Юлдашев Роберт Нәжип улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Роберт Юлдашев
Роберт Юлдашев.jpg
Төп мәғлүмәт
Тулы исеме

Юлдашев Роберт Нәжип улы

Тыуған

9 июль 1971({{padleft:1971|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (47 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы[1] Өфө ҡалаһы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Һөнәрҙәре

музыкант, ҡурайсы

Инструменттар

ҡурай

Наградалар
Башҡортостандың халыҡ артисы

Юлдашев Роберт Нәжип улы (9 июль 1971 йыл) — башҡорт музыканты, ҡурайсы. «Ҡурайсы» төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы һәм «Ҡурайсы» этно-төркөмө етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының Ҡурайсылар союзы ағзаһы (2007). Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты (2003), Башҡортостандың халыҡ артисы (2012).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Роберт Нәжип улы Юлдашев 1971 йылдың 9 июлендә Башҡорт АССР-ының (1992 йылдың 25 февраленән Башҡортостан Республикаһы[1]) баш ҡалаһы Өфөлә тыуған. 2000 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған (Айрат Ҡобағошов класы).

Бала сағынан спорт менән әүҙем шөғөлләнә. «Салауат Юлаев» хоккей клубының балалар командаһы составында уйнай[2].

1989 йылдан Өфө дәүләт сәнғәт институты ҡарамағындағы урта махсус музыка мәктәбе уҡытыусыһы булып эшләй. 1991 йылдан «Аҡйондоҙ» музыка төркөмөндә сығыш яһай. 1995—1998 һәм 2001—2003 йылдарҙа Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия ха­лыҡ бейеүҙәре ансамбле музыканты була.

2009 йылдан «Ҡурайсы» төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы һәм «Ҡурайсы» этно-төркөмө етәксеһе.

Ижади һәм концерт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Роберт башҡарыуында ҡурай моңо Англия («Роял фестиваль холл»), Япония һәм башҡа илдәрҙә яңғыраны. Башҡортостан милли симфоник оркестры менән Испанияла, «Кремлёвский балет» труппаһы менән Бельгия, Люксембург, Голландия гастролдәрҙә булды һәм был илдәр тамашасыларын уйнауы менән әсир итте. Талантлы музыкант шулай уҡ Берлин, Кипр һәм Италияның Милан ҡалаһындағы «Ла Скала» сәхнәләрендә ҙур уңыш ҡаҙанды.

Ҡурайсы Владимир Спиваков етәкселегендәге «Виртуозы Москвы» оркестры менән берлектә «Путь», «Дом солнца» фильмдарына музыка яҙыуҙа ҡатнаша. Гарик Сукачев[3], Николай Носков, «Пелагея» кеүек Рәсәй эстрада йондоҙҙары менән сығыш яһау Роберт Юлдашев һәм ҡурайға киң танылыу алып килде.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 2016 йыл, сентябрь: «Russian World Music Awards» премияһына дәғәүәселәр араһында Роберт Юлдашевтың «Ҡурайсы» этно-төркөмө тамашасыларҙың тауыш биреүе һөҙөмтәһендә еңеүсе булды[6].[7]

Уның тураһында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Валитова Н. Народный артист Башкирии Роберт Юлдашев: «Сукачев сказал, что в курае звучит сама вечность». Средство массовой информации — сетевое издание «Новостной портал ProUfu.ru». 2015, 27 июня[8].
  • Ҡотлогилдина З. Моңдоң милләте юҡ, моңдоң көсө бар. «Башҡортостан» гәзите, 2012, 24 февраль[9]
  • Баймөхәмәтов А. Ҡурай менән Йыһан бәйләнеше. «Башҡортостан» гәзите, 2012, 16 февраль[10].
  • Лежень Ю. Роберт Юлдашев мог выступать за «Салават Юлаев», а играет на курае. «Медиакорсеть» сайты, 2012, 15 февраль[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1992 йылдан Башҡортостан Республикаһы
  2. 2,0 2,1 Лежень Ю. Роберт Юлдашев мог выступать за «Салават Юлаев», а играет на курае// Медиакорсеть (рус.) (Тикшерелгән 1 октябрь 2016)
  3. Кураист Роберт Юлдашев вместе с Гариком Сукачевым и группой Чайф - Белые дороги. «pikabu.ru» сайты (рус.) (Тикшерелгән 1 октябрь 2016)
  4. Гран-при конкурса «Уфимская волна-2014» получил Ильнар Миранов из Уфы. ИА «Башинформ» (2014-11-29). 2 декабрь 2014 тикшерелгән.
  5. Официальный сайт Башкирского спутникового телевидения (Тикшерелгән 1 октябрь 2016)
  6. Bashinform logo-e1423154856921.jpg, 2016, 1 октябрь (рус.) (Тикшерелгән 1 октябрь 2016)
  7. В Москве Роберту Юлдашеву и группе «Курайсы» вручили зрительский приз премии Russian World Music Awards-2016. Bashinform logo-e1423154856921.jpg, 2016, 27 ноябрь (рус.) (Тикшерелгән 29 ноябрь 2016)
  8. Сетевое издание «Новостной портал ProUfu.ru». 2015, 27 июня (рус.) (Тикшерелгән 1 октябрь 2016)
  9. Bashkortostan logo.jpg, 2012, 24 февраль (Тикшерелгән 1 октябрь 2016)
  10. Bashkortostan logo.jpg, 2012, 16 февраль (Тикшерелгән 1 октябрь 2016)

Сығанаҡ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]