Хәлилов Зыя Ишбулды улы
Хәлилов Зыя Ишбулды улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 13 июнь 1953 |
Тыуған урыны | 2-се Эткол, Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 10 апрель 2009 (55 йәш) |
Һөнәр төрө | йырсы |
Музыка ҡоралы | Ҡурай һәм Ҡумыҙ[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Хәлилов Зыя Ишбулды улы (13 июнь 1953 йыл — 10 апрель 2009 йыл) — ҡурайсы, йырсы; башҡорт халыҡ уйын ҡоралдары: ҡурай, ҡумыҙ яһау оҫтаһы; Рәсәй, республика күргәҙмәләре һәм конкурстарында ҡатнашыусы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре (1986)[1]. Ҡурайсылар Союзы ағзаһы (1999).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Зыя Ишбулды улы Хәлилов Баймаҡ районы 2-се Этҡол ауылында 1953 йылдың 13 июнендә ябай колхозсы ғаиләһендә тыуған. Атаһы Ишбулды Кәлимулла улы мал ҡараусыһы була, әсәһе — йорт хужабикәһе. Ғаиләлә биш малай һәм бер ҡыҙ үҫә, Зыя улар араһында өсөнсө бала була. Ата-әсәһе йор һүҙле, ихлас кешеләр булғаны билдәле. Атаһы бик шәп ҡурайсы була, шуға күрә бөтә балалары ла йыр-моңға әүәҫ булып үҫәләр. Етенсе класҡа тиклем Икенсе Этҡол урта мәктәбендә уҡый, артабан бер йыл Баймаҡ интернат-мәктәбендә, ә 1967—1970 йылдарҙа Өфөлә Рәми Ғарипов исемендәге мәктәп-интернатында белем ала[1]. Зыя бала саҡтан үҙ алдына маҡсаттар ҡуя белә, тырышып уҡый. Ата йортонда да уҡ ҡурайҙа уйнап өйрәнгән үҫмер төрлө конкурстарҙа, бәйгеләрҙә ҡатнаша. Зыя Хәлиловтың 13 йәшендә 1967 йылдың 24 ноябрендә дуҫы Фәриткә яҙған хатынан өҙөк:
Уҡытыусылар менән бергә Ишейгә уйын ҡуйырға барғайныҡ, шунда мин ҡулды төбөнән сығарып ҡайттым. Ҡурайҙа ла саҡ тороп уйнаным. Йырлағанда былай ауыртманы. Ҡурайҙа мин «Сыңрау торна», «Ҡара юрға» һәм «Баҡыр үксә» көйҙәрен уйнаным.
Өфөлә уҡыған йылдарҙа ныҡлап сәнғәткә ылыға, атаҡлы ҡурайсы Әҙеһәм Исҡужиндан ҡурайҙа уйнау оҫталығын арттыра. 1976 йылда ул Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлеген тамамлай һәм Башҡорт дәүләт филармонияһында йырсы-солист һәм ҡурайсы булып хеҙмәт юлын башлай. Ишмулла Дилмөхәмәтов төркөмө менән йөрөп, халыҡҡа ҡурай моңон еткерә.
1984 йылда Хәйбулла районында үткәрелгән Йомабай Иҫәнбаев исемендәге республика ҡурайсылар конкурсында ҙур уңышҡа өлгәшә: 1-се урынды яулай. Был уның ҡурай буйынса тәүге ҙур уңышы булһа, йырсы булараҡ Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге йәш йырсылар конкурсында ла беренсе урынды яулай[1].
1991 йылда юғары белемгә эйә була: Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлай.
Ҡурайсылар династияһын дауам итеүсе Зыя Хәлилов республикаға бик күп ҡурайсылар, ҡумыҙсылар әҙерләгән кеше, өҫтәүенә ул үҙе шәхсән ҡурай, ҡумыҙҙар эшләй. Уҡытыусыһы Әҙеһәм Исҡужин менән бергә бөтә республика буйлап йөрөп, 100 ҡурайсыны баш ҡала сәхнәһенә сығара. 1981 йылда Күмертау ҡалаһында башҡорт фольклор ансамблен ойоштора[1] һәм күп йылдар уның алыштырғыһыҙ етәксеһе була. Моңло тауышҡа эйә булған Зыя Хәлиловтың башҡарыуындағы йырҙарҙы халыҡ яратып тыңлай, ул эстрада йырҙарын да («Кил һин, кил», «Һин ҡайтманың», «Аҡҡош күле»), халыҡ йырҙарын да («Ҡара юрға», «Уралым», «Илсе Ғайса», «Шәүрә») берҙәй оҫталыҡ һәм зауыҡ менән башҡара.
Республикала күренекле ҡурайсылар рәтенә ингән музыканттың улы Салауат Хәлилов та ҡурай династияһын дауам итә, ул да сәнғәт юлын һайлай, хәҙерге көндә Башҡорт дәүләт филармонияһында ҡурайсы-солист[2].
Зыя Хәлилов 2009 йылдың 10 апрелендә Күмертау ҡалаһында йөрәк ауырыуынан вафат була.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Зыя Хәлиловтың тыуыуына 60 йыл һәм 65 йыл айҡанлы (2018 йылдың 29 майында) Баймаҡ районы Икенсе Этҡол ауылында район ҡурайсылары һәм ҡумыҙсылары бәйгеһе үтте.
- 2011 йылда Зыя Хәлилов йәшәгән йортҡа таҡтаташ ҡуйылды.
- 2013 йылда Зыя Хәлилов йәшәгән йорт баҡсаһында Дамир Аҡназаров тырышлығы менән ҡурайға һәм ҡумыҙға стела ҡуйылды.
- Күмертау ҡалаһында Зыя Хәлилов исемендәге башҡорт халыҡ уйын ҡоралдары төбәк фестивале үткәрелә[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Азамат Тажетдинов. Ел-дауылдар аша…2005 йыл, 156 бит
- Күмертауҙа Зыя Хәлилов исемендәге башҡорт халыҡ уйын ҡоралдары төбәк фестивале үтте
- Төбәктә башҡорт халыҡ уйын ҡоралдары фестиваленең Гран-прийын ҡурайсы Илнур Хәйруллин яуланы
- ҠИТҒАЛАРҘЫ ҺОҠЛАНДЫРЫР ҠУРАЙ МОҢО