Фәйзуллин Мирхәйҙәр Мостафа улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(М. Фәйзи битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Мирхәйҙәр Фәйзи
Исеме:

Мирхәйҙәр Мостафа улы Фәйзуллин

Тыуған көнө:

19 октябрь 1891({{padleft:1891|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})

Тыуған урыны:

Ырымбур губернаһы Күкшел ауылында

Вафат булған көнө:

9 июль 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (36 йәш)

Вафат булған урыны:

Баймаҡ

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы, драматург, шағир

Дебют:

«Сәскәләр араһында»

Мирхәйҙәр Фәйзи (19 октябрь 18919 июль 1928) — башҡорт һәм татар яҙыусыһы, драматург һәм журналист.

Мирхәйҙәр Мостафа улы Фәйзуллин 1891 йылдың 19 октябрендә элекке Ырымбур губернаһы Орск өйәҙенең Күкшел утарында тыуған. Орск һәм Ырымбурҙағы Хөсәйениә мәҙрәсәләрендә уҡый. Әҙәби әҫәрҙәр яҙыу менән йәшләй ҡыҙыҡһына башлай. Уның «Сәскәләр араһында», «Биҙәнеү», «Йәштәр алдатмайҙар» кеүек тәүге сәхнә әҫәрҙәре 1912 йылда баҫылып сыға. Ошо уҡ йылдарҙа «Йәштер алдатмайҙар» комедияһы Ҡазанда «Сәйәр» труппаһы тарафынан сәхнәлә ҡуйыла.

1916 йылда М. Фәйзи «Сәғҙәтбаныу» тигән драмаһын яҙа. Аҙаҡ, бер аҙ үҙгәрткәндән һуң, «Ғәлиәбаныу» исемеңдә был пьеса тиҙ арала популярлыҡ яулай һәм башҡорт, татар театрҙары репертуарының алтын фондына әүерелә.

Ғ. Ибраһимов Мирхәйҙәр Фәйзиҙе «драмалар ғәләмендә яңы мәктәп асыусы» тип уның ижадын юғары баһаланы. «Ҡыҙғаныс», «Тәҡдирҙең шаярыуы». «Ауыл байрамы», «Урал һыуы буйында». «Аҫылйәр», «Аҙашҡан күңел» һәм башҡа пьесаларыңда халыҡ тормошо реалистик алымдарҙа һүрәтләнә.

Граждандар һуғышы йылдарында М. Фәйзи бөтөпләйгә Башҡортостандың Баймаҡ районы Юлыҡ ауылына күсеп килә. Ауыл халҡы араһында культура-ағартыу эштәрендә актив ҡатнаша, драма түңәрәктәрендә спектаклдәр ҡуйыу, әҙәби һәм күңел асыу кисәләре ойоштора, китапханала эшләй.

Юлыҡта йәшәгәндә, мәңгелек әҫәрен, «Ғәлиәбаныу» пьесаһын ижад итә.

Ошо төбәктәге комсомол йәштәренең контрреволюцион элементтарға ҡаршы көрәшен сағылдырған «Ҡыҙыл йондоҙ» пьесаһын тамамлай. 1922 йылда Темәс ауылына күсә һәм «Ҡыҙыл Урал» газетаһының редколлегия ағзаһы булып эшләй. Тиҙҙән ул Өфәгә саҡырыла һәм Башҡорт дәүләт театрының даими драматургы итен билдәләнә.

1925—1928 йылдарҙа Баймаҡта йәшәй. Мирхәйҙәр Фәйзи ике тиҫтәгә яҡын пьеса, күп һандағы шиғыр, йыр һәм хикәйә авторы.

1928 йылдың 9 июлендә Баймаҡта үлә.

Баймаҡ районы хеҙмәтсәндәре үҙҙәренең яратҡан драматургын ҡаланың үҙәк паркына хөрмәтләп күмәләр.

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Юлыҡ ауылында 1994 йылда төҙөлгән яңы мәктәбенә 1997 йылда Мирхәйҙәр Фәйзи исеме бирелә. Уңышлы уҡыған, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан уҡыусыларға Мирхәйҙр Фәйзи премияһы тапшырыла. Мәктәптә күренекле драматургтың музейы бар. Унда драматургтың йән дуҫы Вафа Әҙеһәмовтың тальян гармуны ла урын алған.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Литературная карта Республики Башкортостан: Мирхайдар Файзи