Шөғәйепов Вәкил Шакир улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Шөғәйепов Вәкил Шакир улы (29 август 1936 йыл, Әлкә ауылы, Салауат районы, БАССР[1] — 28 июнь, 2017 йыл, Өфө ҡалаһы) — башҡорт милли музыка ҡоралдарын эшләү һәм реставрациялау оҫтаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Төньяҡ флотта хеҙмәт итеп ҡайтып[2], Ҡаҙан художество училищеһын тамамлай (1963). 77-се Өфө урта мәктәбендә рәсем һәм һыҙма дәрестәрен уҡыта (19631966), РСФСР Художество фондының Башҡортостан бүлексәһе рәссамы (19661981). 1981 йылдан ғүмеренең аҙағына тиклем ҡурай — халыҡ тынлы музыка ҡоралын эшләү оҫтаһы була. Уның уйлап табыусы булып китеүенә бер осраҡ ярҙам итә. ГДР-ҙан килгән делегацияға бүләк итеү өсөн уға төрлө ағастарҙан мозаика портреты эшләргә ҡушыла. Ул төрлө шпондар эшләй, кәрәкле ярымтон ғына етмәй. Ағас шпондарҙың төҫөн үҙгәртеү маҡсатында ул ваннаға ҡайнар һыу ҡойоп, шпондарҙы шунда ташлай, ә улары торба кеүек урала. Рәссам шулай итеп нисек шпон ҡурай эшләү серен аса[2].

Ошонан һуң 3 йыл үткәс, 1974 йылға ғына уға авторлыҡ хоҡуғын раҫлатыу мөмкин була [2]. Тәүге тапҡыр ҡурайҙы шпондан эшләү ысулын уйлап таба. Думбыраның — башҡорт халҡының ҡыллы сиртмә уйын ҡоралының һаҡланып ҡалған өлгөләрен эҙләү һәм уны тергеҙеү менән шөғөлләнә. 1985 йылдың майында Вәкил Шөғәйепов эшләгән думбыра өлгөләре (сопрано, альт, бас) киң етештереүгә тәҡдим ителгән һәм производствоға индерелгән.

1995 йылда Шөғәйепов халыҡҡа милли һыҙғыслы музыка ҡоралы — реконструкцияланған ҡыл-ҡумыҙҙы тәҡдим итә. 1992 йылда ВГИК киностудияһында режиссер Азамат Хужахметов һәм оператор Леонид Мешков «Мастер Вакиль» тигән фильм төшөрә[2]. Вәкил Шөғәйеповтың эштәре Башҡортостан Республикаһы Милли музейында, Мәскәүҙә М. И. Глинка исемендәге Дәүләт үҙәк музыка мәҙәниәте музейында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә щәхси коллекцияларҙа һаҡлана. 2017 йылдың 27 июнендә Өфө ҡалаһында вафат була. Тыуған Салауат районының Әлкә ауылында ерләнә.

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Халыҡ уйын ҡоралдарын реконструкциялау буйынса проекттары өсөн 1988 йылда БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре исеменә лайыҡ була.
  • 2004 йылда «Алтын ҡул-оҫта» Республика конкурсы лауреаты була.
  • 2013 йылда халыҡ ижадын үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең «Рәсәй күңеле» премияһының «Халыҡ музыкаһы» номинацияһында лауреат исемен алаӨҙөмтә хатаһы: <ref> билдәһе дөрөҫ түгел;

исемдәр дөрөҫ түгел, бәлки, бигерәк күп

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Wikibooks-logo-ba.svg Викидәреслектә

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]