Баймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Айгиз Баймөхәмәтов
Baymuhametov aigiz.jpg
Тыуған көнө:

27 октябрь 1988({{padleft:1988|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (28 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы, Белорет районы, Абҙаҡ ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Эшмәкәрлеге:

журналист, яҙыусы

Жанр:

проза

Дебют:

«Ҡалдырма, әсәй!», 2013.

Премиялары:

Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы (2015)

Айгиз Ғиззәт улы Баймөхәмәтов (27 октябрь 1988) — башҡорт журналисы һәм яҙыусыһы, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар (2014) һәм Журналистар союздары ағзаһы, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты (2015).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Баймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улы 1988 йылдың 27 октябрендә Башҡорт АССР-ы Белорет районы Абҙаҡ ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған. Бала саҡтан үкһеҙ етем ҡалып, Сермән балалар йортонда тәрбиәләнә.

Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлаған. 2011 йылда, БДУ-ның 5-се курсында уҡығанда, «Башҡортостан» гәзитенең әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлегенә эшкә саҡырыла. 2011—2016 йылдарҙа ошо баҫмала хәбәрсе вазифаһында хеҙмәт һала.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халыҡ-ара сараларҙа[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Әзербайжандың баш ҡалаһы Баҡыла үткән Төрки донъяһы йәш яҙыусылары форумында ҡатнашыу (июль, 2016)[1].
  • Төркиәнең Трабзон ҡалаһында уҙғарылған Төрки донъяһы ҡоролтайы делегаты (2015).

Рәсәй төбәктәрендә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостанда[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Әҙип республика ҡала һәм райондарында, Башҡортостандың күрше төбәктәрендә үткәрелгән яҙыусылар менән осрашыуҙарҙа, әҙәби кисәләрҙә, китап уҡыусылар конференцияларында бик теләп ҡатнаша. Оҫта һәм үҙенсәлекле башҡарыусы булараҡ, ул был сараларҙа халыҡ йырҙарын да тамашасыға еткерә.

Ижади эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Айгиз Баймөхәмәтов — башҡорт әҙәбиәтенә XXI быуаттың тәүге ун йыллығында килгән йәш быуын яҙыусылары вәкиле. Республиканың башҡорт телендә сыҡҡан төп ижтимағи-сәйәси баҫмаһы — «Башҡортостан» гәзитендә хеҙмәткәр булып эшләүе һәм, көндәлек тормоштан ҡалышмай, күп яҡлы темаларға арналған мәҡәләләр яҙыу менән бер рәттән ул әҙәби ижад менән дә әүҙем шөғөлләнә. Быға уның Санкт-Петербург дәүләт политехник университетында әҙәби ижад буйынса махсус курс үтеүе лә ыңғай яҡтан булышлыҡ итә. Айгиздең хикәйәләре һуңғы тиҫтә йыл арауығында республика гәзит һәм журналдарында даими баҫылып килә, шуларҙың бер нисәһе өсөн ул «Аманат» журналы премияһына лайыҡ булды. 2013 йылда йәш яҙыусының «Ҡалдырма, әсәй!» исемле повесы «Китап» нәшриәтендә донъя күрҙе. Шул уҡ йылда автор «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы башҡорт китабы» VIII республика конкурсының «Йыл асышы» номинацияһында еңеүсе тип табылды. 2014 йылда был әҫәр Гөлфирә Ғәскәрова тәржемәһендә Өфөнөң «Инеш» нәшриәтендә урыҫ телендә баҫылды.

2014 йылдың май аҙағында ун шағир һәм дүрт прозаиктан торған йәш авторҙарҙың ҙур бер төркөмө составында Айгиз Баймөхәмәтов та Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы итеп ҡабул ителде[3][4]. Йәмәғәт ойошмаһы идара ағзаларының бындай хәлдең ғүмерҙә лә булғаны юҡ тип билдәләүе генә лә күп нәмә һөйләй.

Айгиздең үҙенә генә килгәндә, ул — күләме яғынан әллә ни оло булмаған «Ҡалдырма, әсәй!» тигән тәүге повесы менән үк әҙәбиәткә ысын мәғәнәһендә «атылып» килеп инде тип әйтергә була. Йәш яҙыусының был әҫәре тәү сиратта унда күтәрелгән ваҡиғалар, уларҙы тәрән хистәр аша һүрәтләү йәһәтенән төрлө быуын уҡыусыларҙы ла, әҙәбиәт белгестәрен дә тиҙ арала йәлеп итте. Повестың «Башҡортостан» гәзите биттәрендә баҫылған тәүге өҙөктәре үк күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты, шуға ла «Ҡалдырма, әсәй!» китап булып нәшер ителеү менән үк таралып та бөттө. Уның урыҫсаға тәржемә ителгән баҫмаһы менән дә шул уҡ хәл ҡабатланды һәм, тиҙ арала һатылыуы сәбәпле, китап өҫтәлмә тираж менән икенсегә нәшер ителде[5].

Салауат Юлаев премияһы лауреаты, билдәле яҙыусы Таңсулпан Ғарипова, мәҫәлән, әҫәргә ыңғай баһа биреп, «Башҡортостан» гәзитендә (2014 йыл, 18 апрель) түбәндәгеләрҙе яҙҙы: «Мин, проза өлкәһендә ҡәҙимге тәжрибә туплаған кеше, Айгиздең повесын тәнҡит күҙлегенән дә ентекләп уҡыным, бәйләнер урын тапманым. Шағир һәм драматург, ҡыҫҡаһы, талантлы йәш дуҫым Салауат Әбүзәр әйтмешләй, әҫәр, тәүге ҡоймаҡ булһа ла, төйөрһөҙ килеп сыҡҡан. Характер логикаһын, психологик дөрөҫлөк ыҙанын әҫәр аҙағынаса үҫтереү һәм һаҡлау хатта, үкенескә ҡаршы, ошо эштә теше төшкән яҙыусыларыбыҙҙың да бөтәһенең дә хәленән килеп бөтмәй. Икенсенән, әҫәр үҙенең дөрөҫлөгө, хатта әсе дөрөҫлөктө сағылдырыуы менән отошло».

Яҙыусының был повесы 2013—2014 йылдар өсөн бирелгән Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһына лайыҡ булды[6].

«Ҡалдырма, әсәй!» повесын «Çамрăксен хаçачĕ» гәзитенең («Молодежная газета») баш мөхәррире, Сыуашстандың дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, прозаик Дмитрий Моисеев сыуаш теленә тәржемәләгән. Әҫәр Сыуаш Республикаһының йәштәр гәзитендә баҫылды[7].

Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» автобиографик повесы, шулай уҡ әзербайжан теленә тәржемә ителеп, «Ulduz» журналында баҫылды[8].

2016 йылда Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» повесы буйынса «Хыялға ҡаршы» спектакле ҡуйылды (режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаев)[9][10]. Был әҫәрҙе шулай уҡ Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт гимназияһында утыҙ йыллап уңышлы эшләп килгән «Таңсулпан» драма түңәрәге лә сәхнәләштерҙе[11].

Башҡортостан студенттары ассоциацияһы башланғысы менән Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта «Ҡалдырма, әсәй!» китабының исем туйы үтте[12].

2016 йылдың ноябрендә Өфөнәң «Инеш» китап нәшриәтендә йәш яҙыусының «Әкиәтһеҙ бала саҡ» исемле икенсе китабы донъя күрҙе. Хикәйәләр тупланған был йыйынтыҡты мәғәнәүи яҡтан «Ҡалдырма, әсәй!» повесының дауамы итеп ҡабул итергә була: яңы баҫмала шул уҡ геройҙарҙың - балалар йорто тәрбиәләнеүселәренең артабанғы яҙмышы һүрәтләнә[13].

2017 йыл миҙгелендә Бүрәт академия драма театры Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» повесы буйынса «Аба эжын ургынууд» спектаклен сәхнәгә ҡуйҙы.[14].

2017 йылдың май айында Өфөнәң «Инеш» нәшриәтендә яҙыусының «Әкиәтһеҙ бала саҡ» («Детство без сказок»  (урыҫ.)) тигән китабы донъя күрҙе. Әҫәрҙе рус теленә Айгөл Ғәйнуллина тәржемә иткән, ул — етем балаларҙың тормошо хаҡындағы «Ҡалдырма, әсәй!» повесының дауамы. Китапта өс республиканың халыҡ шағирҙары: Ҡәҙим Аралбай (Башҡортостан), Роберт Миңнуллин (Татарстан), Юрий Семендерҙың (Сыуашстан) рецензиялары бирелгән. Баҫманың тиражы — ике мең дана. Автор әйтеүенсә, «Әкиәтһеҙ бала саҡ» татар, ҡаҙаҡ һәм сыуаш телдәренә тәржемә ителә[15][16].

Әҫәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ҡалдырма, әсәй!: Повесть. — Өфө: Китап, 2013, 2016. — 160 бит.
  • Не оставляй, мама!: Повесть. — Уфа: Инеш, 2014, 2016. — 176 бит.  (урыҫ.)
  • Әкиәтһеҙ бала саҡ.: Хикәйәләр. — Өфө: Инеш, 2016.
  • Детство без сказок.: Рассказы. — Уфа: Инеш, 2017.  (урыҫ.)

Гәзит һәм журналдарҙағы мәҡәләләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Наградалары һәм маҡтаулы исемдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. В Баку обсудили перспективы перевода башкирской поэзии на азербайджанский язык. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 28 июль (урыҫ.) (Тикшерелгән 28 июль 2016)
  2. На III Международном фестивале национальных театров «Алтан-Сэргэ» Башдрамтеатр удостоен двух специальных премий. Интернет-портал «Республика Башкортстан», 17 сентября 2016 (Тикшерелгән 31 октябрь 2016) (урыҫ.)
  3. Яҙыусылар артты — «Башҡортостан» гәзите, 2014, 6 июнь
  4. Башҡортостан Яҙыусылар союзы йәш авторҙар менән тулыланды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2014, 30 май
  5. Баш ҡалала Айгиз Баймөхәмәтовтың етем балалар тураһында «Ҡалдырма, әсәй!» китабы нәшер ителде. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2014, 25 ноябрь
  6. Өфөлә Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары билдәле булды — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 18 сентябрь 2015 йыл
  7. Башҡорт яҙыусыһы Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» китабы сыуаш теленә тәржемә ителгән — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 19 октябрь
  8. Башҡортостан яҙыусыһы Айгиз Баймөхәмәтовтың повесы әзербайжан телендә баҫылған. Bashinform logo-e1423154856921.jpg, 2017, 3 ғинуар (Тикшерелгән 3 ғинуар 2017)
  9. Өфөлә балалар йорто тәрбиәләнеүселәре тураһында «Ҡалдырма, әсәй!» спектакле сәхнәләштерелә. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 29 ғинуар (Тикшерелгән 29 ғинуар 2016)
  10. В Уфе поставили спектакль по нашумевшей повести о детях-сиротах «Не оставляй, мама!» — в ролях только мужчины. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 11 март (урыҫ.) (Тикшерелгән 11 март 2016)
  11. «Ағиҙел» журналы, 2016, № 8 (Тикшерелгән 1 сентябрь 2016)
  12. Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» китабының исем туйы булды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 25 апрель (Тикшерелгән 25 апрель 2016)
  13. В Уфе вышла новая книга Айгиза Баймухаметова «Детство без сказок» о судьбах детдомовцев. Bashinform logo-e1423154856921.jpg, 2016, 12 ноябрь< (урыҫ.) (Тикшерелгән 13 ноябрь 2016)
  14. Бүрәт театрында башҡорт яҙыусыһының повесы буйынса спекталь сәхнәләштерелә. Bashinform logo-e1423154856921.jpg, 2017, 22 март (Тикшерелгән 23 март 2017)
  15. Өфөлә Айгиз Баймөхәмәтовтың «Әкиәтһеҙ бала саҡ» исемле рус теленә тәржемәләнгән яңы китабы баҫылды. Bashinform logo-e1423154856921.jpg, 2017, 18 май (Тикшерелгән 18 май 2017)
  16. В Уфе издана новая книга Айгиза Баймухаметова «Детство без сказок» в переводе на русский язык. Bashinform logo-e1423154856921.jpg, 2017, 18 май (урыҫ.) (Тикшерелгән 18 май 2017)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]