Эстәлеккә күсергә

Түлебаев Мөхәмәт Усман улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Түләбаев Мөхәмәт Усман улы битенән йүнәлтелде)
Түлебаев Мөхәмәт Усман улы
Рәсем

Түлебаев Мөхәмәт Усман улы (25 ғинуар 1945 йыл) — ветеран-педагог, ҡурайсы. 1963—1965 йылдарҙа һәм 1970 йылдан Белорет районы Шығай урта мәктәбе уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1970—2007 йылдарҙа мәктәптәге ҡурай түңәрәге етәксеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1986). Бөтә Союз үҙешмәкәр сәнғәт ижады смотры (1985), халыҡ ижады фестивале (1987; икеһе лә — Мәскәү), Ишмулла Дилмөхәмәтов исемендәге призға Республика ҡурайсылар конкурсы (Йылайыр районы Иҫке Яҡуп ауылы, 1990; Гран-при), Төбәк ара ҡурай байрамы (Октябрьский ҡалаһы, 2005; Гран-при) лауреаты.

Мөхәмәт Усман улы Түлебаев 1945 йылдың 25 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Белорет районы Түбәнге Сермән (хәҙер Сермән) ауылында тыуған. Ошо ауылда урта мәктәп тамамлай, артабан Башҡорт дәүләт университетында уҡый. Юғары һөнәри белем алғас, тыуған ауылына биология уҡытыусыһы булып эшкә ҡайта. 1972 йылдан Шығай урта мәктәбендә мәктәп лесничествоһын етәкләй, 40 йылдан ашыу биология фәненән уҡыта. Уның уҡыусылары республика конкурстарында ҙур һөҙөмтәләргә ирешә. 2003 йылда уның ике уҡыусыһы Мәскәүҙә үткәрелгән йәш урмансылар съезында ҡатнаша.

Республикала танылған ҡурайсы. 1974 йылда Төркиә, Сүриә, Мысыр, Франция, Бельгия илдәре сәхнәләрендә башҡорт моңон яңғырата, 1997 йылда Италия, Голландия, Мальта утрауҙары, 1991 йылда Германия, Швейцария, Франция сәхнәләрендә сығыш яһай. Данлыҡлы ҡурайсы 2000 йылда Сермән ауылының «Хәтирә» халыҡ фольклор ансамбле менән Парижда булып, уларҙың сығыштарын ҡурай моңо менән биҙәй.

Шығай «Өлкәр» башҡорт мәҙәни үҙәгендә эшләп килгән «Гөлнәзирә» халыҡ фольклор ансамбле ағзаһы. Өс тапҡыр Гран-При яулай. Мөхәмәт Туләбаев 1990 йылда Ишмулла Дилмөхәмәтов призына ҡурайсыларҙың республика ярышында, 2005 йылда Октябрьский «Ҡурай» байрамында төп приздарға лайыҡ була. 1991 йылда ЮНЕСКО ҡарары менән Германия, Франция, Швейцария, Голландия, Бельгия илдәрендә үткәрелгән «Бөйөк ебәк юлы» халыҡ-ара фольклор фестивалендә, 2000 йылда Японияла үткәрелгән «ВАШШОИ-2000» Бөтә донъя фольклор фестивалендә ҡатнаша. Мөхәмәт Түләбаев- боронғо ҡурайсыларҙың быуаттар төпкөлөнән килгән башҡарыу алымдарын, күкрәк моңон, тарихы менән көйҙәрен, традицияларын һаҡлаған һәм тап үҙенсә күкрәккә һалып уйнаған уникаль ҡурайсыларҙың береһе.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. ҡурай байрамы лауреаты(недоступная ссылка)