Эстәлеккә күсергә

Ғәйнуллина Асия Солтан ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғәйнуллина Асия Солтан ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 3 сентябрь 1955({{padleft:1955|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (69 йәш)
Тыуған урыны Бәләкәй Арыҫланғол, Әбеш ауыл Советы (Хәйбулла районы), Хәйбулла районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө уҡытыусы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Ғәйнуллина Асия Солтан ҡыҙы (3.09.1955) — сәсәниә, фольклорсы, Башҡортостан Республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2014)[1]

Асия Солтан ҡыҙы Ғәйнуллина 1955 йылдың 3 сентябрендә БАССР-ҙың Хәйбулла районы Бәләкәй Арыҫланғол ауылында тыуған.

1978 йылда Өфө ҡалаһындағы Башҡорт дәүләт педагогия институьтының тарих-инглиз теле факультетын тамамлай.

Асия Солтан ҡыҙы Хәйбулла районы мәктәптәрендә, Сибай ҡалаһының төрлө белем биреү учреждениеларында уҡытыусы булып эшләй.

«Урал батыр» сәсәндәр мәктәбенә («Сәсәндәр үҙәге») нигеҙ һалыусы.

Сибай ҡалаһының «Ағинәйҙәр ҡоро» ҡатын-ҡыҙҙар советы йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе

Башҡорт милли кейемен һәм биҙәү-ҡулланма ижадын һәм һөнәрҙәрен (кейеҙ, ҡорама тегеү) тергеҙеү буйынса эш алып барған «Талир тәңкә» этник төркөмөнә, «Ете ҡыҙ» биҙәү-ҡулланма сәнғәте һәм матурлыҡ халыҡ студияһына нигеҙ һалыусы.

«Яугөл» ҡумыҙсылар ансамблен ойоштороу инициаторы.

2017 йылда күп йыллыҡ уңышлы хеҙмәте өсөн ул «Традицион халыҡ мәҙәниәте» номинацияһында Рәсәй Федерацияһының «Рәсәй күңеле» премияһына лайыҡ булды[2][3].

2011 йылда Ҡурған, Санкт-Петербург, 2012 йылда Пермь, 2014 йылда Мәскәү, 2014 һәм 2018 йылдарҙа Өфө ҡалаларында ҡатын-ҡыҙҙар милли кейеме эштәренең шәхси күргәҙмәләрен ойоштора. Шундай күргәҙмәне 2011 йылда Төркиәлә лә ойоштора.

2003 йыл — Баймаҡ ҡалаһында «Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосына арналған Халыҡ-ара сәсәндәр конкурсы лауреаты

2007, 2009 йылдар — Ҡалмыҡстандың баш ҡалаһы Элистала «Жаңһар вариҫтары ерендә донъя халыҡтары мифтары» («Мифы народов мира на земле потомков Джангара») Халыҡ-ара сәсәндәр фестивале лауреаты

2011 йыл — «Берҙәмлек-Содружество» милли мәҙәниәттәр конкурсы лауреаты[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостан Республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2014)

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең «Душа России» наградаһы лауреаты (2017)[5]

Устарымда — сулпылар: художестволы музыкаль йыйынтыҡ. Өфө, 2007[6].

ГАЙНУЛЛИНА Асия Султановна — Ғәйнуллина Асия Солтан ҡыҙы

3.09.2020, Заслуженный работник культуры РБ Асия Гайнуллина отмечает свой 65-летний юбилей(недоступная ссылка)