Хәмзин Рим Әнүәр улы
Хәмзин Рим Әнүәр улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 9 июль 1952 (72 йәш) |
Тыуған урыны | Бүздәк районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | сәйәсмән |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Ойошма ағзаһы | Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Хәмзин Рим Әнүәр улы (9 июль 1952 йыл) — ауыл жужалығы, партия һәм совет органдары хеҙмәткәре. 1986 йылдан Туймазы район Советы башҡарма комитеты рәйесе, 1988 йылдан — КПСС-тың Туймазы ҡала комитетының беренсе секретары, 1990 йылдан — Туймазы район Советы башҡарма комитеты рәйесе, 1992 йылдан — Туймазы районы хакимиәте, 1999 йылдың июненән 2004 йылғаса — Туймазы ҡалаһы һәм Туймазы районы хакимиәте башлығы. РСФСР-ҙың халыҡ депутаты (1990—1993), Башҡортостан Республикаһының 1-се һәм 2-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы һәм почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рим Әнүәр улы Хәмзин 1952 йылдың 9 июлендә Башҡорт АССР-ының Бүздәк районы Оло Өстүбә ауылында тыуған.
Хеҙмәт юлын слесарь-монтажсы булып башлай.
Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлай. Туймазы район Советы башҡарма комитеты секретары итеп һайлана.
1979—1986 йылдарҙа — ул В. И. Ленин исемендәге колхоздың партия комитеты секретары, КПСС-тың Туймазы ҡала комитетының ойоштороу бүлеге инструкторы, 1 Май исемендәге колхоз рәйесе.
1986 йылдан — Туймазы район Советы башҡарма комитеты рәйесе.
1988 йылдан — КПСС-тың Туймазы ҡала комитетының беренсе секретары.
1990 йылдан — Туймазы район Советы башҡарма комитеты рәйесе.
1992 йылдан — Туймазы районы хакимиәте башлығы.
1999 йылдың июненән 2004 йылға тиклем — Туймазы ҡалаһы һәм Туймазы районы хакимиәте башлығы.
РСФСР халыҡ депутаты (1990—1993), Рәсәй Юғары Советының Тәбиғәт ресурстарын рациональ файҙаланыу һәм экология мәсьәләләре буйынса комитеты ағзаһы, Мандат комиссияһы, «Суверенитет һәм тигеҙлек» фракцияһы ағзаһы.
Башҡортостан Республикаһының 1-се һәм 2-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайының Вәкилдәр Палатаһы депутаты, бюджет буйынса комитеты ағзаһы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре
- Рәсәй Федерацияһы дөйөм белем биреүҙең Почетлы хеҙмәткәре
- Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 9 июлдә тыуғандар
- 1952 йылда тыуғандар
- Бүздәк районында тыуғандар
- Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреүҙең маҡтаулы хеҙмәткәрҙәре
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре
- 1-се саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары
- 2-се саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары
- Башҡортостан Республикаһы мәғариф отличниктары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса сәйәсмәндәр
- Колхоз рәйестәре
- КПСС ағзалары