9 июль
Перейти к навигации
Перейти к поиску
9 июль | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
![]() |
9 июль — григориан стиле буйынса йылдың 190-сы (кәбисә йылында 191-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 175 көн ҡала.
← июль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 |
2022 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
БМО: Атыу ҡоралын юҡ итеү көнө.
Рәсми булмаған
Ер: Мода көнө.
Австралия: Конституция көнө.
Аргентина: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө. День детской и подростковой литературы
Иран: Балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәте көнө.
Ҡаҙағстан: Һалым хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Һыу хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бибиков Борис Владимирович (1900—5.11.1986), педагог, актёр. РСФСР-ҙың (1947), Тажик ССР-ының (1964) һәм Башҡорт АССР-ының (1959) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ҡарағалпаҡ АССР-ының атҡаҙанған артисы (1967). 1934 йылдан Мәскәүҙең төрлө театрҙары режиссёры, бер үк ваҡытта ГИТИС һәм 1942 йылдан — Бөтә Союз дәүләт кинематография институты, 1970 йылдар аҙағынан Тажикстан сәнғәт институты уҡытыусыһы. Профессор (1951). Сталин премияһы лауреаты (1950). Сығышы менән хәҙерге Мәскәү өлкәһенең Серпухов ҡалаһынан.
- Лубышев Фёдор Владимирович (1945), ғалим-математик. 1971 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Физика- математика фәндәре докторы (1997), профессор (1999). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2000). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Бөгөлмә ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Арсланов Хәкимйән Исмәғил улы (1941—9.09.2015), хеҙмәт алдынғыһы. 1960—2001 йылдарҙа (өҙөклөк менән) «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе аппаратсыһы. Икенсе (1985) һәм өсөнсө (1980) дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Татар Нуғаҙағы ауылынан.
- Ғафарова Зөһрә Мәғрүф ҡыҙы (1946), педагогик хеҙмәт ветераны. 1978—2006 йылдарҙа хәҙерге Яңауыл ҡалаһының 3-сө урта мәктәп директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы. Яңауыл районы һәм Яңауыл ҡалаһының почётлы гражданы (2013). Сығышы менән ошо райондың Ҡарман ауылынан.
- Зиязов Нәзир Заһит улы (1946—4.02.2022), ауыл хужалығы, нефть сәнәғәте, партия, совет һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре, инженер-механик. 1990—1991 йылдарҙа КПСС-тың Яңауыл район комитетының беренсе секретары, 1991—1992 йылдарҙа халыҡ депутаттарының район Советы башҡарма комитеты рәйесе, 1992—2005 йылдарҙа Яңауыл ҡалаһы һәм районының, 2005—2008 йылдарҙа Яңауыл районының хакимиәт башлығы. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы менән бүләкләнгән (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Яңауыл районы һәм Яңауыл ҡалаһының почётлы гражданы (2004).
- Роберт Юлдашев (1971), ҡурайсы. 1998 йылдан (өҙөклөк менән) хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы музыканты, «Ҡурайсы» этно-төркөмө етәксеһе. 2007 йылдан Башҡортостан Республикаһының Ҡурайсылар союзы ағзаһы, 2009 йылдан « Башҡортостан Республикаһының “Ҡурайсы” ижади союзы» ойошмаһы президенты. Башҡортостандың халыҡ артисы (2012), Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты (2003).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Гәрәев Муса Ғaйса улы (1922—17.09.1987), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, осоусы-штурмовик, гвардия полковнигы (1956). Йәмәғәт эшмәкәре. 1965—1977 йылдарҙа ДОСААФ-тың Башҡортостан өлкә комитеты рәйесе, СССР-ҙың 2—4-се саҡырылыш, Башҡорт АССР-ының 7—9-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы (23.02.1945; 19.04.1945).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Хәбибуллин Заятүләк Әмир улы (1939—1.12.1999), ғалим-тау инженеры, 1967—1999 йылдарҙа Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1990 йылдан — кафедра мөдире. Техник фәндәр докторы (1988), профессор (1990). Рәсәй Федерацияһының почётлы нефтсеһе (1998). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы Аҡбаҫар ауылынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1819: Элиас Хоу, АҠШ механигы, теген машинаһын уйлап табыусыларҙың береһе.
- 1850: Иван Вазов, Болгария шағиры.
- 1940: Сева Новгородцев, Британия журналисы, Би-би-си радиоһы комментаторы.
- 1945: Дин Кунц, АҠШ-тың фантаст яҙыусыһы.
- 1950: Виктор Янукович, Украина сәйәсмәне һәм дәүләт эшмәкәре, илдең 2010—2014 йылдарҙағы президенты.
- 1956: Том Хэнкс, АҠШ актёры, кинорежиссёр, сценарист һәм продюсер.
- 1980: Юлия Такшина, Рәсәйҙең театр һәм кино актрисаһы.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1928: Мирхәйҙәр Фәйзи, башҡорт һәм татар яҙыусыһы, драматург һәм журналист.
- 2005: Ибраһим Абдуллин, драматург, яҙыусы, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре (1995).
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]