ҙың халыҡ артисы
  • 1991 — БАССР Юғары Советы Президиумы Почёт грамотаһы
  • 1993 — Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
  • 2002 — Рәсәйҙең Почёт ордены
  • 2002 — Төньяҡ Осетия — Алания Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
  • 2016 — «Василий Шукшин» миҙалы[6].
  • 2019 — Александр Невский ордены[7]
  • 2020 — Салауат Юлаев ордены.
  • 2021 — Рәсәйҙең «Алтын битлек» милли театр премияһы
  • 2021 — Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы ордены

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Башҡорт энциклопедияһыБашкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
  2. Радий Хабиров вручил государственные награды России и Башкортостана. Глава Республики Башкортостан. Официальный сайт. 21.01.2020 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 ғинуар 2020)
  3. СПИСОК награждённых государственными наградами Российской Федерации и Республики Башкортостан (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 ғинуар 2020)
  4. «Алтын битлек»тең махсус премияһы Рифҡәт Исрафиловҡа тапшырылды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 23 апрель 2021 йыл (Тикшерелеү көнө: 23 апрель 2021)
  5. В Уфе режиссеру Рифкату Исрафилову вручили Орден дружбы народов. ИА «Башинформ», 12 сентября 2021 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 сентябрь 2021)
  6. Өфөлә режиссёр Рифҡәт Исрафиловҡа «Василий Шукшин» миҙалы тапшырылды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы. 2016, 13 апрель (Тикшерелеү көнө: 13 апрель 2016)
  7. Указ Президента Российской Федерации от 11 ноября 2019 года

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]