Ҡурай

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Был мәҡәлә башҡорт ҡурайы тураhында. Төрлө сығанаҡтарҙа һәм төрлө сәбәптәр менән «ҡурай» исеме менән аталған һыбыҙғы, һыҙғыртҡыс хаҡында айырым мәҡәлә бар: Һыбыҙғы.

Ҡурай
изображение
Классификация

Тынлы, ағас, 4.аэрофон

Диапазон:

флейта лиапазоны

Туғандаш инструменттар

Һыбыҙғы [[1]], Камыль [[2]], Цуур-Tsuur [[3]], Шоор [[4]]

Музыканттар

Азат Айытҡолов, Ишмулла Дилмөхәмәтов, Ғата Сөләймәнов, Ғәйфулла Сарбаев, Ҡаһым Түрә, Роберт Юлдашев, Йомабай Иҫәнбаев

Логотип Викисклада Ҡурай Викиһаҡлағыста

Ҡурай — башҡорт халҡының милли музыкаль уйын ҡоралы. Башҡортостан Республикаһының ил кимәлендә рәсми теркәлгән территориаль бренды[1][2].

Ҡурай төрҙәре: ҡыйыҡ-ҡурай (ғәйнә ҡурай), сор-ҡурай — һыҙғыртма ҡурай, һыбыҙғы — бәләкәй арҡыры ҡурай.

Ҡурай эшләү тәртибе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иң боронғо ысул буйынса, ҡурайҙы үләндән яһайҙар.[3] Сатыр сәскәле, эсе-тышы шыма, бүлкәттәре булмаған тәбиғи үҫемлек Урал тауҙарында ғына үҫә. Һабаҡты 8-10 тотам оҙонлоғонда үлсәп киҫеп алалар. Нәҙек осононан башлап бармаҡ уйымдары тишәләр. Бөтәһе 5 уйым эшләнә: беренсеһе ос яҡтан 5 иле аралыҡта, артабан ҡалған өсәүһе алдағыларынан 3 иле аралыҡта уйыла. Бишенсе уйым дуртенсеһенән 4 иле аралыҡта һырт яҡта уйыла.

Башҡорт ҡурайының тасуирламаһы сит ил белешмә баҫмаларында ла урын тапҡан. Мәҫәлән, 1913 йылда Нью-Йоркта немец телендә Real-Lexikon der Musikinstrumente, zugleich ein Polyglossar fuèr das gesamte instrumentengebiet тигән музыка ҡоралдары полиглоссарийы нәшер ителгән булған. Уның 235-се битендә ҡурай тап башҡорт халыҡ уйын ҡоралы тип аталып, нисек эшләнеүе һүрәтләнгән. Үҙ нәүбәтендә баҫма 1896 йылда донъя күргән "Русская музыкальная газета"лағы мәғлүмәткә таянған [4]

Элекке заманда ҡурайҙы ҡиммәтле металлдарҙан ҡойоп яһау ысулы ла ҡулланғандар. Көмөш һәм еҙ ҡурайҙар менән уйнау бик дәрәжәле һаналған. 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт ғәскәрҙәре етәксеһе Ҡаһым түрә Парижға көмөш ҡурай тартып барып кереүе тураһында хәтирәләр бар.

XX быуат аҙағынан шпон ҡулланып ағас ҡурай эшләү киң үҫеш ала. Был төр ҡурайҙарҙы эшләү ысулын оҫта Вәкил Шөғәйепов уйлап тапҡан һәм ҡулланыуға индергән. Йоҡа шпонды эҫе һыуҙа еүешләйҙәр, унан һуң елем һөртөп, кәрәкле йыуанлыҡтағы ҡалыпҡа төрәләр. Заманса ҡурайҙар 570—810 мм оҙонлоҡта эшләнә һәм төрлө тауыш өндәренә көйләнә. Иң түбән тауышлы оҙон ҡурай кесе октаваның Соль (g) тауышына, иң юғары һәм ҡыҫҡа ҡурай көпшәһе беренсе октаваның До (С) өнөнә көйләнә. Ҡалғандары ярымтауыш буйынса «Соль»-дән алып «До»-ға тиклем араны тултыра: Ля бемоль (Аs), Ля (A), Си бемоль (B), Си (H).

Башҡорт милли көйҙәре пентатоник үлсәмдәге көйҙәр булып тора, һәм ҡурайҙа бөтә нескәлектәре менән биреп була. Диатоник өн теҙмәһе өсөн иһә ҡурайҙарҙы төрлө тоналлектә эшләйҙәр, йәғни ундай көйҙәрҙе башҡарғанда бер нисә ҡурайҙы алмаштырып уйнарға тура килә. 90-сы йылдарҙа ҡурайсы Ишморат Илбәков бөтә тондарҙы ла үҙе уйлап сығарған алымдар менән бер ҡурай эсенә һыйҙырыуға өлгәшә һәм «ишҡурай» тип атай. Мәгәр ҡурай белгестәре эшләү технологияһы, уйнау ысулы тап уныҡы кеүек булған ҡурайҙарҙы ғына ҡурай тип һанай. Шуға күрә классик ҡурайға нигеҙләнеп Ишморат Илбәков уйлап сығарған хроматик ҡурайҙы ҡурай тип танымау бар. Ул үҙенең уйын ҡоралын «ишҡурай» тип патент ала[5]

Ҡурай тартыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уйнағанда ҡурайҙың баш яғын өҫкө тештәр уртаһына, уң йәки һул яҡҡа терәп, ирендәр менән ҡымтыйҙар. Ауыҙҙың ярылары һәм аңҡау тауыш бәүелткесе итеп ҡулланыла. Ҡурайҙа оҫта уйнаусылар күкрәктән сыҡҡан тын менән көпшәгә өрөп моң сығара. Ауыҙ эсендәге тын менән ҡурай уйнау, өйрәнә башлаған осорҙа ғына хата һаналмай. Ҡурай моңо нигеҙендә төп өндән кварта аралығында ике мажор пентоника бәйләнеше ята. Ҡурай тауышы киңлеге өс октаваға яҡын, яңғырашы нәфис һәм эпик яҡтан күтәренке, тембры йомшаҡ. Ҡурайҙа бейеү көйҙәре, марштар, тәбиғәт тауыштарын тасуирлаған көйҙәр, хатта донъя күләмендәге классик әҫәрҙәр ҙә уйнала. Шулай уҡ йыр оҙатыусы ҡорал булараҡ та ҡулланыла. Ҡурай моңон яҙмаларҙа тыңлау менән ысын уйнауҙы тыңлау араһында бик ҙур айырма бар. Шул сәбәпле, ҡурайҙың илаһи моңон мотлаҡ «тере» килеш тыңларға кәрәк.

Ҡурай тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡурайсы — ҡурайҙа уйнаусы башҡорт. Сергей Рыбаков рәсеме.[6]

Ҡурай моңон ишетеп, был моңды һәм ҡурайҙы халыҡҡа еткергән егет тураһында башҡорт халыҡ әкиәте бәйән итә. Әкиәт буйынса, яуыз хан башҡорт егетен кеше баҫмаған ҡарурман араһына алып барып ташларға ҡуша. Яңғыҙлыҡтан интеккән егет бер заман бик моңло көй ишетеп ҡала. Егет көй килгән урынды эҙләп бейек тау башына менә һәм һабағы һынған ҡурай үләненән ел өргәндә көй сыҡҡанын шәйләп ала. Егет ҡурай үләнен өҙөп ала һәм ауыҙына ҡуйып өрөп ҡарай. Көй тағы ла көслөрәк сыға. Шулай итеп, егет ҡурай тартырға, үҙе яңы көйҙәр сығарырға өйрәнә. Ҡурай моңо егеткә ҡарурмандан тыуған яҡтарына ҡайтып керергә ярҙам итә. Шул замандан башлап, ҡурай моңо башҡорт халҡының ҡыуанысын йәки ҡайғыһын уртаҡлашыусы илаһи көскә эйә. Ҡурай тураhында риүәйәттән белеүебеҙсә, был үҫемлектең ҡыуарған, йәки ҡояшта ҡураған көпшәhендә ел өрөүҙән барлыҡҡа килгән моңға яҡын наҙлы тауышын оҡшатып, беренсе башлап ишеткән егет ҡырҡып ала. Тәү башлап ҡолаҡҡа яғымлы был тәбиғи ауаз ата-әсәhен, тыуған ерен hағыныу хистәренән тулышҡан күңелде бушатыу хеҙмәтен үтәй. Ул моң күңелдә ярала, тын менән буш көпшәләге hауаның көсөн яңғыратып, тирә-йүнгә тарала. Беренсе ҡарашҡа был илаhи моң яралыу шул тиклем ябай тойола — тәбиғи үлән көпшәhен ҡырҡып ал да уйна! Ләкин бөйөклөк — ябайлыҡтың үҙендә, тиҙәр. Ҡурай — күңелдәге моңдо көсәйтеп, тышҡа сығарыуҙа ярҙамсы ҡорал ғынамы ни? Ҡурай тауышы — эске моңдоң тышҡы ауазы, эҙемтәhе бит. Юҡ, әлбиттә! Былай бүлеп ҡарау — илаhи моңдоң бөтөнлөгөн бүлгеләүгә тиң булыр ине, уларҙы бер-береhенән былай айырыу мөмкин түгел. Ошо күҙлектән аңлатҡанда, тар мәғәнәлә ҡояшта ҡурап кипкән үләнде атар өсөн генә түгел был һүҙ. Киңерәк мәғәнәhендә, уйнаусының күңелендә яралған моңон (сәбәп) уның тыны аша көпшә эсендә көсәйтеп яңғыратыусы, моң ҡеүәтен тыңлаусыға еткереүсе, шуның менән уны илһамландырыусы, рухын күтәреүсе (һөҙөмтә), йәғни моңдо көйләү өсөн яратылған иң боронғо hәм тәүге уйын ҡоралы булған өсөн ул ҡурайыбыҙҙың исеме! Ә ул моңдо ҡурай аша тыуҙыра алыу hәләте тик иң боронғо халыҡтарҙан hаналыр башҡортҡа ғына хас, тәбиғи үләндән моң ҡоралын яhауҙы Аллаhы Тәғәлә тик уға тәғәйен иткән. Тимәк, уның ябайлығы боронғолоғонда! Боронғолоғона, тәбиғилегенә күрә, ошо моң бер күңелдән икенсеһенә тотҡарлыҡhыҙ үтеп инә ала. Моң һәм гармония (үҙ-ара ярашлы, килешле бәйләнеш) һүҙҙәре лә тамырҙаш булып сыға! Ҡурай моңоноң бөгөн бөтөн Ер шары халыҡтары күңеленә хуш килеүе өҫтә һаналған барса миҫалдарыбыҙға дәлил. Туған телебеҙҙә «ҡур» тамырлы hүҙҙәрҙең бик күп hаҡланыуы — ошоға миҫал: Башҡорт теленең hүҙлегендә «ҡур» hүҙе түбәндәгесә аңлатыла: 1) Ҡымыҙ, бал, ҡатыҡ, ҡамыр әсеткеhе, ҡурбаш; 2) Башланғыс, нигеҙ булған мал-мөлкәт; мая // Ҡур аҡса.Ҡур мал. Был осраҡта «ҡур» — «башлап ебәреүсе», «тоҡом башлаусы», «нигеҙ hалыусы», «барлыҡҡа килтереүсе», «күбәйеүгә, таралыуға сәбәп булдырыусы» тигән мәғәнәлә ҡулланыла. Тимәк, кемдеңдер-нимәнеңдер тәүбулмышына хас булған тик тороу, ойоғанлыҡ, һиллек хәленән сығарып, ҡыбырлатыу, йәшәтеү, тереклек итеүгә килтереү. Ҡур һүҙе туранан-тура Көньяҡ Уралда йәшәгән боронғо арийҙарҙың дини ҡараштарына тап килгән йога тәғлимәтендәге сәбәп-эҙемтә бәйләнешенә ишаралай, сөнки уның ҡапма-ҡаршы мәғәнәләге икенсе төшөнсәнең атамаһы булыуы ла билдәле: ҡур — ниндәйҙер эш-хәлдән ҡалған эҙемтә; шауҡым. // Ҡыйыш уҡ атҡан менән тура китмәҫ, күңелдән яман hүҙҙең ҡуры китмәҫ (Аҡмулла).

Башҡорт милли уйын ҡоралы ҡурай ошо үҫемлектән яһала

Ҡурайҙың бөгөнгөһө[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XX быуатта ҡурай менән ҡыҙыҡһыныу бер ни тиклем һүнеп, унда уйнарға өйрәнеү бик ныҡ кәмей. Һуңғараҡ ҡурайға ҡараш яҡшы яҡҡа үҙгәрә. Бик күп ҡурайсылар төркөмө ойошторола. Йыл һайын республика күләмендә ҙур күләмле ҡурайсылар бәйгеһе үткәрелә. Был бәйге күренекле башҡорт ҡурайсыһы Йомабай Иҫәнбаев исемен йөрөтә. Ҡурайсылар берләшмәһе төҙөлгән, уның беренсе президенты Рәсәйҙең һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, билдәле ҡурайсы Азат Айытҡолов.

Ҡурайға ҡағылышлы саралар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡорт ҡурайы донъялағы иң бейек бина — Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең иң ҙур ҡалаларының береһе булған Дубайҙа урынлашҡан 828 метр бейеклегендәге бейек йорт Бурдж-Хәлифәлә яңғыраны[7] (Тикшерелеү көнө: 13 май 2018).
  • «Ҡурай байрамы» Рәсәй төбәктәре буйлап үҙенең сәйәхәтен дауам итә. Март айында Башҡортостандың ижади коллективы Пермь крайында, Ҡурған, Төмән һәм Свердловск өлкәләрендә сығыш яһайҠурай байрамы Рәсәй төбәктәре буйлап үҙенең сәйәхәтен дауам итә. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2017, 16 март] (Тикшерелеү көнө: 21 март 2017)[8].
  • 2017 йылдың ғинуарында Санкт-Петербургта III Раштыуа халыҡ-ара орган фестивалендә башҡорт ҡурайы яңғырай. Изге Станислав исемендәге Рим-Католик ғибәҙәтханаһының орган залында уҙған «Раштыуала икәүләп» концертында органсылар Динә Ихина менән Денис Маханьковҡа башҡорт музыканты һәм дирижер Ринат Камалов ҡушылып, орган менән дуэтта ҡурайҙа уйнай[9].
  • 2016 йылдың апрелендә Ҡазанда Башҡорт ҡурайы байрамы үтә. Уны Татарстан Республикаһы башҡорттары ҡоролтайы ойоштора[10].
  • 1993 йылдың 13 июнендә Баймаҡ районы Моҡас ауыл Советы территорияһындағы Туғажман тауында Ҡурайға һәйкәл ҡуйыла, идея авторы — күренекле башҡорт ҡурайсыһы Ғата Сөләймәнов, уның хыялын тормошҡа ашырыусы һәм ойоштороусыһы — М. Байрамғолов, иретеп йәбештереүсе — Басир Сафуанов. Ҡурай сәскәһендә 19 таж — Баймаҡ еренең 19 бөйөк ҡурайсыһы иҫтәлегенә[11].

Ҡурай ваҡытлы матбуғатта[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күренекле ҡурайсылар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Салауат Юлаев
  2. Ҡаһым түрә
  3. Байыҡ сәсән
  4. Ишмулла Дилмөхәмәтов
  5. Cәйфулла Дилмөхәмәтов
  6. Йомабай Иҫәнбаев
  7. Әҙеһәм Исҡужин
  8. Мөхәмәт Ҡәҙерғолов
  9. Ғата Сөләймәнов
  10. Абдулла Хәлфетдинов
  11. Рәхмәтулла Бүләканов
  12. Яппар Шафиҡов
  13. Хәмит Әхмәтов
  14. Азат Айытҡолов
  15. Мөхәмәт Түләбаев
  16. Әнүәр Шафиҡов
  17. Кәрим Дияров
  18. Роберт Юлдашев
  19. Юлай Ғәйнетдинов
  20. Вәкил Шөғәйепов
  21. Ришат Рәхимов
  22. Ишморат Илбәков
  23. Рәмил Ғәйзуллин
  24. Зыя Хәлилов
  25. Нурғәли Кейекбирҙин
  26. Рәйес Низаметдинов
  27. Азат Биксурин
  28. Рәсүл Ҡарабулатов
  29. Рәмзин Әбсәләмов
  30. Рөстәм Шәрипов
  31. Рәхмәтуллин Айбулат Дәүләтбай улы
  32. Рушан Биктимиров Салауат улы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Курай зарегистрировали в качестве территориального бренда Башкортостана. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018, 1 март (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 март 2018)
  2. Ҡурай Башҡортостандың территориаль бренды булараҡ теркәлде. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018, 2 март (Тикшерелеү көнө: 2 март 2018)
  3. Башҡорт энциклопедияһы. ҠУРАЙ (Pleurospermum) 2016 йыл 12 май архивланған. мәҡәләһе
  4. Sachs Curt. Real-Lexikon der Musikinstrumente, zugleich ein Polyglossar fuèr das gesamte instrumentengebiet. - Нью-Йорк, 1913. - с.235
  5. ПРОДОЛЬНАЯ ФЛЕЙТА КУРАЙ — «ИШКУРАЙ» 2019 йыл 17 декабрь архивланған.
  6. Рыбаков С. Г. Музыка и песни уральских мусульман с очерком их быта. — СПб, 1897. — С. 218.
  7. Башкирский курай прозвучал на самом высоком здании в мире Бурдж-Халифе
  8. Ҡурай байрамы Рәсәй төбәктәре буйлап үҙенең сәйәхәтен дауам итә. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2017, 16 март (Тикшерелеү көнө: 21 март 2017)
  9. Санкт-Петербургта Раштыуа фестивалендә башҡорт ҡурайы яңғырай. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2017, 12 ғинуар (Тикшерелеү көнө: 12 ғинуар 2017)
  10. В Казани проходит Праздник башкирского курая. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 9 апрель (Тикшерелеү көнө: 9 апрель 2016) (рус.)
  11. Литературная карта Республики Башкортостан
  12. Баҡыр алтындың варианты була алмай. «Ағиҙел» журналы, 2014 (Тикшерелеү көнө: 28 февраль 2017)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ахметжанова Н. В. Башкирская инструментальная музыка. Наследие. — Уфа, 1996. — 105 с.
  • Бадретдинов С. М. Башкирский курай. // Ватандаш. — 2000. — № 1. — С.130—135.
  • Беляев В. М. Реконструкция башкирского курая //Проблемы музыкального фольклора народов СССР. — М., 1973. — С. 351—355.
  • Благодатов Г. И. Курай // Музыкальная энциклопедия / под ред. Ю. В. Келдыша. — М.: Советская энциклопедия, Советский композитор, 1976. — Т. 3.
  • Гайнетдинов Ю. И. Башкирское чудо. // Ватандаш. — 2009. — № 5. — C. 164—176. (баш.)
  • Зелинский Р. Ф. Башкирский курай // Народные музыкальные инструменты и инструментальная музыка. Т. II //М.: Советский композитор. — 1988. — С. 127—136.
  • Ильясов Т. Т. Башкирский национальный музыкальный инструмент курай: к истории происхождения. //Вестник Челябинского государственного университета. — 2009. — №. 28.
  • Ильясов Т. Т. Курай: традиционный музыкальный инструмент в системе культуры башкир: диссертация … кандидата исторических наук : 07.00.07. — Ижевск, 2011.
  • Камаев Ф. Х. Напевы курая: Фольклорный сборник. — Уфа: Башкнигоиздат, 1991. — 56 с.
  • Кубагушев А. М. Курай : К 100- летию Г. З. Сулейманова : Учебное пособие. — Уфа: УГАИ им. З. Исмагилова, 2012. — 144 с. — ISBN 978-5-9613-0207-3.
  • Кубагушев А. М. Региональные традиции искусства игры на курае // Ватандаш. — 2011. — № 8. — С. 156—161. — ISSN 1683-3554.
  • Кубагушев А. М. Традиционные башкирские народные инструменты. — Уфа, 1997.
  • Лебединский Л. Н. Башкирские народные песни и наигрыши. — М., 1965.
  • Рахимов Р. Г. Башкирская народная инструментальная культура: этноорганологическое исследование. 2-е изд., доп. — Уфа: изд-во БГПУ, 2010. — 188 с. ISBN 5-87978-297-2
  • Рахимов Р. Г. Курай: Учебное пособие: На баш. языке. — Уфа: Китап, 2011. — 156 с. — ISBN 978-5-295-05401-3.
  • Рахимов Р. Г. Курай: Учебное пособие. — Уфа: Китап, 2012.
  • Рыбаков С. Г. Курай, башкирский музыкальный инструмент. — СПб., 1896.
  • Рыбаков С. Г. Музыка и песни уральских мусульман с очерком их быта. — СПб, 1897.
  • Сөләймәнов Ғ. З. Ҡурай. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1985.

немец телендә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Sachs Curt. Real-Lexikon der Musikinstrumente, zugleich ein Polyglossar fuèr das gesamte instrumentengebiet; 1881-1959 - New York, 1913 - с. 235

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]