Эстәлеккә күсергә

Айыусы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Айыусы
Ил

Рәсәй

Координаталар

53°26′11″ с. ш. 55°47′04″ в. д.HGЯO

Һанлы танытмалар
ОКАТО коды

80 249 818 001

ОКТМО коды

80 649 418 101

ГКГН номеры

0523889

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Айыусы (Рәсәй)
Айыусы
Айыусы

Айыусы (рус. Аючево) — Башҡортостандың Стәрлетамаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 283 кеше[1]. Почта индексы — 453142, ОКАТО коды — 80249818001.

Нуғай даруғаһы Юрматы улусының аҫаба башҡорттары нигеҙ һалған Айыусы ауылы 1765 йылдан билдәле. Ауыл 17351740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалында ҡатнашҡан Айыусы уҙаман исеме менән атала. Уның 57 йәшлек улы Көҫәпҡол Айыусин һәм уның улы Ниғмәтулла VII рәүиз документтарында теркәлә[2]. Ауылда йәшәүселәр Аҙнай бейҙең туранан-тура вариҫтары. Биккенә Аҙнаевтың улы Әлибай йорт старшинаһы була. Икенсе бер улы Ғөбәй Аҙнаев 1812 йылғы Ватан һуғышы батыры, «1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» һәм «1812 йылғы Ватан һуғышын хәтерләп» миҙалдары менән бүләкләнә[2].

Айыусы — 1812 йылғы Ватан һуғышы батыры, бөгөнгө көндә лә халыҡ хәтерендә һаҡланған, йырҙарҙа йырланған Ҡаһым Мырҙашевтың (Ҡаһым түрә) тыуған ауылы. 1850 йылғы рәүиз материалдарында улар һәм уларҙың вариҫтары тураһында мәғлүмәттәр теркәлгән[2].

Шул уҡ VII Бөтә Рәсәй рәүиз документтарында Айыусы ауылындағы дин әһелдәре лә теркәлә. Мәҫәлән, Рәхимҡол Собханҡоловтың (1758—1814) ике ҡатыны була: беренсе ҡатыны Зөләйханан (1795) Айсыуаҡ (1815—1817), Зәкәрийә (1817), Хөснөтдин (1821), Ғималетдин (1830), Гөлшәкәр (1825) тыуа, икенсе ҡатыны Гөлбәғиҙәнең (1814) Сәйфетдин (1832), Хафизитдин (1845), Хәҙисә (1839) исемле балалары була. Сәйфетдиндың балалары — Ғайфулла(1857 й. т.), Бибисабира (1873—1903), Бибиғәзизә (?—1968) һәм тағы ла өс улының исемдәре теркәлмәгән[3]. Сәйфетдин Мырҙаш ауылына күсенгән 10 кеше араһында була, уның өлкән ҡыҙы Бибисабира (1873—1903 йй.) хәҙерге Ишембай районы Бәләкәй Мәҡсүт (Ҡарлар) ауылы уҙаманы Хәсән Ғиләжетдин улына кейәүгә сыға һәм 1903 йылда вафат була, уның 10 йәшлек улы Сөләймән (1892 й. т.) ҡала. Сәйфетдиндең икенсе ҡыҙы Бибиғәзизә (?—1968 йй.) Ишембай Аҡбирҙиндың дүртенсе быуын ейәне Сәғиҙулла Ишембаевҡа кейәүгә сыға. Балалары: Абдулла (1900—1933 йй.), Камила (1903 й. т.), Фатима (1905 й. т.), Хәжәр (1908—1991 йй.) (I Бөтә Союз колхозсылар съезы делегаты Хәжәр Ишембаеванан 1986 йылда яҙып алынды).

Дөйөм халыҡ һаны[1]
Халыҡ һаны 2002—2009 халыҡ үҙгәреше
2002 2009 кеше %
276 283 +7 +2,54

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ҡаһым түрә — 1812 йылғы Ватан һуғышы полководецы, башҡорт полктары командиры, яугирҙары менән Парижды алыуҙа ҡатнаша, йырҙарҙа йырланған күренекле шәхес[2].
  • Йәнғужин Рим Зәйниғәбит улы (1941 — 2007) — ғалим-этнограф, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (1990), профессор (1991). Рәсәй Федерацияһының (2002) һәм Башҡортостан Республикаһының (1993) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1997).
  • Аҙнаев Салауат Сәйфулла улы (17.09.1939–19.01.2012), инженер-химик, хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре, 1992—1998 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының тышҡы бәйләнештәр министры урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы (1979). «Почёт Билдәһе» (1981) һәм Дуҫлыҡ (1999) ордендары кавалеры.
  • Аҙнаев Вельмир Хәйбрахман улы (1948), ғалим-агроном, Стәрлетамаҡ районы «Ашҡаҙар» колхозы рәйесе, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай депутаты, Бөтә донъя башҡорттары башҡарама комитеты рәйесе урынбаҫары.