Байрамғолов Миҙхәт Әсфәндиәр улы
Байрамғолов Миҙхәт Әсфәндиәр улы | |
Тыуған көнө | 1930 |
---|---|
Тыуған урыны | Баймаҡ районы, СССР |
Һөнәр төрө | рәссам |
Байрамғолов Миҙхәт Әсфәндиәр улы (1 май 1930 йыл) — педагог, шағир, үҙешмәкәр рәссам. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1995). Баймаҡ районының Батыр Вәлид исемендәге премияһы лауреаты (1998).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Миҙхәт Әсфәндиәр улы Байрамғолов 1930 йылдың 1 майында Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Күсей ауылында донъяға килгән. Баймаҡтағы 1-се урта мәктәпте тамамлай[1].
Магниторгорск педагогия институтын (1953), Силәбе дәүләт педагогия институтын (1967) тамамлаған. 45 йыл дауамында Баймаҡ районының төрлө мәктәптәрендә химия, биология, рәсем дәрестәренән белем бирә. 1949 йылдан — Иҫәнбәт башланғыс мәктәбендә, 1950 йылдан — Күсей ете йыллыҡ мәктәбендә, 1955 йылдан — Әхмәр ете йыллыҡ мәктәбендә уҡыта. 1958 йылда Ишмырҙа урта мәктәбе директоры итеп тәғәйенләнә, 1960 йылдан шул уҡ мәктәптә уҡыу-уҡытыу эштәре мөдире булып эшләй. 1967 йылда Баймаҡ ҡалаһындағы 1-се урта мәктәбендә — тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары. 1968 йылдан алып 1991 йылға тиклем 1-се Төрөкмән урта мәктәбендә эшләй. Ғата Сөләймәнов исемендәге музейҙы ойоштороусы (1996 йылдан Ғ. Сөләймәнов исемен йөрөтә, башта «Дан һәм Хеҙмәт» музейы булараҡ ойошторола)[2].
1995—2010 йылдарҙа Халыҡ ижады үҙәге эргәһендәге «Һәләт» клубы етәксеһе (2003 йылда «халыҡ» исеме бирелә). Районда Байрамғолов Миҙхәт Әсфәндиәр улын күп яҡлы талант эйәһе тип беләләр. Рәссам булыуҙан тыш, ул музыка, шиғриәт менән ҡыҙыҡһына. Һүрәт төшөрөү менән бала саҡтан мауыға. Тәүге картиналары Бөйөк Октябрь революцияһының 40 йыллығына арнала (1957) Еңеүҙең 40-йыллығына бағышланған күргәҙмәлә уның 3 картинаһы I дәрәжә дипломға лайыҡ була[1].
Туғажман тауындағы ҡурай һәйкәле авторы. Шулай уҡ М. Байрамғолов Баймаҡ еренең күренекле шәхестәре портреттарының авторы (Т. Т. Миңлеғоловтың, В. Р. Шоңҡаровтың һәм башҡалар). Бөтә Союз үҙешмәкәр рәссамдары күргәҙмәһе (Мәскәү ҡалаһы, 1961), республика үҙешмәкәр рәссамдары (1959), «Бүләк» (2003) күргәҙмәләре ҡатнашыусыһы. Бөтә Союз халыҡ ижады фестивале дипломанты (1987). Тыуған яҡҡа, тәбиғәткә, дуҫтарына бағышланған шиғырҙар йыйынтыҡтары авторы, шулай республика һәм район гәзиттәренең әүҙем хәбәрсеһе[2].
Ҡурай һәйкәле тарихынан
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Донъяла берҙән-бер ҡурайға һәйкәл Баймаҡ районы Моҡас ауыл Советы территорияһындағы Туғажман тауында ҡуйылған. Идея һәм проект авторы — күренекле ҡурайсы Ғата Сөләймәнов, уның хыялын тормошҡа ашырыусы, һәйкәлде эшләү һәм урынлаштырыу буйынса төп ойоштороусыһы — Миҙхәт Байрамғолов. Ҡурай үҫемлеген сағылдырған тимер ҡурай һәйкәле 1993 йылдың 13 июнендә ҡуйыла. Ҡурай сәскәһендә 19 таж — Баймаҡ еренең 19 бөйөк ҡурайсыһы иҫтәлегенә[3]. Миҙхәт Байрамғолов һүҙҙәренсә, һәйкәлде иретеп йәбештереүсе Басир Сафуанов эшләгән.
Һәйкәл материаль мираҫ ҡомартҡыһы булараҡ ЮНЕСКО-ның рәхмәт хаты менән билдәләнгән.
Маҡтау исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1995);
- Батыр Валид исемендәге премия лауреаты (1998);
- Бөтә Союз үҙешмәкәр рәссамдары күргәҙмәһе (Мәскәү ҡалаһы, 1961);
- Бөтә Союз халыҡ ижады фестивале дипломанты (1987).
Төп әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тыуған яғым — алтын бишек (Өфө,2001);
- Родина моя — золотая колыбель (Уфа,2006);
- Ирәндек гәүһәрҙәре. Баймаҡ,2009-б.116-122;
- Тормош хәтирәләре. Өфө,2015.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Баймаҡ районының күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик күрһәткес. Башҡортостан Республикаһы, Баймаҡ ҡалаһы, 2010 йыл
- ↑ 2,0 2,1 Мидхат Байрамгулов
- ↑ ҠУрайға һәйкәл, 10-сы слайд
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мидхат Байрамгулов
- Баймаҡ районының күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик күрһәткес. Башҡортостан Республикаһы, Баймаҡ ҡалаһы, 2010 йыл.