Мәҡсүт (Стәрлетамаҡ районы)
Ауыл | |
Мәҡсүт | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Мәҡсүт (рус. Максютово) — Башҡортостандың Стәрлетамаҡ районындағы ауыл. Ауыл Ашҡаҙар Мәҡсүте тип тә йөрөтөлә. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 168 кеше[1]. Почта индексы — 453142, ОКАТО коды — 80249816006. ИФНС коды 0268.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Хәҙер Стәрлетамаҡ районында урынлашҡан Мәҡсүт ауылы XVII быуатта Нуғай даруғаһы Юрматы улусынң Аҙнай түбәһенә ҡарай. Ауылға нигеҙҙе 1748 —1814 йылдарҙа йәшәгән Әбүбәкер Мәҡсүтов һала. VII Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу материалдарында Әбүбәкерҙең балалары: Рәхмәтулла Сәғиҙулла, Йәрмөхәмәт иҫәпкә алына. XVIII быуат аҙағында (1795 йылда) үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыу мәлендә ҙур булмаған ауылдағы 17 ихатала 88 кеше йәшәүе билдәләнә. 1859 йылдағы Х халыҡ иҫәбен алыуҙа бында 48 ихата була һәм 256 кеше йәшәй. Ә 1920 йылда инде ихаталар һаны 64-кә, ә кешеләр һаны 309-ға (143 - ир-егет һәм 165 ҡатын-ҡыҙ) етә[2].
Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Дөйөм халыҡ һаны[1] | |||||
Халыҡ һаны | 2002—2009 халыҡ үҙгәреше | ||||
2002 | 2009 | кеше | % | ||
137 | 168 | +31 | +22,63 |
Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Район үҙәгенә тиклем (Стәрлетамаҡ): 27 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Яңы Федоровка): 2 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Стәрлетамаҡ): 27 км
Ауылдың урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Дуҫлыҡ урамы (рус. улица Дружбы),
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
- ↑ Коллектив авторов. История башкирских родов. Юрматы. / Хамидуллин С. И.. — Уфа: Китап, 2018. — Т. 30, часть 1. — С. 181. — 840 с. — 2 000 экз. — ISBN 978-5-295-06968-0.
- ↑ https://www.gosspravka.ru/02/042/000096.html