Ҡаһым түрә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ҡаһым түрә
Ҡаhым Мырҙашев
Тыуған көнө:

1778({{padleft:1778|4|0}})

Тыуған урыны:

Нуғай даруғаһы Ырымбур губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Айыусы ауылы

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Вафат булған көнө:

1813({{padleft:1813|4|0}})

Ҡаһым түрә (Ҡаһым Мырҙашев) — 1813—1814 йылдарҙа сит ил походтарында ҡатнашҡан рус армияһында башҡорт полкы командиры. 1812 йылғы Наполеонға ҡаршы Ватан һуғышында 28 башҡорт полкы ойошторола. Улар Рәсәй армияһы сафында төрлө походтарҙа ҡатнаша. Наполеонға ҡаршы һуғышта Парижғаса барып етә.

1798 йылда Башҡортостанда кантон системаһы урынлаштырыла һәм башҡорттар хәрби сословиеға әйләндерелә. Улар Рәсәй дәүләтенең көньяҡ-көнсығыш сиктәрен һаҡлай, төрлө хәрби походтарҙа ҡатнаша. Шулай уҡ Ҡаһым Мырҙашев та хәрби хеҙмәттә тора һәм йөҙ кешенең командиры була.

Ҡаһым Мырҙашев атта ғәскәрен яуға әйҙәп бара

Ҡаһым Мырҙашев Ырымбур губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Айыусы ауылында тыуған. Атаһы — Мырҙаш, әсәһе Емеш исемле. 1816 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, 1811 йылда уға 33 йәш булған, тимәк, ул 1778 йылда тыуған.[1] Ҡаһым Мырҙашев Петербург хәрби академияһын тамамлап полковник дәрәжәһен ала. Уның «Түрә» ҡушаматы «башлыҡ», «әфәнде» тигәнде аңлата.

1812 йылғы Ватан һуғышына ул 12-се башҡорт полкы рәтендә сотник исемендә китә. 1813 йылда, 35 йәшәндә генә, яугирыбыҙ үлеп ҡала. Шәжәрәһе буйында ете йәшлек улы ҡалғаны билдәле.

Легендаларҙан яҡташыбыҙ бик көслө икәнен беләбеҙ, хатта бер ат та уны арҡаһында тота алмаған, яратҡан Турысайынан башҡа. Ҡаһым яуырында ла киң булған, хатта ишектәр уның өсөн тар булған.

Яугирыбыҙ тураһында риүәйәттәрҙә Александр беренсе, француздар Мәскәүҙе алғас, башҡорт халҡына мөрәжәғәт иткәне һүрәтләнә. Оҙаҡламай, Ҡаһым-түрә башлығында ғәскәр туплана. Яуҙа улар үҙҙәрен илбаҫарҙарға аяуһыҙ, көслө, сыҙам икәндәрен күрһәтәләр.

«Ҡаһым-түрә» башҡорт халыҡ йырында батырыбыҙҙың ҡыйыу, үткер икәнлеге күрһәтелә. Уның тоғро дуҫы — аты ла, моңло ҡурайы ла тасуирлана бында. Тағы ла, беҙ халыҡ ижадынан батырыбыҙ Владимир губернаһында император ялсыһы менән ағыуланғанын беләбеҙ (икенсе версия: Һуғыштан ҡайтып килгәндә бер рус майоры көнләшеп ағыу эсерә). Хәрби кеше, полк башлығы тыуған еренә ҡайтҡас, Салауат Юлаев кеүек, халҡын ихтилалға күтәреүенән ҡурҡҡандар, күрәһең.

Ватан һуғышында Башҡорт полктары күрһәткән батырлыҡ һәм патриотизм бөгөнгә тиклем йәшәй. Халыҡ улар тураһында риүәйәттәр, йырҙар ижад итә.

Иҫтәлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡорт халыҡ йыры «Ҡаһым-түрә».Тыңларға. «Ашҡаҙар» радиоһы
  • 1812—1814 йылдарҙағы Ватан һуғышында Француз илбаҫарҙарын еңеп ҡайтҡан 28 башҡорт полкы яугирҙары һәм Айыусы ауылынан полк командиры, башҡорт халҡының милли батыры Ҡаһым түрә (Ҡаһым Мырҙашев № 1778—1813 йылдар) иҫтәлегенә һәйкәл ҡуйылды. Стела 2006 йылда Айыусы ауылында асылды. Уның бейеклеге — 13,5 метр. Рәсеме.
  • «Ҡаһым-түрә» операһы, Заһир Исмәғилев
  • «Ҡаһым-түрә» драмаһы, Баязит Бикбай
  • 2011 йылда Сергей Петров Ҡаһым Мырҙашевтың һүрәтен төшөрә. Картинала ул атта ғәскәрен яуға әйҙәп бара.
  • Геннадий Березин һөйәктән уның скульптураһын эшләй.
  • Гүзәл Шембергер «Ҡаһым-түрәнең хәрби ҡоралдарын» төшөрә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]