Эстәлеккә күсергә

Батыр Вәлид

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Батыр Вәлид
Исеме:

Вәлидов Батыр Хажиәхмәт улы

Тыуған көнө:

20 апрель 1905({{padleft:1905|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡортостандың Баймаҡ районы Туҡтағол ауылы

Вафат булған көнө:

26 февраль 1969({{padleft:1969|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (63 йәш)

Вафат булған урыны:

Өфө

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһыСовет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге:

шағир

Йүнәлеше:

Лирика

Жанр:

Поэзия

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

Башҡорт

Дебют:

«Асыу ҡатыш йылмайыу» (1928)

Батыр Вәлид; Вәлидов Батыр Хажиәхмәт улы (20 апрель 1905 йыл26 февраль 1969 йыл) — башҡорт шағиры. 1936 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.

Батыр Вәлид (Батыр Хәжиәхмәт улы Вәлидов) 1905 йылдың 20 апрелендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе[1] Туҡтағол ауылында ярлы шахтер ғаиләһендә тыуған.

Йәшләй етем ҡалып, байҙарҙа көтөү көтә, приискыларҙа эшләп, төрлө ауырлыҡтар күреп үҫә. Тәүҙә Ҡыпсаҡ-Ете ырыу кантонының үҙәге Ташлы ауылындағы балалар йортонда тәрбиәләнә. 1923 йылда Өфөгә килеп, В. И. Ленин исемендәге интернат мәктәбенә уҡырға инә. Ошо йылдарҙа Батыр Вәлид әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһына һәм үҙе лә шиғырҙар яҙа башлай. Мәктәпте тамамлағас, ул рабфакта, Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый.

Батыр Вәлидтең исеме 19241925 йылдарҙа матбуғат биттәрендә йыш күренә башлай, айырыуса ул 19261932 йылдарҙа популяр шағирҙарҙың береһе булып таныла. Уның бер-бер артлы «Асыу ҡатыш йылмайыу», «Тау балаһы», «Борғо тауышы», «Еңеү» кеүек шиғырҙар йыйынтығы баҫыла. Әҙәбиәткә Батыр Вәлид индустриаль хеҙмәт, атап әйткәндә, үҙе тыуып үҫкән Түбә руднигы, шахта батырҙарын, улар тормошондағы ҙур үҙгәрештәрҙе йырлаған үҙенсәлекле шағир булараҡ килде. Башҡортостан халыҡтары араһында киң таралған популяр «Ҡуңыр буға», «Ирәндек буйында», «Салауат маршы» кеүек йырҙарҙың текстары бынан алтмыш йылдар элек Батыр Вәлид тарафынан яҙылғандар.

Утыҙынсы йылдарҙа уның сәләмәтлеге насарланыу сәбәпле, ижади активлығы ла кәмей. 1941 йылға тиклем ул Башҡортостандың көньяҡ райондарында уҡытыусы булып эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән, фронтҡа китә, фашистарға ҡаршы дәһшәтле көрәштәрҙә Батыр Вәлид ауыр контузия ала һәм шуның һөҙөмтәһендә инде бөтөнләй һуҡырая. Шағир шундай бәхетһеҙлеккә осраһа ла, ҡәләмен ташламай, һуңғы йылдарҙа уның «Бүләгем», «Һайланма әҫәрҙәр», «Йырлайыҡ, дуҫтар», «Күңел күҙе», «Ҡурай моңо», «Йылдарым — йырҙарым» китаптары баҫылып сыҡты.

Ул шиғырҙар менән бергә лиро-эпик характерҙағы «Тау балаһы», «Билсән Сөләй», «Ҡауышыу», «Уралға йырым» кеүек поэмалар яҙҙы.

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 апрель 2019)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 апрель 2019)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит. (Тикшерелеү көнө: 16 апрель 2019)
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977.  (Тикшерелеү көнө: 16 апрель 2019)
  • Юрий Узиков. Исторические памятники Уфы. [1]  (рус.) «Китап» нәшриәте, 1999, 171 с. ISBN 5-295-02294-3.

Здание, где учился Батыр Вәлид