3 сентябрь
Перейти к навигации
Перейти к поиску
3 сентябрь | |
![]() |
3 сентябрь — григориан стиле буйынса йылдың 246-сы (кәбисә йылында 247-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 119 көн ҡала.
← сентябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | |||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Австралия: Флаг көнө.
Катар: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Молдавия: Милли ғәскәр көнө.
Сан-Марино: Республика нигеҙләнгән көн.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1875: Мәскәүҙә хәҙерге Дәүләт тарих музейы бинаһы төҙөлөшөндә тантаналы шарттарҙа тәүге нигеҙ ташы һалына.
- 1880: Петербургта инженер Фёдор Пироцкий Рәсәй империяһындағы (ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, хатта донъялағы) тәүге электр трамвайын халыҡҡа эшләтеп күрһәтә.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мостаев Йәүҙәт Әхәт улы (1920—18.09.1999), ғалим-тау инженеры. 1939—1940 йылдарҙағы совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. 1960—1990 йылдарҙа Башҡортостан нефть ғилми-тикшеренеү һәм проект институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1960 йылдан өлкән инженер, 1965 йылдан лаборатория мөдире, 1983 йылдан — сектор мөдире, 1986 йылдан — баш ғилми хеҙмәткәр. Техник фәндәр докторы (1984). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1974), СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1978) һәм почётлы нефтсеһе (1980). 3-сө дәрәжә Дан (1944) һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры.
- Фәтихов Рәшит Ғабдулла улы (1945), ғалим-хирург. 1976 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2004), профессор (2005). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2012). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Ғәйнуллина Асия Солтан ҡыҙы (1955), режиссёр, халыҡ-ижады буйынса белгес-консультант, Сибай ҡалаһында сәсәндәр мәктәбе ойоштороусы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы Бәләкәй Арыҫланғол ауылынан.
- Кустиков Сергей Иванович (1960), уҡытыусы, спортсы, волейбол һәм саңғы спорты тренеры. Саңғы спорты буйынса спорт мастерлығына кандидат (2013). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2012). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Штабель Альфред Артурович (1926—6.11.2002), рәссам-график, журналист. 1958 йылдан СССР Журналистар союзы, 1973 йылдан — СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1976), Башҡортостан Республикаһының халыҡ рәссамы (2002). Йәштәрҙең республика фестивале лауреаты (1957).
- Зөфәр Тимербулатов (1951), партия, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, журналист, ғалим. 1991—1994 һәм 2000—2004 йылдарҙа Башҡортостандың матбуғат министры. Философия фәндәре кандидаты (2006). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993), Шәһит Хоҙайбирҙин (2004) һәм Зәйнәб Биишева (2009) исемендәге премиялар лауреаты.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Пирожок Пётр Иванович (1927), тау инженеры-геолог, Халыҡ-ара информатлаштырыу академияһының мөхбир ағзаһы (2004). Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының 1985—1996 йылдарҙағы баш геологы. Бөйөк Ватан һәм 1945 йылғы совет-япон һуғыштарында ҡатнашыусы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған геологы (1995), СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1985). Сығышы менән хәҙерге Украинаның Хмельницкий өлкәһе Белогорье районының Семёнов ауылынан.
- Йыһангирова Тәсбиә Сәйет ҡыҙы (1927), Ҡариҙел районы почта хеҙмәте ветераны, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған элемтәсеһе.
- Кадиков Зәки Нурихан улы (1937), дәүләт, партия, хужалыҡ эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1996). Башҡорт АССР-ының 10-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1980—1985), КПСС-тың XXVI съезы делегаты (1981). «Почёт Билдәһе» ордены (1981), миҙалдар менән бүләкләнгән. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Нуриман районы Рәтүш ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Айһылыу Йәғәфәрова (1948), педагогик хеҙмәт ветераны, башҡорт балалар яҙыусыһы, 1989 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1986), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы (1992) һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993). Ким Әхмәтйәнов (1996) һәм Рәмзилә Хисаметдинова (2008) исемендәге премиялар лауреаты.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бохараева Розалия Фәтих ҡыҙы (1939), педагогик хеҙмәт ветераны, 1982—1997 йылдарҙа Нефтекама ҡалаһындағы 1-се интернат-мәктәп директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Заһиҙуллин Рәшит Ғәзизулла улы (1939), балалар яҙыусыһы. 1999 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1695: Пьетро Локателли, Италия скрипкасыһы, композитор.
- 1710: Абраам Трамбле, Швейцария натуралисы.
- 1875: Фердинанд Порше, Австрия автоконструкторы.
- 1895: Николай Адуев, СССР-ҙың сатирик яҙыусыһы, юморист, шиғри пьесалар авторы.
- 1900: Урхо Калева Кекконен, Финляндияның 8-се президенты (1956—1981).
- 1905: Карл Дэвид Андерсон, АҠШ-тың ғалим-физигы, позитронды асыусы, Нобель премияһы лауреаты (1936).
- 1920: Чабука Гранда, Перу йырсыһы, йырҙар авторы.
- 1950: Евгений Паперный, СССР һәм Украина актёры, Украинаның халыҡ артисы (1992).
- 1955: Стив Джонс, Британияның рок-гитарисы, йырсы, «Sex Pistols» төркөмөн ойоштороусыларҙың береһе.
- 1960: Перри Бэмоунт, Британия музыканты, «The Cure» рок төркөмөнөң элекке ағзаһы.
- 1965: Марина Зудина, актриса, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы.
- 1965: Чарли Шин (төп исеме Карлос Ирвин Эстевес), АҠШ актёры, сценарист, «Алтын глобус» премияһы лауреаты.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1883: Иван Тургенев, Рәсәй империяһы яҙыусыһы, драматург.
- 1981: Фәтхерахман Әхмәҙиев, үҙешмәкәр татар композиторы. («Йәйҙең матур аяҙ таңдарында», «Чистай вальсы», «Мәңге йәшәйһе килә» һ.б.)
- 1995: Шәриф Бикҡол, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт шағиры, яҙыусы һәм журналист. РСФСР‑ҙың (1980) һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы лауреаты.
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]