Думбыра
Думбыра — боронғо башҡорт ҡыллы музыка ҡоралы. Ул байтаҡ төрки халыҡтарында таралған, мәҫәлән, ҡаҙаҡтарҙа (думбыра), үзбәктәрҙә, алтайҙарҙа (топшур), тываларҙа (топшулуур) һәм башҡалар, шулай уҡ тажиктарҙа (дутар). Ҡаҙаҡ думбыраһы менән сағыштырғанда, башҡорт думбыраһы грифының ҡыҫҡараҡ булыуы менән айырыла.
Думбыра сәсәндәрҙең музыка ҡоралы булған. Боронғо ҡобайырҙар, эпостар (шулай уҡ мәшһүр «Урал батыр» эпосы ла) барыһы ла көйгә һалынып башҡарылған, шуға ла думбыра, аккомпанемент булараҡ, мотлаҡ булған. Боронғо думбыраның төҙөлөшө тураһындағы бәхәстәр тынмай. Үкенескә ҡаршы, боронғо думбыра халыҡ араһында ла һаҡланмаған. Бөгөнгө көндә беҙ уның тураһында тик халыҡ ижадынан һәм урыҫ этнографтары, яҙыусылары яҙмаларынан ғына сығып беләбеҙ. Думбыраның нисә ҡыллы булыуы ла аныҡ ҡына билдәле түгел. Кемдер, ҡаҙаҡтарҙыҡы кеүек, ике ҡыллы булған, тиһә, икенселәре урыҫ халыҡ инструменты домра кеүек (ә ул, билдәле факт, боронғо төрки милли инструментынан килеп сыҡҡан), өс ҡыллы булған, тип иҫәпләй. Археолог һәм этнограф Р. Г. Игнатьев үҙенең «Салауат Юлаев — Пугачёв бригадиры, йырсы һәм импровизатор» тигән әҫәрендә биш ҡыллы "бандура"ны атап үтә.
Ни өсөн халҡыбыҙ, йөҙәр йыл буйы йырҙарын, эпостарын һаҡлап килһә лә, думбыраһын шулай тиҙ онотҡан һуң? Был ХVII—XVIII быуаттарҙағы батша колониаль сәйәсәте менән бәйле. Сәсәндәр, белеүебеҙсә, башҡорт халҡының азатлыҡ көрәшендә әүҙем ҡатнашҡан, уның илһамландырыусыһы булған. Шуға ла улар, ихтилалдар баҫтырылған ваҡытта, ҡаты эҙәрлекләүгә дусар булған. Думбыралар, сәсән музыкаль ҡоралы булараҡ, юҡ ителгән, уны халыҡ күңеленән юйырға тырышҡандар. Үкенескә ҡаршы, улар маҡсатына ирешә — думбыра онотола, әммә бөтөнләйгә түгел.
1980-се йылдарҙа, яҙма документтарға таянып, халыҡ оҫтаһы В. Ш. Шөғәйепов башҡорт думбыраһын тергеҙә башлай. Шул уҡ ваҡыттарҙа думбыраны тергеҙеү өҫтөндә Ғ. Ҡобағошов, Ю. Зирин, А. Овчинников, В. Зубченко, А. Параев эшләй. 1992 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институты эргәһендә башҡорт думбыраһы һәм ҡыл-ҡумыҙ яһау буйынса эксперименталь оҫтахана асыла. Был оҫтаханала Р. М. Ғәлимов, А. Я. Янғужин, А. Һ. Байрамғолов, С. У. Баймөхәмәтов эшләй.
Заманса инструмент өс ҡыллы, кварта-квинта төҙөлөшлө, 19 ладлы, корпусы ағастан йәбештерелеп эшләнелә. Әлбиттә, был инструмент боронғонан бик ныҡ айырыла — ул оркестр талаптарына ҡулайлаштырылған. Сопрано, альт, бас думбыралар эшләнә.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башкортостан. Ҡыҫҡа энциклопедия. «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәте. — Өфө, 1997.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Думбыра Викимилектә |
Думбыра // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.